RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәй Кешелеккә ниндәй «бүләк» эшләр?

21.05.2011 Йәй Кешелеккә ниндәй «бүләк» эшләр?

йәки Ситтән байҡау – бер, ут араһында ҡалырға яҙмаһын
«Беҙ һаҙлыҡҡа батҡанбыҙ, әммә ҡайһы берҙәребеҙ йондоҙҙарға баға». Был мәғәнәле һүҙҙәрҙе инглиз яҙыусыһы Оскар Уайльд әйткән. Өмөт ташламаған, тимәк, ул ҡайһы берәүҙәрҙе. Юҡ, беҙ – һаҙлыҡта, тип туранан-тура әҙипте лә хуплап булмай, әммә донъяның әле теге, әле был илендә бер туҡтауһыҙ шаулау-шартлау яңғырауын, тегендә-бында ғәйепһеҙ ҡорбандар һаны артыуын, етәкселәр модернизация, инвестиция тип оран һалғанда туғыҙ йәшлек баланың аҫылынып үлеүен, бер көн килеп бер-бер артлы балыҡтар ҡырылыуын, ғәмһеҙ йәшәп ятҡан кешенең кешенән ашалыуын, тағы шуға оҡшаш бихисап хәлде ишетмәҫ-күрмәҫ өсөн генә лә һаҙлыҡҡа инеп сумырға теләк тыуыуы ихтимал. Әммә күрәһеләр ете ҡат ер аҫтында ла беҙҙе ҡыуып етә ала. Шундай уйҙар килә башҡа донъяуи хәл-ваҡиғаларға байҡау яһағанда.

Барыһын да тәбиғәткә япһарайыҡмы?

ҡайһы бер илдәрҙең төрлө өлкәләге белгестәре һуңғы айҙарҙағы ер тетрәү, цунами, торнадо, янғындарҙы, тәбиғәттең кешелеккә һуғыш асыуы, тип атай.
Мартта ғына Япония ер тетрәүҙән ҡаза күрҙе, шул сәбәпле «Фукусима – 1» атом электр станцияһында ла авария булды. Хәҙер ил етәкселәре юғалтыуҙарҙы һанай. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 14,5 мең кеше һәләк булған, ҡазаны аҡсаға әйләндерһәң, 300 миллиард долларға барып баҫа. Ер тетрәүҙәр әле һаман дауам итә был дәүләттә. Хәүефле зона майҙаны артҡандан-арта. Шул уҡ ваҡытта Япония вәкилдәре Курил утрауҙарына ҡарата үҙ фекерен белдереп тора. Йәнәһе, барыбер беҙҙеке ул, килеп йөрөйһө булмағыҙ. Бер нисә көн элек кенә Рәсәй хөкүмәте делегацияһының был төбәккә килеүенә ҡәнәғәтһеҙлеген күршеләр асыҡтан-асыҡ күрһәтте. Һәр ваҡыт шулай ҡабатлана.
Апрелдә АҡШ-ҡа эләкте – Техас штатында урман янды, көньяҡ штаттарға торнадо һөжүм итте. ҡытай ҙа «ҡоро» ҡалманы: ер тетрәү һәм көслө дауылдар әллә күпме емереклеккә килтерҙе. ҡаҙағстандың көнбайышында һуңғы 50 йылда иң көслө ташҡын булды. Был тәңгәлдә тәбиғәттең Рәсәйгә былтыр уҡ яу асыуын билдәләргә була. Йәйге эҫелек һәм ҡоролоҡ нисек кенә зыян килтерҙе әле! Әле Себерҙә лә урман яна. Ә һуғыш, ысынлап та, бара...

Донъя һуғыштарын һанайбыҙ...

Беҙҙең заманда өсөнсө донъя һуғышы тураһында һөйләү фантастика түгел. Ә нисә ил сәкәләшә? Рәсәй нисек ҡатнашмай? ҡайһы биләмәләрҙе ялмаған? Ошондайыраҡ һорауҙар тыуыр. Ысын­бар­лыҡта хәүеф кешелек өҫтөндә Дaмокл ҡылысы кеүек аҫылынып тора. 1939 йылдың башында ла Икенсе донъя һуғышы башланыр (ниндәй сәбәптән бит әле, имеш, Германияға диңгеҙ буйындағы ҙур булмаған ерҙе бирергә ризалашмағандар) тип уйламағандарҙыр. Ә бер нисә йылдан һуғышҡа 70 дәүләт ҡушылып китә, ҡанлы яу 40 дәүләт биләмәһенән үтә. Һәләк булыусылар һаны 60 миллиондан аша. Бөгөн, донъя глобаль көрсөккә килеп төртөлгәндә, яңы һуғыш башланмаҫына берәү ҙә гарантия бирә алмай.
Америка политологы Самуэль Хантингтон фекеренсә, өсөнсө донъя һуғышы Көнбайыш цивилизацияһы менән ислам фундаменталистары араһында тоҡанасаҡ. Йәнә лә билдәле Альберт Эйнштейндың һүҙҙәрен иҫкә төшөрәйек: «Белмәйем, донъя һуғыштарының өсөнсөһөндә ниндәй ҡорал ҡулланылыр, әммә дүртенсеһендә таяҡ һәм таштар менән һуғышасаҡтар». Аһ-аһ, күп илдәрҙәге урам сыуалыштарында нәҡ шул ҡоралдар ҡулланыла ла инде. Тимәк, өсөнсө донъя һуғышы күптән башланған. Ана, бер нисә көн элек кенә Англия королеваһы Ели­завета Икенсенең Ирлан­дияға сәфәрендә илдең баш ҡалаһында тәртипһеҙлектәр тоҡан­ған. Урамға сығыусылар полицейскийҙар өҫтөнә төтөнлө шарҙар ырғытҡан, Бөйөк Бри­тания флагын яндырған. Боласылар майҙанынан 500 метрлап ҡына арала королева бер монументҡа сәскәләр һалып торған, бары тик тәртип һаҡсыларының сафы тығыҙ булыу ғына демонстранттарға уға яҡын килергә форсат бирмәгән. Ирландтар нимәгә «ҡыҙған» һуң? Баҡһаң, Елизавета Икенсе – Афғанстанда хәрби хәрәкәттәр алып барыу­сы Британия ғәскәрҙәренең баш командующийы, ә был уның афған һәм Британия һалдаттарының үлеменә яуаплы икәнен аңлата. Майҙанға сығыусылар батшабикәнең шул «эше» менән килешмәүен белдергән инде. Ярай ҙа яҡын килә алмағандар, юғиһә Елизаветаның ҡиммәтле тажы «сафтан сығыр» ине. Кеше ғүмерҙәре түгел, таж ҡәҙерле заман бит.

Закон бармы, юҡмы?
Планетала законһыҙлыҡ хакимлыҡ итә, тип һанаусылар артҡандан-арта. Шулай булмаһа, Израиль ғәскәрҙәренең һуңғы тиҫтә йылда оккупацияланған Фәләстан биләмәһендә 1335 баланы үлтереүе язаһыҙ ҡалыр инеме? Ә Бахрейнда килмешәктәр­ҙең демонстрант-шәйеттәрҙе түгел, ә йәрәхәтләнеүселәргә ярҙамға килгән табиптар­ҙы ҡыра башлауы хаҡында ни әйтерһегеҙ? Ливия һуң? Муаммар Каддафиҙы, әлбиттә, хата ҡылмаған, тип әйтеп булмай, ә мәғлүмәттәргә ҡарағанда, «кеше хоҡуҡтары өсөн көрәшеүселәр» барлыҡҡа килгәнсе был ил Африкала кеше үҫеше индексы буйынса беренсе урында килгән (уртаса ғүмер оҙонлоғо – иң юғарыһы, балалар үлеме – иң түбәне һ.б.). Нефтле Ливияның бер «минус»ы булған-булыуын – ул ҡитғала ҡытай йоғонтоһо үҫешенә ҡаршы тороусы Америка хәрби етәкселеге менән хеҙмәттәшлек итмәгән.
Йыл башында революция арҡаһында «тәхете»нән бәреп төшөрөлгән Мысырҙың элекке етәксеһе Хөсни Мөбәрәк менән уның ҡатыны Сюзан Сабит халыҡ файҙаһына мөлкәттәренән һәм финанс иҫәптәренән баш тартыу тураһында белдерҙе. Иң тәүҙә документҡа Сюзан ҡул ҡуйҙы. Уның ҡаһирә янында виллаһы, банкыла 20 миллион мысыр фунты (яҡынса 3,3 миллион доллар) аҡсаһы булған. Был ғаилә ниңә йомартланып киткән ул? Уларҙы бит вазифаһын файҙаланып байыуҙа ғәйепләйҙәр. Хатта енәйәт эше ҡуҙғатып, тикшереү барышында 15 тәүлеккә ябып та ҡуйғайнылар. Әммә Мөбәрәк үҙе бирешмәһә лә, оҙаҡҡа һуҙыл­ған һорау алыуҙарҙа ҡатынының хәле мөшкөлләнеп, реанимацияға уҡ эләккән. Төрмәлә ултырғансы, милкенән баш тартыу­ҙы хуп күргән бисара ҡатын. Тимәк, Мысырҙа закон эшләй?

Тағы ла Усама...

Ирандың мәғлүмәт министры Хәйҙәр Мөслихи донъяла «Беренсе террорсы» тип йөрөтөлгән Усама бин Ладенды АҡШ спецназы үлтермәгән тип раҫлай. Уның ведомствоһында Усаманың американдар һөжүменән байтаҡ алда сирләп үлеүен дәлилләгән документтар бар, имеш. Министр, АҡШ-тың «ата террорсы»ны юҡ итеү операцияһы бары тик алдан әҙерләнгән сценарийлы «тамаша», тип иҫәпләй. Тиҙҙән һайлау етә, ә был дәүләттә иҡтисади хәлдәр хөрт, Барак Обаманың да рейтингы төшкән саҡта ниңә Усаманы үлтереп, байрам яһамаҫҡа? Хәйҙәр Мөслихи был хаҡта нәҡ шулай тип уйлай ҙа.
Бер ҡыҙыҡ мәғлүмәт тә ишетелде әле: Голландияның Тилбург ҡалаһында йәшәүсе ике ир-егет, Барак Обаманы кеше үлтереүҙә ғәйепләп, урындағы полицияға мөрәжәғәт итә. Уларса, АҡШ президенты, ысынлап та, енәйәт эшләгән: тәүҙә ғәйебе иҫбат ителмәгән кешене үлтерергә бойороҡ биргән, аҙаҡ телевидение аша ошо хаҡта һөйләгән, ә «дәлил»де диңгеҙгә күмгән. Полицияла йәштәрҙең ғаризаһын теркәй­ҙәр-теркәүен, әммә, Гаагалағы Халыҡ-ара енәйәт судына мөрәжәғәт итергә кәрәк, тип бороп сығаралар. Әйткәндәй, АҡШ был суд юрисдикцияһын танымай ҙа. Ә шулай ҙа голландтар дөрөҫ тә кеүек. Төбөнә төшөп уйлағыҙ әле: Америка «морпех»тары, үҙ аллы дәүләт биләмәһенә баҫып инеп, егермеләгән бала һәм ҡатын-ҡыҙ алдында бер ҡоралһыҙ, ҡаршылыҡ күрһәтмәгән, ҡасырға уйламаған кешене атып йыҡты. Усаманың янындағы бер нисә кеше лә ҡорбан булды. Ә был «ата террорсы»ны ҡулға алып, суд алдында яуап тоттороп, шунан яза бирергә булмай инеме?
Усама бин Ладенды юҡ иттек, тигәнгә арыу уҡ ваҡыт үтһә лә, донъя буйлап төрлө хәбәрҙәр йөрөй. Үлгәнме ул, юҡмы? Ә шул уҡ ваҡытта, «Әл-ҡаиҙә» үҙенә яңы лидер эҙләй, тип хәбәр итә төрлө агентлыҡтар. Әлегә ойошманың бик абруйлы ағзалары Мысырҙың Сәйеф әл-Әҙел исемле бер кешеһен ваҡытлыса етәксе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләгән. Даими башлыҡ, йәғни яңы «ата террорсы» «Әл-ҡаиҙә»нең бөтә төп лидерҙары бергә йыйыл­ғас һайланасаҡ. Яҡын көндәрҙә иһә бындай осрашыу мөмкин түгел икән.

Әйткәндәй

Үрҙә һуғыш, урам сыуалыштары, тәбиғи һәләкәттәр, террор хаҡында яҙылды. Быларҙың барыһы ла бөгөнгөнөң күҙ ҙә, күңел дә өйрәнгән бер өлөшө кеүек ҡабул ителә. Ни эшләйһең, әҙәм балаһы һуғышмайынса йәшәй алмаған кеүек, тәбиғәттең дә боларып алған мәле була. Ә бына имен көндә, ниндәйҙер бер психик сирле тарафынан ашалып, ғүмерең бөтһә... Был хәл Мәскәүҙә булған. Кеше ашауҙа шик аҫтына алыныусы Николай Шадриндың өйөнә оперативниктар килеп ингәндә, кеше бауырын бешереп ашап ултырған, имеш. Урамда осраҡлы танышҡан егетте үлтереп кенә ҡалмаған, ашап та кинәнгән енәйәтсе. Ә беҙ әллә бар, әллә юҡ террорсынан өрккән була инек. Ғөмүмән, йыл бик ҡыҙыу башланды. Юҡ, бәләкәй ҡала, йә ауыл күҙлегенән сығып әйтмәйем, бөгөн модала булған «глобаль» тигән һүҙҙе ҡулланам. Алда ниҙәр көтә? Хәүефлеһе беҙҙе урап үтһә ине.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы