RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡуян йылы ҡыйралыштарҙан башланды

24.01.2011 Ҡуян йылы ҡыйралыштарҙан башланды

АҡШ беҙҙән түгел, ҡытайҙан ҡурҡһын

Үткән аҙнаның иң мөһим сәйәси ваҡиғалары булып ядро ҡоралын ҡыҫҡартыу буйынса Рәсәй – АҡШ килешеүенең РФ Дәүләт Думаһы тарафынан икенсе уҡыуҙа ратификацияланыуы, Европарламенттың Белоруссияға ҡарата резолюция әҙерләүе, Туниста барған сәйәси көрсөк торғандыр.
Иң башта Рәсәй – АҡШ килешеүе мәсьәләһенә туҡталып китәйек. Ни тиһәң дә, документ ике ил араһындағы ябай килешеү генә түгел, ә донъя именлегенә, хәүефһеҙлегенә лә бәйле. 14 ғинуарҙа РФ Дәүләт Думаһы депутаттары Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев тәҡдим иткән документ буйынса закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул итте. Был законда Рәсәйҙең ядро арсеналын ҡыҫҡартыу буйынса килешеүгә алты статья индерелгән һәм улар хәрби ҡоралды ҡыҫҡартыу шарттарын билдәләй. Билдәле булыуынса, былтыр апрелдә Чехияның баш ҡалаһы Прагала Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев менән АҡШ Президенты Барак Обама ядро ҡоралын ҡыҫҡартыу тураһында һөйләшеп килешкәйне. Ошо ваҡиғанан һуң ядро ҡоралын ҡыҫҡартыу буйынса ике яҡтан да бик күп һөйләшеү, тәҡдим, бәхәс булып алды. Рәсәй оппозиционерҙары, АҡШ был мәсьәләлә беҙҙе алдаясаҡ, тип, ядро ҡоралын ҡыҫҡартмау өсөн сығыш яһаны. Ниһайәт, үткән йыл аҙағында АҡШ Сенаты килешеүҙе ратификацияланы. Хәҙер сират – Дума депутаттарына. Ядро ҡоралын ҡыҫҡартыу буйынса законды өсөнсө уҡыуҙа ҡабул иткәндән һуң ул Федерация Советына ебәрелә. Улар хуплаған осраҡта Президент документҡа ҡул ҡуя, һәм ул үҙ көсөнә инәсәк. Килешеүҙе ратификациялау документы (ҡыҫҡаса СНВ тип йөрөтөлә) үҙ көсөнә ингән хәлдә Рәсәй ете йыл эсендә хәрби боеголовкаларҙың өстән бер өлөшөн, йәғни 1,55 меңгә тиклем ҡыҫҡартырға тейеш. Был 2002 йылда Мәскәүҙә төҙөлгән ошондай уҡ килешеүҙән байтаҡҡа күп. Килешеү шарттары теүәл үтәлһә, НАТО Европала ПРО (ракетаға ҡаршы оборона) системаһын урынлаштырмаҫ тип көтөлә. НАТО планына ярашлы, алыҫ араға осоусы ракеталарға ҡаршы Польшала һәм Чехияла ПРО системаһын урынлаштырыу ҡарал­ғайны. Аналитиктар билдәләүенсә, НАТО барыбер Европала (шул уҡ Польшала һәм Румынияла) бәләкәйерәк радиуслы булһа ла ПРО урынлаштырыр, тип күҙаллана. Йәғни НАТО террорға ҡаршы көрәшеү һылтауы менән тиҙ генә “ҡылысын ҡынға тыҡмаясаҡ”, Европала үҙенең хәрби ҡеүәтен һаҡлап алып ҡаласаҡ. Ә СНВ шарттары үтәлһә, АҡШ та, Рәсәй ҙә ядро ҡоралын ҡыҫҡартыуҙан тик отасаҡ ҡына, минеңсә. Сөнки, “һалҡын һуғыш” осорондағы кеүек, ҡорал артынан ҡыуыу ил иҡтисадын байтаҡҡа ҡаҡшатасаҡ ҡына. Унан килеп, илебеҙ күптән инде “ҡыҙыл” түгел. Йәғни беҙҙә АҡШ төп дошман күргән коммунистик режим ҡоланы. Дөрөҫ, бөгөн АҡШ өсөн “ҡыҙылға мансылған” ҡытай төп дошманға әүерелә бара. Әммә уның ядро арсеналы бик әҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡытай иҡтисадының йыһан тиҙлеге менән үҫеше АҡШ өсөн хәүеф булып тора. 2010 йылғы иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләре буйынса донъя рейтингында ҡытай, Японияны уҙып китеп, АҡШ-тан ҡала икенсе урынға сыҡты. Ошондай тиҙлек менән үҫешһә, АҡШ-ты уҙып китергә лә күп ҡалмай. ҡытай иҡтисадының үҫеше илдә байҙар һанының ҡырҡа артыуына ла килтергән. Мәҫәлән, бай ҡытайҙар­ҙың Европала етештерелгән автомобилдәрҙе һатып алыуға ихтыяжы артҡан. Былтыр Европа илдәренән ҡытайға 500 мең автомобиль индерелгән, әммә ул да әҙ. Был, 2005 йыл менән сағыштырғанда, 25 тапҡырға күберәк. ҡытай иҡтисадындағы бындай йылдам һикерешкә бөтә донъя иҡтисадсылары таң ҡала. Киләсәктә ул үҙ иҡтисадын тағы ла нығытып, хәрби ҡеүәтен арттыра башлаһа, НАТО өсөн ҙур хәүеф буласаҡ. Ошо хәүефте тойғанға ла инде АҡШ Президенты Барак Обамаға сенатор­ҙарҙы ядро ҡоралын ҡыҫҡартырға күндереү бик ауырға төштө. Шуныһы ла бар, бөгөн Барак Обаманы Республика партияһыныҡылар “йомшаҡ ҡуллы”лыҡта ғәйепләһә, үҙ командаһындағы йоғонтоло кеше­ләр­ҙең дә күбеһе, “һалҡын һуғыш” осоро кадрҙары булараҡ, ҡоралланыуҙы хуп күрә. Вице-президент Байден, Дәүләт секретары Клинтон, оборона министры Гейтсты шулар рәтенә индереп була. Тап улар Рәсәй – АҡШ килешеүен ратификациялауға ҡаршы сығыш яһаны ла инде.

Европарламент “Батька”ны “бөгә” алырмы?

Башҡа донъя хәлдәренә килгәндә, үткән аҙнала Европарламент Белоруссияға ҡарата резолюция әҙерләй башланы. Билдәле булыуынса, 2010 йылдың 19 декабрендә унда президент һайлауҙары үтеп, 80 процент самаһы тауыш йыйып, ғәмәлдәге ил башлығы Александр Лукашенко еңеп сыҡҡайны. Оппозиция вәкилдәре, бының менән килешмәйенсә, урамдарға сығып, төрлө тәртипһеҙлектәр ҡылды. Власть вәкилдәре урамға сыҡҡан халыҡҡа ҡарата хәрби көс ҡулланыр­ға мәжбүр булды. Илдең көс структуралары сыуалыштарҙа ҡатнашҡандарҙы ла, ҡатнашмағандарҙы ла күпләп ҡулға алды. Хатта президентлыҡҡа дәғүә итеүсе биш кандидат та рәшәткә артына эләкте. Улар көс ҡулланып власты баҫып алырға мата­шыу­ҙа, провокация таратыуҙа ғәйепләнә. Был кешеләр әлегә тиклем иреккә сығарылмаған. Европарла­мент ошо кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында Белоруссияның власть элитаһына, йәғни 19 декабрҙә ойошторолған “ҡанлы йәкшәмбе”нең идеологтарына ҡарата санкция ҡулланыуға резолюция ҡабул итеү мәсьә­лә­һен күтәрҙе. Резолюцияла 19 декабрҙәге сыуалыштарҙа ҡатнашлығы булған Белоруссия чиновниктарын Европа илдәренә индереүҙе тыйыу, тыныс протест белдереп тә университеттарҙан ҡыуылыусы студенттарға, бойондороҡһоҙ матбуғат сараларына финанс ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһе ҡаралған. Шулай уҡ 12 ғинуарҙа Брюсселдә үткән Европарламент ултырышында нахаҡҡа ғәйепләнеүсе оппозиция вәкилдәрен аҡлауҙы талап итеү тураһында ла һүҙ бара. Йәғни ошондай юл менән Евросоюз илдәре А. Лукашенконы бер аҙ аҡылға ултыртмаҡсы. Әммә “Батька”ны бының менән генә “бөгә” алырҙармы һуң? Һуңғы йылдарҙа ул донъя сәйәсәте оппозиционерҙарына әүерелә барған Венесуэла Президенты Уго Чавес, Иран етәксеһе Мәхмүд Әхмәдинижад кеүектәр менән дуҫтарса мөнәсәбәттәр урынлаштырып алды. Билдәле булыуынса, был ике ил дә нефть запасына бик бай. Белоруссия уларҙан сеймал һатып алып, хәҙер үҙе Латвия кеүек илдәргә нефть һата башланы. А. Лука­шенконың ҡырғыҙстандың элекке Президенты ҡорманбәк Баҡыевты үҙ илендә һыйындырыуы ла күптәргә оҡшап етмәй. “Батька” иһә сит-яттар­ҙың фекеренә ҡолаҡ һалып торманы, яңыраҡ үҙенең элекке коллегаһын “портфелле” лә итте – ҡ. Баҡыевты хәрби завод директоры итеп тәғәйенләне. ҡырғыҙҙарҙың элекке лидеры хәҙер Белоруссияның хәрби ҡеүәтен арттырыуға үҙ өлөшөн индерәсәк.

Халыҡтың түҙемлеге шартлап һынды
Үткән аҙнала бар донъяның иғтибар үҙәгендә булған Тунистағы хәл-ваҡиғаларға ла туҡталып китәйек. Африка материгының иң төньяғында урынлашҡан ил, элек Францияның колонияһы булып, уҙған быуаттың 50-се йылдарында бойондороҡһоҙлоҡ яулауға өлгәшә. Иҡтисады әллә ни үҫешмәгән. Әммә Тунистың үҙләштерелеп бөтмәгән нефть запасы байтаҡ ҡына иҫәпләнә. һуңғы йылдарҙа бында туризм ныҡлы үҫеш ала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, илдең күпселек өлөшөндә ярлылыҡ хөкөм һөрә. Туниста власть алмашыныуына килтергән сыуалыштарҙың башланыуына ла ана шул хәйерселек сәбәпсе. Ил етәкселегенең балда-майҙа йөҙгәнен белеп-тойоп торған халыҡтың түҙемлеге һына ла инде. Сыуалыш­тар һөҙөмтәһендә йөҙҙәрсә кеше һәләк була. Ғәҙелһеҙлектәргә протест белдереп, Мөхәммәт Буазизи исемле йәш егет үҙ-үҙен яндырыуға тиклем барып етә. Эшһеҙлек, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың даими артыуы ошо ҡот осҡос хәлгә килтерә лә инде.
Урамдарға сыҡҡан халыҡ полиция менән бәрелешә. Ил Президенты Зин әл-Әбидин бән Әли төп ғәйепте хөкүмәткә япһарып, уны тарҡата һәм яңы һайлауҙар тәғәйенләй. Әммә бының менән риза булмаған Премьер-министр Мөхәмәд Ганну­ши, түңкәрелеш эшләп, власты үҙ ҡулына алыуға өлгәшә. 74 йәшлек Президентҡа үҙ иленән сығып ҡасыу­ҙан башҡа сара ҡалмай. Ул Сәғүд Ғәрәбстанына барып һыйына. Ил башлығы вазифаһын башҡарыуҙы ваҡытлыса парламент спикеры Фуад Мбазаға тапшыралар. Мөхәмәд Ганнуши, ҡайһы бер элекке министр­ҙарҙы үҙ урындарында ҡалдырып, ҡайһы берҙәре урынына оппозиция вәкилдәрен тәғәйенләп, яңы хөкүмәт формалаштырыуға өлгәшә. Әммә ил халҡы, хөкүмәт составы менән ризалашмайынса, һаман ҡаршылыҡ акциялары уҙғара.
Тунистағы хәл-торошто тыныс шарттарға көйләүгә Европарламент та күп тырышлыҡ һала. Ни тиһәң дә, ул Европа илдәренең ут күршеһе иҫәпләнә. Шуға ла Евросоюз илдәре Тунисҡа туристар ағымы өҙөлмәһен, унда тыныслыҡ булһын өсөн барыһын да эшләргә тырышасаҡ.
Бына шулай, 2011 йыл революциянан башланды. Тик бындай сыуалыштар башҡа илдәргә лә таралып, яңы түңкәрелештәр була күрмәһен.

Самат ҒӘЛИУЛЛИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы