29.03.2011 Революцияға кем ғәйепле? буйҙаҡтар...
Рәсәйҙә үҙенең «киң» фекерҙәре менән билдәле Владимир Жириновский, Ливиялағы әлеге бола мосолман дине һәм гендер проблемалары менән бәйле, тип һанай.
Эш бында ислам идеологияһында түгел, ә һәр йомала мәсеткә йыйылыуҙа, имеш. Ир-аттың күмәкләшеп бер урынға тупланыуы иртәме-һуңмы майҙандарға сығыуға булышлыҡ итә, ти Жириновский. «Мәсеткә йыйылған ирҙәр араһында хәбәр тиҙ тарала, улар тиҙ генә ойоша ала. Ә бына христиандар күпләп йәшәгән ерҙә улай түгел – ирҙәр сиркәүгә әҙ йөрөй, билдәле бер көндә йыйылыу ғәҙәте лә юҡ. Башҡортостан менән Татарстанда православие менән ислам баланста «көн итә», был тыныс төбәктәрҙә төрлө конфессия вәкилдәре йәшәй. Мосолмандар күп булған Төньяҡ Кавказ иһә үҙенең тотороҡһоҙлоғон бер нисә тапҡыр күрһәтте инде», – ти Владимир Вольфович.
Эйе, сәйәсмән һаман үҙенең «репертуарында»: мосолмандар «баҡсаһы»на «һиҙҙермәй» генә таш ташлай.
Тағы бер фекере ғәжәпләндерә – ғәрәп илдәрендәге күтәрелештәргә демографик хәл дә йоғонто яһай, имеш. Бында өйләнмәгән ир-егеттәр бик күп. Ғаиләләре булһа, улар майҙандарға ла сыҡмаҫ ине. Буйҙаҡтарҙа агрессив холоҡ формалаша. Ғәрәп илдәрендәге болаларға, Жириновский фекеренсә, енси проблема сәбәпсе. Үҙенең ҡеүәтен ҡатынға, балаларға арнамаған ир-егет икенсе шөғөл таба. Ярай әле Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар күберәк, шуға ла хәл тыныс. Сәйәси «түңкәрелештәр»ҙең дә үҙ факторы бар. Ул – алкоголь. «Ил Рәсәй империяһы тарҡалғанда ла, СССР юҡҡа сыҡҡанда ла бик «яҡшы» ғына эсә ине», – тигән ЛДПР лидеры. Ул беҙҙе яҡын көндәрҙә тағы ниндәй «тос» фекерҙәре менән ҡыуандырыр икән?
А. АҡБУЛАТОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе