22.02.2019 Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр
Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны
Ил башлығының сираттағы Мөрәжәғәтнамәһе башлыса Рәсәйҙең эске мәсьәләләренә арналды.
“Беҙҙең бурыстар оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән. Әммә стратегик маҡсаттар өсөн бөгөндән үк эшләргә кәрәк... Беҙ бары тик алға ғына барырға тейешбеҙ. Кешеләрҙе алдап булмай. Улар ике йөҙлөлөктө, үҙҙәренә ҡарата ихтирамһыҙлыҡты, ғәҙелһеҙлекте тиҙ тоя. Кеше өсөн нимә аныҡ эшләнгән, нимә уның һәм ғаиләһенең тормошон яҡшырта, шул мөһим”, – тине Владимир Путин сығышының башында.
Түбәндә – Мөрәжәғәтнамәнән төп темалар.
Ғаиләләргә булышлыҡ итеү
– Беҙ ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ. 2023 – 2024 йылдарға халыҡ һанының тәбиғи артыуына ирешергә тырышасаҡбыҙ. Ғаиләләргә ярҙам буйынса әҙерләнгән саралар ҙа бар.
Беренсенән, 2020 йылдың 1 ғинуарынан 1,5 йәшкә тиклем түләнә торған пособиены күтәрергә тәҡдим итәм.
Икенсенән, быйыл 1 июлдән инвалид балалар өсөн түләүҙе 10 мең һумға тиклем еткерергә.
Өсөнсөнән, балалы ғаиләләр һалымды ла әҙ түләргә тейеш. Бындағы принцип: балалар ни тиклем күп, һалым да шул тиклем әҙ. Күп балалы ғаиләләргә күсемһеҙ милек өсөн һалымды федераль льгота иҫәбенә кәметергә һәм һәр балаға фатирҙа – биш, йортта ете квадрат метр майҙанды иҫәпләп, һалымдан азат итергә. Мәҫәлән, ғаиләлә өс бала булһа, фатирҙың 15 квадрат метрына (йорттоң 21 кв. м) һалым һалынмаясаҡ. Күп балалы ғаиләләрҙе алты сутый ер һалымынан азат итергә тәҡдим итәм.
Дүртенсенән, ғаиләлә икенсе һәм унан һуңғы бала тыуған осраҡта ипотека ташламаһы бар. Ул банкка бурыс түләнеп бөткәнсе ҡалырға тейеш. Ипотекалы ғаиләлә өсөнсө йә унан да күберәк бала тыуғанда федераль ҡаҙнанан 450 мең һум кредитты ҡаплау мөмкинлеге булдырырға. Был эште ошо йылда башларға.
2021 йылға яслегә урынлаштырыу проблемаһын бөтөрөргә тейешбеҙ.
Ярлылыҡты бөтөрөү
– 2000 йылдарҙа илдә 40 миллион фәҡир иҫәпләнһә, бөгөн – 19 миллион самаһы. Был күренешкә ҡаршы көрәшкә лә иғтибар итергә кәрәк. Дәүләт ауыр хәлдә ҡалыусыларға ярҙам итергә тейеш. Шундай ярҙамдың береһе ҡайһы бер төбәктәрҙә эшләүсе социаль контракт булыуы мөмкин. Кредит алыусыларға, килемен юғалтҡан хәлдә, “ипотека каникулы” бирергә. Йәғни түләүҙе кисектереп тороу.
Микрокредит ойошмаларының да эшмәкәрлегендә тәртип урынлаштырыу мөһим – халыҡты алдамаһындар, мутлашмаһындар.
Ярлылыҡ проблемаһын бөтөрөү өсөн һәр мохтаж ғаиләгә иғтибар итеү мотлаҡ.
Пенсия, түләүҙәр
– Ағымдағы йылдан пенсиялар һәм айлыҡ түләүҙәрҙе индексациялау йәшәү минимумы кимәленә ҡарамай башҡарылырға тейеш. Йәғни тәүҙә дәүләт пенсияны йәшәү минимумына еткерә, шунан һуң түләүҙәрҙе индексациялай. Быйылғы тәүге айҙар өсөн аҡсаны ҡабаттан иҫәпләп, кешегә алмағанын өҫтәп түләргә.
Һаулыҡ һаҡлау
– 2020 йылға тиклем Рәсәйҙең бөтә кешеһе, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, медицина ярҙамы ала алырға тейеш. 2019 – 2020 йылдарҙа 1590 амбулатория, ФАП төҙөлөүе мотлаҡ.
Хөкүмәткә “Һаҡсыл поликлиника” проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн стандарттар, ҡағиҙәләр ҡабул итергә, медицина персоналына эш сифатын күтәреү механизмдарын индерергә ҡушам. 2021 йылға бөтә балалар поликлиникаһы яңы стандарттарға күсерелергә тейеш.
Киләһе өс йылда медицина учреждениеһы, дарыуханалар, табиптар, пациенттар араһында үҙ-ара электрон бәйләнеште яйға һалырға кәрәк.
“Ауыл табибы” программаһында ҡатнашыу өсөн йәш сикләүен бөтөрөргә. Ике балалар реабилитация үҙәге асырға. Яман шеш сирҙәрен алдан асыҡлау өсөн диспансерлаштырыуҙа, медосмотрҙарҙа мотлаҡ онкологик сиргә тикшерелеү үткәрергә. Паллиатив ярҙамды ойоштороу ҙа мөһим эш булырға тейеш.
Экология
– Ҡалдыҡтар менән цивилизациялы, хәүефһеҙ эшләүҙе, эшкәртеүҙе, утилләштереүҙе ойошторорға. Өҫтәп миллион тонналап сүп-сар йыйылмаһын өсөн эшкәртеү күләмен 8 – 9 проценттан 60 процентҡаса күтәрергә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, энергетика, транспорт предприятиеларын экологик яҡтан таҙа ысулдар менән эшләүгә күсерергә.
Киләһе алты йылда атмосфераға бысраҡ сығарыу күләме иң әҙе 20 процентҡа кәмергә тейеш. Яуаплылыҡты ҡануниәт менән күтәрергә. Беҙ йәш быуынға экологик яҡтан таҙа ил ҡалдырырға бурыслы.
Мәғариф
– Беҙҙә 200 мең самаһы бала йүнләп йылытылмаған, һыу үткәрелмәгән, канализацияһыҙ мәктәптә уҡырға мәжбүр. Киләһе ике йылда был проблеманы бөтөрөргә кәрәк.
2021 йыл аҙағына Рәсәйҙең бөтә мәктәбе интернетҡа тоташыу ғына түгел, ә юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителергә тейеш.
Киләһе йылдан “Ауыл уҡытыусыһы” программаһын индереп, ауылға йә бәләкәй ҡалаға эшкә барыусы педагогтарға бер миллион һум күләмендә аҡса түләргә.
Мәҙәниәт
– “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса ауыл клубтары, мәҙәниәт йорттары төҙөүгә, реконструкциялауға 17 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Тағы алты миллиард һум бәләкәй ҡалаларҙа мәҙәни үҫеш үҙәктәре өсөн бүленә.
Төбәк, муниципаль музейҙар, театрҙар, китапханаларҙы килем һалымынан азат итергә тәҡдим итәм.
Иҡтисад
– 2021 йылға илебеҙ иҡтисадының үҫеш темпы йылына өс процент тәшкил итергә, ә артабан дөйөм донъя кимәленән алға сығырға тейеш. Бының өсөн хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтерергә, сеймал булмаған экспорт күләмен алты йылда 1,5 тапҡыр күтәрергә, киләһе йылға уҡ инвестиция күләмен алты-ете процентҡа арттырырға, заманса кадрҙар әҙерләргә, ҡеүәтле матди-технологик база булдырырға кәрәк.
Ил Хөкүмәтенә технологик стартаптар өсөн шәхси инвестицияларға уңайлы шарттар булдырырға, ә парламентарийҙарға яңы, цифрлы иҡтисад өсөн хоҡуҡи мөхит тыуҙырырлыҡ закондар ҡабул итергә ҡушам.
Ауыл хужалығы
– 2018 йылда ауыл хужалығында экспорт 25,8 миллиард доллар булды. 2024 йылға ул сумма 45 миллиардҡа етергә тейеш.
РФ Хөкүмәте ауыл биләмәләрен үҫтереү буйынса яңы программа ҡабул итеп, ул 2020 йылдың 1 ғинуарына эшләй башларға тейеш.
Шулай уҡ Хөкүмәткә үҙебеҙҙең таҙа, йәшел продукция брендын булдырырға ҡушам. Уның кеше һаулығы өсөн хәүефһеҙ технологиялар ярҙамында етештерелеүе, эске һәм тышҡы баҙарҙа юғары сифат гарантияһына эйә булыуы мотлаҡ.
Инфраструктура
– Быйыл Ҡырым күперенең тимер юлы асыла. “Мәскәү – Санкт-Петербург” тиҙлекле автомобиль юлы сафҡа индерелә. Алты йылда илдә 60 аэропорт реконструкцияланасаҡ. 2025 йылға БАМ һәм “Транссиб” магистралдәре ҡеүәтләнәсәк. Мөһим эш йүнәлешебеҙ – Көнсығыш Себер һәм Алыҫ Көнсығыш. Бөтә юл, порт, бәйләнеште уңайлы итеү беҙҙең төбәктәрҙе генә үҫтереү түгел, ә туризмды ла үҫтереү йәһәтенән ул.
Киләһе йылдарға бурыс: 5G элемтә системаһын ҡуллана башлау. Алда Милли йыһан үҙәген булдырыу ҙа тора.
Һүҙ һуңында...
“Тотороҡло һәм оҙайлы үҫер өсөн беҙгә тыныслыҡ кәрәк”, – тине Президент. Һәм, әлбиттә, быйылғы Мөрәжәғәтнамәлә лә оборона мәсьәләләре, сит илдәрҙәге партнерҙар менән мөнәсәбәттәр, ғөмүмән, тышҡы бәйләнештәр тураһында ла һүҙ булды. Күп тапҡыр ҡабатланылар: беҙҙең ҡорал суперзаманса һәм күбеһенең донъяла тиңе юҡ. Был юҫыҡта эштәр дауам итә. Һәр тармаҡта берҙәй уңыш ҡаҙаныр өсөн шарттар кәрәк. Шарттарҙы бергәләп булдырып була. “Бергә беҙ уңышҡа мотлаҡ өлгәшербеҙ”. Шулай тамамланды быйылғы Мөрәжәғәтнамә.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе