21.06.2019 Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ
Рәсәй Президенты Владимир Путин: “Кешенең йәшәү кимәлен яҡшыртыу өсөн милли проекттар булдырылды ла инде”
Рәсәй Президенты Владимир Путин сираттағы “тура линия”һын үткәрҙе. Был ил етәксеһе өсөн 17-се программа булды. Эфир үтәһе көндө иртә менән мөрәжәғәттәр һаны бер миллиондан киҫкен генә рәүештә 1,5 миллионға еткән. Ә Президент был сараға алдан әҙерләнде, ҡайһы бер һорауҙар эфир көнө етмәҫ борон уҡ хәл ителә башланы.
Ошондай форматта аралашыу кәрәк, тиелде ойоштороу эштәре кәңәшмәһендә. Иң күп һорау килгән өлкәләр – һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ төҙөлөшө, балалар пособиеһы, хеҙмәт хаҡы...
Эфир барған дүрт сәғәткә яҡын арауыҡта Владимир Путин байтаҡ һорауға яуап бирә алды. Шуныһы билдәле: Президентҡа ебәрелгән бер генә мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ, тип вәғәҙәләнеләр.
Түбәндә – ил башлығының ҡайһы бер яуаптары.
Йәшәүе ауыр була башланы, ул ҡасан еңеләйер?
– Иҫегеҙгә төшөрәйем, беҙ һуңғы йылдарҙа бер ни тиклем шок хәлендә ҡалдыҡ. Был санкциялар менән дә бәйле, нефть кеүек тауарҙар һатыу хаҡына ла. Иҡтисадта проблемалар килеп сығыуы шунлыҡтан. Граждандарҙың реаль килеме төшөүе лә күҙәтелде. Әле ул эҙмә-эҙлекле күтәрелә.
МРОТ (минималь хеҙмәт хаҡы) кимәлен минималь йәшәү кимәленә тиклем күтәрҙек. Хәҙер ул илдә уртаса 11280 һум. Әгәр кеше тулы ставкаға эшләй икән, уға ошо сумманан да әҙерәк түләргә тейеш түгелдәр.
Беҙ уртаса хеҙмәт хаҡы тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ. Ул төрлө төбәктә, төрлө өлкәлә төрлөсә. Хеҙмәт хаҡы ла үҫә. 2018 йылда 8,5 процентҡа күтәрелгән, ошо майҙа – 2,8 процентҡа.
МРОТ-ты арттырыу күптәргә ҡағылды. Хәрбиҙәрҙең аҡсаһын индексациялаясаҡбыҙ, пенсия ла әҙләп күтәрелеп тора. 1 октябрҙән хәрби пенсионерҙарға 4,3 процентҡа артасаҡ.
Йәшәү кимәлен яҡшыртыу өсөн беҙҙең милли проекттар бар.
Һаулыҡ һаҡлау тармағында кадрҙар проблемаһы ҡасан хәл ителер?
Табиптар етмәй. Фельдшерҙар ҙа. Ауыл ерҙәрендә, бәләкәй ҡала-ҡасабаларҙа етмәй. Ә бит заманса ҡорамалдар ҙа бар. Йәш белгестәргә ҙур аҡса түләгән “Ауыл табибы” программаһы ла эшләй. Сәбәп нимәлә?” Шулай тип һоранылар Президенттан.
Владимир Путин өс төп проблеманы атаны.
– Беренсенән, һаулыҡ һаҡлауҙың беренсе звеноһының һәр кемгә барып етерлек булыуы. ФАП-тар тап ошоға инә. Уларҙың һаны кәмене (ике процентҡа), шул уҡ ваҡытта ил буйынса амбулатория селтәрҙәре һанының артыуы күҙәтелә. Яҡын арала 390 яңы ФАП төҙөү ниәтләнә, 1200-ө ремонтланасаҡ. Бәләкәй тораҡ пункттарҙа мобиль медицина ярҙамы үҫтерелә. Әле 3800 бригада булдырылған. Киләһе өс йылда уларҙың һаны тағы ла 1200-гә артасаҡ.
Икенсенән, кадрҙар мәсьәләһе. Ауылға эшкә барыусыларға 500 мең, миллион һум аҡса түләйбеҙ. Ә табиптарҙы торлаҡ менән урындағы власть (төбәк, муниципаль) тәьмин итергә тейеш. Эш хаҡы әкренләп арта бара.
Өсөнсөнән, дарыуҙар менән тәьмин итеү. Льготалы дарыуҙар буйынса һорауҙар күп. Граждандарҙы дарыуҙар менән ике сығанаҡтан тәьмин итәбеҙ: федераль һәм төбәк сығанағы. Федераль аҡса, мәҫәлән, быйыл февралдә үк төбәктәргә күсерелде.
Сүп-сар реформаһы ни өсөн йүнләп эшләмәй?
– Сүп-сар проблемаһы электән килә. Йыйҙыҡ-йыйҙыҡ та, бер кем дә был эш менән тейешенсә шөғөлләнмәне. Йәмғиәтебеҙ ҙә күберәк ҡулланыусыға әйләнде. Яңы ҡаптар, төргәктәр барлыҡҡа килде, пластик... Тарифтар ҙа үҫә.
Ә кешенең һөҙөмтәне күргеһе килә. Барыһын да төбәк операторҙары эшләй алмай. Был өлкәлә тәртип урынлаштырырға кәрәк. Үҙем дә күҙәтәсәкмен. Махсус программа эшләй. Уға ярашлы, сүп-сар эшкәртеү буйынса 200 комплекс төҙөләсәк. Дөйөм финанслау – 300 миллиард һумдан ашыу. Аҡса һалынған.
Балалы ғаиләләргә тағы ниндәй ярҙам булыр?
– Беренсенән, беҙ ғаиләлә тәүге бала тыуғандан һуң да, икенсеһенә лә түләүҙәр индерҙек. Икенсегә – “әсәлек капиталы”, ә тәүгегә йәшәү минимумы күләмендә. Был, төбәккә ҡарап, төрлөсә. Мохтаж ғаиләләр ала. Был өлкән кешегә тура килгән 1,5 йәшәү минимумынан сығып иҫәпләнә.
2020 йылдың 1 ғинуарынан иһә бер кешенең килеме ике йәшәү минимумынан иҫәпләнгән ғаиләләргә лә түләү буласаҡ. Йәғни, уртаса сумманы алғанда, 11 280 һумды, был 23 мең һум тирәһе. Ғаиләлә ике өлкән кеше, тимәк, 45 мең һум самаһы. Ошо суммалағы килем алған ғаиләләргә лә балаға 1,5 йәшкә тиклем аҡса биреләсәк. Уның суммаһы ла 10 – 11 мең һум. Был, минеңсә, насар ярҙам түгел.
Коррупцияға ҡаршы көрәш нисек бара?
–Коррупцияға бәйле бөтә енәйәт эше лә аҙағынаса еткереләсәк. Мин бындай тәртипһеҙлек өсөн яуаплылыҡ тоям. Әгәр тоймаһам, һеҙ бер нәмә лә белмәҫ инегеҙ.
Ришүәтселеккә ҡаршы көрәш дауам итәсәк. Әле Рәсәйҙә ошоға бәйле енәйәтселек кәмей. Минеңсә, был эҙмә-эҙлекле эш алып барыуҙан.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарында яуаплылыҡ ҙур буласаҡ. Чиновниктарҙа ла.
Ниңә түрәләрҙең эш хаҡы ҙур?
– Күҙ алдына килтерегеҙ әле, министрҙың хеҙмәт хаҡы ябай эшсенеке менән тигеҙ икән, ти. Мин, әлбиттә, эшсегә түләүҙе министрҙыҡы кимәленә еткереү яҡлы. Әгәр түрәләрҙең, дәүләт компаниялары етәкселәренең эш хаҡы түбән булһа, беҙ кадрҙар тапмаясаҡбыҙ. Юғары квалификациялы белгестәр йә шәхси контораларға китәсәк йә сит илгә. Ә аҙаҡтан был илдең һәм ябай эшсенең йәшәү кимәлендә сағыласаҡ.
Бер серҙе лә асмайым, әммә...
– “Тура линия”ға әҙерлек барышында күп нәмә уртаға сыға. Йәғни проблемалар исемлеген әйтәм. Шунан һығымта яһарға була: кешене бөгөн күберәк ниндәй проблема борсой? Хәҙер бер серҙе лә асмайым, әммә был – йәшәү кимәле, хеҙмәт хаҡы, һаулыҡ һаҡлау, ҡалдыҡтар мәсьәләһе.
Ҡыҫҡаһы...
Президентҡа һорауҙарҙың, үтенестәрҙең, мөрәжәғәттәрҙең, ялыуҙарҙың осо-ҡырыйы күренмәй һымаҡ. Шулай ҙа тап ошондай форматтағы программала ла күп мәсьәлә хәл ителеүсән.
Украина, Белоруссия, санкциялар, юлдар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ проблемалары, тарифтар артыуы, ремонт күрмәгән биналар һ.б һ.б – эфир тамамланып килгәндә лә һорауҙар яуыуын дауам итә ине.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе