28.01.2019 Радий Хәбиров: контрафакт алкоголь һатыу - үҙ халҡыңа ҡарата эшләнгән геноцид
Төбәк башлығы прокурорҙарға сертификаты булмаған алкоголле продукцияны законһыҙ һатыуға ҡаршы көрәште көсәйтергә бурыс ҡуйҙы.
Прокуратураның киңәйтелгән коллегияһында Радий Фәрит улы үткән аҙнала ойошторолған уҡыуҙа ауыл биләмәләре башлыҡтары контрафакт хәмерҙең кеше һаулығын юҡҡа сығарыуын әсенеп һөйләүҙәрен әйтте:
«Это самое настоящее зло, которое оказывает разрушительное воздействие на работоспособность и продолжительность жизни людей, благополучие в семье. Нужно остановить геноцид по отношению к нашему населению, по-другому здесь и не скажешь. Прошу органы прокуратуры, всех силовиков разработать жесткие меры по пресечению контрафакта, навести, наконец, порядок в реализации алкогольной и спиртосодержащей продукции во всех муниципалитетах», — тине башлыҡ.
Радий Хәбиров Әбйәлил районын миҫалға алды. Бында 248 "точка" асыҡланған - улар тәүлек әйләнәһенә бишәр литрлыҡ канистраларҙа ялған алкоголь алып була. Кешеләр ағыулана, әбйе-бабайҙар хатта бер айлыҡ пенсияларын алдан биреп ҡуялар икән.
Башҡортостан прокуроры Андрей Назаров републик абашлығы һүҙҙәрен ҡеәүтләне һәм был юҫыҡта эштәр тураһында тәүгә генә әйтелмәй тине. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, урындарҙағы прокурорҙарға башҡа хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары менән туранан-тура хәбәрләшеп эшләргә кәрәк. Әлегә был эш тик яҙма рәүештә бара.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе