12.04.2011 Африка союзы Ливияға тәҡдим яһаны
Ливияның Муаммар Каддафи етәкләгән хөкүмәте илдә тыныслыҡ урынлаштырыу буйынса Африка союзы тәҡдимен ҡабул итте.
Союзға ингән илдәр делегацияһы (уға Көньяҡ Африка, Мали, Мавритания, Конго вәкилдәре ингән) Каддафи менән йәкшәмбелә Ливияның баш ҡалаһында осрашып һөйләшкән. «Тыныслыҡ» вәкилдәре оппозициянан да яуап көтә. Улары иһә Каддафи китһә генә ҡорал һаласаҡтары тураһында белдергән.
Әле Муаммар яҡлылар Ливияның яңы Конституцияһының ҡараламаһын әҙерләп бөткән, шулай ҙа власть вәкилдәре илдең сәйәси ҡоролошо нисек буласағы хаҡында һөйләмәй.
Әйткәндәй, Вашингтон Каддафиға ла, оппозицияға ла һуғышты кисекмәҫтән туҡтатырға тәҡдим итә һәм, әлеге етәксе отставкаға китергә тейеш, тип бара. АҡШ Каддафиҙың Африка союзында рәйес булып, тыныс ҡына ултырыуын теләй. Әммә был «хыял»ды берәү ҙә хупламай. Февралдән бирле революция барған Африка илендәге ваҡиғалар нимә менән тамамланыр? Тағы күпме кешенең ғүмере ҡыйылыр, ауыл-ҡалалар емерелер? Ғөмүмән, Африка союзы илдәре Ливиялағы хәлдәргә йоғонто яһай аламы һуң? Һорауҙар күп. Яуап бирмәй йонсоттолар бит...
А. ЗИННУРОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе