RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ер тетрәүме, әллә йәшерен ядро һынауымы?

16.04.2011 Ер тетрәүме, әллә йәшерен ядро һынауымы?

Һуңғы ваҡытта Япониялағы ер тетрәүгә бәйле имеш-мимештәр интернет селтәрен тултырҙы. Йәнәһе лә, унда океан төбөндә йәшерен рәүештә ядро ҡоралы һыналған һәм ул уңышһыҙ тамамланған. «Фукусима – 1» АЭС-ындағы һәләкәт иһә радиация таралыуҙың ысын сәбәптәрен күрһәтмәү өсөн «сәхнәләштерелгән». ҡытай сайттарында ошондай мәғлүмәт баҫылған. Быға тиклем Токио губернаторы Синтаро Исихара ҡытайға ядро ҡоралы менән янаған булған икән. Аналитиктар шуныһына иғтибар иткән: Япония вәкилдәре бындай ҡорал етештермәйәсәге хаҡында һәр ваҡыт белдереп торған. ҡытай губернаторының һүҙҙәренән һуң күп тә үтмәй, фажиғә була. Был һис тә ер тетрәү түгел, ә йәшерен һынау касафаты, тип уйлай ҡытайҙар. Әгәр ҙә ул уңышҡа осраһа, яҡын киләсәктә тағы ла ҡоралдар һыналыр, артабан ҡытайға һөжүм башланыр ине.
Тағы бер ҡыҙыҡлы деталь: 11 марттан һуң океанда серле рәүештә ниндәй­ҙер өйрөлмәк барлыҡҡа килә. Хатта ҡеүәтле караптарҙы «йоторлоҡ» ғәләмәт ҙур өйрөлмәктең фотолары донъяның бөтә мәғлүмәт агентлыҡтарында баҫылып сыға. Уның ни сәбәпле барлыҡҡа килгәненә яуапты теүәл генә бирә алмайҙар. ҡытайҙың бер төркөм белгесе фаразлауынса, өйрөлмәк ер аҫтындағы ядро шартлауы сәбәпле пәйҙә булған (уңышһыҙ һынау­ҙан һуң һыу ер аҫты бункерҙарының береһенә тула, имеш). АЭС-тағы электр менән тәьмин итеү системаһы сафтан сыҡҡанға ла ышанмай ҡытай тикшеренеүселәре. Юғары үҫешкән япон технологиялары цунамиға ғына бирешмәҫ ине, тип шикләнә улар.
Шундай факт та теркәлгән: радиация тарат­ҡан атом электр станцияһынан 100 саҡрым алыҫлыҡта урынлаш­ҡан Америка хәрби-диңгеҙ авианосецы бер айлыҡ дозала нурланыш алған. Ә кешеләрҙе иһә АЭС-тан 20 саҡрым арауыҡта ғына эвакуациялағандар. ҡытай сығанаҡтары иҫәпләүенсә, ядро нурының төп урыны «Фукусима – 1»-ҙән күпкә көнсығыштараҡ, диңгеҙҙә булып сыға.
ҡаҙағстан сайттары ла миҫал килтерә. Шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Олжас Сөләймәнов ер тетрәүҙе «кеше ҡулы эҙемтәһе» тип атай. Семипалатинск ядро полигонын яптырыр өсөн күп көс һалған шәхестең фекеренсә, донъяла үтә йәшерен быға тиклем билдәле булмаған климатик, геофизик, геотектоник ҡоралдар һынала. Ул ҡоралды тәбиғи катаклизм «битлеге» артына ла йәшереү мөмкин, йәғни ҡорал үҙ эшен эшләй, ә ябай халыҡҡа тәбиғәт ғәрәсәте кеүек күренәсәк. Ғәйепле лә, тимәк, тәбиғәт була.
Чернобыль Фукусима менән сағыштырғанда таҙа урын?!

Атом энергетикаһы буйынса Мәскәүҙә үткән матбуғат конференцияһында эксперттар, Японияны Гаага трибуналында хөкөм итергә кәрәк, тип белдерҙе. «Росатом»дың йәмәғәт советы ағзаһы Владимир Кузнецов әйтеүенсә, ер тетрәү һөҙөмтәһендә зыян күргән ил яҡын арала океанға тағы ла меңдәрсә тонна түбән радиациялы ҡалдыҡтарҙы түгәсәк. «1993 йылда Рәсәй Алыҫ Көнсығыштағы «Звезда» заводында сетерекле хәл ваҡытында диңгеҙгә ядро ҡалдығы (800 – 900 куб. метр) ағыҙыу тураһында белдергәндә халыҡ-ара шау-шыу ҡупҡайны. Иң ныҡ шаулағаны Япония булды», – ти ул. Ул мәлдә Рәсәй диңгеҙ ағымын, ҡалдыҡты ағыҙыу урынын ентекле һайлауын да әйтә, етмәһә, күләме лә бик әҙ була. Әммә тап Япония вәкилдәренең баҫымы арҡаһында Рәсәй был уйынан баш тарта, ә ул саҡтағы президент Ельцин оҙаҡ ваҡыт донъя берлеге алдында ғәфү үтенә, күп чиновникты эшенән сығара. Әле иһә Японияла бер ниндәй ҙә фәнни иҫәпләүҙәрһеҙ, йүнләп урынын да билдәләмәй, радиациялы һыуҙы океанға түгәләр. «Фукусима–1» АЭС-ында 11,5 мең тонна радиоактив ҡалдыҡ тупланған. Был 40 йыл эсендә бер генә грамм да атом сүбе эшкәртелмәгән тигәнде аңлата. Әйткәндәй, АЭС шәхси компанияныҡы, имеш. Уның ҡалдыҡтарҙы утилләштерергә аҡсаһы юҡ, ә дәүләт ярҙам итергә йыйынмай. Владимир Кузнецов хәтерләүенсә, Чернобыль һәләкәтенән һуң радиация тупраҡҡа һеңмәһен өсөн саркофаг эшләргә 10 мең самаһы шахтер ҡушылған. Ә Японияла хатта радиация күләмен үлсәү өсөн дозиметр ҙа етерлек булмаған.
Бөгөн Япония донъя океанына ҡалдыҡ түгеүҙән баш тартмаһа, Рәсәй 200 йылға балыҡ тотоу промыслаһы райондарынан яҙасаҡ. Шуға ла беҙҙең Сит ил эштәре министрлығы, Көньяҡ һәм Төньяҡ Корея, ҡытай кисекмәҫтән сара күрергә һәм БМО-ның Именлек Советы йыйылырға тейеш. Әйткән­дәй, был эшкә АҡШ та битараф ҡала алмай, сөнки Куросава ағымы радиациялы һыуҙы Сан-Франциско ярҙарына ярты йылдан һуң уҡ килтереп еткерәсәк.
Радиация хәүефһеҙлеге буйынса эксперт Максим Шингаркин түбәндәгесә уйлай: «Чернобылдә реактор бер тәүлектә янып бөттө. Японияла ҡасан яныр – белеүсе юҡ. Шул билдәле: Фукусимала әле радиация 10 тапҡыр­ға көслөрәк тарала, ҡалдыҡтар ҙа 50 тапҡырға күберәк. Шунлыҡтан реактор шартлаһа, Чернобыль уның менән сағыштырғанда таҙа урын булып күренәсәк».

Әйткәндәй

Японияла ер тетрәүҙәр һаман дауам итә. Был юлы ла АЭС тирәһендә. Белгестәр билдәләүенсә, хәүеф кимәле максималь нөктәгә еткән. Әлегә тиклем Чернобылдәге һәләкәт кенә ошо кимәлдә булған. АЭС операторы – ТЭПКО компанияһы Япониялағы фажиғә эҙемтәләренең Украиналағы 1986 йылғы һәләкәттән күпкә көслөрәк буласағын фаразлай.
Япония властары Токио ныҡ ҡаза күргән хәлдә баш ҡаланы күсереү өсөн майҙан әҙерләй. Шулай уҡ бәләкәй ҡалалар төҙөү буйынса закон проекттары хаҡында ла һүҙ алып барыла.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы