21.12.2018 “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!” –
Радий Хәбиров йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостандың яңы девизын билдәләне
“Торатау” конгресс-холы. Яңы етәксе. Беренсе Мөрәжәғәтнамә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.
Радий Хәбиров һүҙен, мин бөгөн күбеһенсә кешеләр тураһында һөйләйәсәкмен, тип башланы. Залда хеҙмәт алдынғылары ла ултыра ине. Һәр берегеҙ тураһында һоҡланыу менән һөйләргә була, һеҙ быға лайыҡ, тине республика етәксеһе.
Мөрәжәғәтнамәне тыңларға Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов килгәйне. Халыҡ уны баҫып алҡышланы.
– Һеҙ республиканы ҡатмарлы йылдарҙа етәкләнегеҙ. Илдең ныҡлы төбәге итеүгә ҙур тырышлыҡ һалдығыҙ. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, Мортаза Ғөбәйҙулла улы, – Радий Хәбировтың был һүҙҙәрен бөтәһе лә хуплап ҡул сапты. Республика етәксеһе шулай уҡ Рөстәм Хәмитовҡа ла рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Түбәндә – сығыштан ҡайһы бер мөһим өҙөктәр.
Бөтә уңайлы шарттар – балаларға
Яҡын арала хәл итә торған мәсьәләләрҙе һәм проблемаларҙы һанап үтеп, Радий Хәбиров:
– Әйҙәгеҙ, республикала генераль йыйыштырыу үткәрәйек, – тине.
Мөрәжәғәтнамәне, депутаттарҙан һәм рәсми кешеләрҙән башҡа, бик күп ябай, әммә үтә яуаплы хеҙмәт кешеһе лә тыңланы. Башлыҡ уларҙың исем-фамилияһын атап, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәһенең башында уҡ иғтибарҙы балаларға бүлде. Уҡыусыларға шарттар тыуҙырыу, мәктәптәр төҙөү, балалар баҡсалары һалыу, балаларҙы туҡландырыу, һәләтле балалар, шулай уҡ физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам тураһында һүҙ барҙы.
Республика етәксеһе балалар баҡсаларында өс йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн ясле төркөмдәре талап ителеүен телгә алды. 2021 йылғаса яңы 49 балалар баҡсаһын сафҡа индереү күҙаллана. Әлбиттә, был проблеманы тулыһынса хәл итмәй.
– Әҙерәк сығым талап ителгән варианттарҙы ла ҡарарға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Муниципалитеттарға биналар бүлеү, ихтыяж булған саҡта шәхси балалар баҡсалары, тәрбиә һәм ҡарап тороу төркөмдәре асыуҙы ойошторорға кәрәк.
Республика етәксеһе балалар баҡсаһына ҡағылышлы тағы бер мөһим хәбәрҙе еткерҙе. Был – баҡсаға түләүгә бәйле ата-әсәләргә компенсация. Әлеге тема буйынса балалары баҡсаға йөрөүсе ғаиләләр яҡшы хәбәрҙар. Радий Фәрит улы, балаларға бик наҙлы ла, хәстәрле лә ҡарашта булыуын күрһәтте инде, шуға ла ул ата-әсәләрҙе түләүҙәр йәһәтенән аңлай һәм компенсация өсөн Хөкүмәткә тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Яҡынса бер миллиард һум аҡса талап ителә. Радий Хәбиров, был сумманы табасаҡбыҙ, тине.
Һаулыҡ – ҙур байлыҡ
Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау тармағына ҡағылышлы күҙаллауҙар менән дә уртаҡлашты. Әлбиттә, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы был тармаҡтағы проблемаларҙы яҡшы белә.
– Беҙҙә иҫке, авария хәлендәге һаулыҡ һаҡлау учреждениелары күп. Ауыл амбулаториялары ла шулар иҫәбендә. Ҡалаларҙа поликлиникалар етмәй. Был яңы биҫтәләргә лә ҡағыла. Бында төҙөүсе ойошмаларҙың да ғәйебе бар. Сөнки улар социаль юҫыҡтағы объекттар төҙөү буйынса бурыстарын үтәмәй, ә яуаплы хеҙмәттәр быға күҙ йомоп ҡарай. Артабан бындай күренеште ҡәтғи рәүештә туҡтатырға һүҙ бирәм, – тине Радий Хәбиров.
Ул Хөкүмәткә медицина ойошмалары биналарын төҙөү, капиталь ремонтлау, реконструкциялау һәм уларҙы заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу буйынса республика программаһы әҙерләргә ҡушты.
– Дөйөм алғанда, медицина темаһы минең өсөн һәр саҡ өҫтөнлөклө буласаҡ, – тине Башҡортостан етәксеһе. – Шул иҫәптән алкоголь һәм тәмәке ҡулланыуға ҡаршы көрәш тә.
Тимәк, көтөгөҙ – хәҙерге замандың ысын социаль афәтенә ҡаршы етди рәүештә һуғыш башланасаҡ. Урындағы етәкселәр имен булмаған ғаиләләрҙе лә гел тикшереп торорға тейеш. Бәлә сыҡҡанын көтмәҫкә!
Лайыҡлы эш, лайыҡлы белем
– Ҡайҙа ғына осрашмайым, республиканың һәр кешеһе тиерлек иң ҙур проблема тип эш юҡлығын, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы булмауын атай. Күп ир-ат эш эҙләп ситкә китә. Айырыуса, сәләмәтлеген ҡаҡшатып, Себер яҡтарына. Етмәһә, ғаиләләр ҙә тарҡала. Ә беҙ хеҙмәткә яраҡлы кешеләребеҙҙе юғалтабыҙ. Минеңсә, был – республика өсөн иң төп хәүефтәрҙең береһе, – тине Радий Фәрит улы Мөрәжәғәтнамәһендә. – Яңы эш урындары булдырыу мөһим. Иң мөһиме – лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән. Муниципалитеттарға инвестициялар йәлеп итергә, яңы етештереү предприятиелары асырға кәрәк. Һәм, ҡасандыр кешеләргә эш биргән, ә хәҙер теге йәки был сәбәптәр менән банкрот хәленә ҡалған элекке предприятиеларҙы тергеҙеү мәсьәләһен ҡарарға.
Радий Хәбиров йәштәр темаһын да күтәрҙе.
– Йәштәрҙең республиканан китеүе – айырым тема, – тине ул. – Мәктәп тамамлаған егет һәм ҡыҙҙар юғары белем алыу өсөн ситкә китә. Беҙҙең университеттар ҙа Рәсәй вуздары кимәлендә булырға тейеш. Республика һәр йүнәлеш буйынса булышлыҡ итергә әҙер. Был йәһәттән Хөкүмәткә киләһе йыл аҙағына тиклем Технополис – Республика фән һәм технологиялар йортон төҙөү эшен тамамларға ҡушам. Ә һәләтле йәштәргә, студент һәм аспиранттарға республика Башлығы стипендияһы күләмен ике тапҡырға күтәрәсәкбеҙ.
Төҙөлөш буйынса күҙаллауҙар ҙур
– Бөгөн өлөшләтә торлаҡ төҙөү программаһына ҡушылып, алданыусыларҙың һаны алты меңдән ашыу. Беҙ был мәсьәләне эҙмә-эҙлекле хәл итәсәкбеҙ. Быйыл бер нисә йорт файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Башҡа проблемалы йорттарҙы төҙөп бөтөрөү юлдарын эҙләйәсәкбеҙ. Шулай уҡ беҙҙә төҙөлөшө оҙаҡҡа һуҙылған социаль объекттар ҙа бар.
Был йәһәттән Радий Хәбиров республиканың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына, район һәм ҡалалар башлыҡтарына йыл аҙағына тиклем проблемалы объекттар исемлеген яңыртырға һәм һәр ҡайһыһы буйынса хәл итеү вариантын әҙерләргә ҡушты. Киләһе йылда Өфөнөң Дим районында мәктәп, баш ҡалала республика онкология диспансеры корпусы төҙөлөшө, тимер юл вокзалы реконструкцияһы, аэропортты модернизациялау тамамланырға тейеш. Бынан тыш, Ишембайҙа бала табыу йорто төҙөргә һәм Күмертауҙа стадионды яңыртырға кәрәк.
Ғаилә ишле лә, бәхетле лә, һау ҙа булһын өсөн…
Республика етәксеһе белдереүенсә, беҙҙә Ғаилә йылы һәм “Балалыҡ ун йыллығы” сигендә күп кенә проект тормошҡа ашырыла. Барыһы ла ғаилә сәйәсәтен нығытыуға, әсәлек һәм балалыҡты һаҡлауға йүнәлтелгән.
– Киләһе йылда 18 йәшкә тиклемге биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә торлаҡ алыр өсөн тәғәйенләнгән сумманы ике тапҡырға – ярты миллиард һумғаса – арттырырға ниәтләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Юл фажиғәләре етди сара күреүҙе талап итә
Республика етәксеһе үҙ Мөрәжәғәтнамәһендә ҡурҡыныс һандарҙы миҫалға килтерҙе. Йыл башынан алып дүрт мең юл һәләкәтендә 500-ҙән ашыу кеше үлгән, биш меңдән ашыуы йәрәхәтләнгән. Был юҫыҡта етди саралар ҡабул итеү мөһим.
Радий Хәбиров авариялар иң йыш булған юлдарҙа, хәрәкәт тығыҙ урындарҙа, кеше күп ерҙә даими дежурлыҡ ойошторорға ҡушты. Шулай уҡ видеокамералар һанын арттырыуҙың мөһимлеген дә белдерҙе. Йәнә шуныһы: авария юл шарттары насар булыу сәбәпле теркәлһә, был юл ҡайһы ойошма балансында, шул яуап тотасаҡ.
– Транспорт һәм юл хужалығы буйынса БР дәүләт комитетына тиҙ арала иң тәү сиратта ремонт яһау өсөн ҡатмарлы, хәүефле юл участкалары исемлеген төҙөргә, – тип күрһәтмә бирҙе республика Башлығы.
Ауыл хужалығынан тыш булмай
– Аграр сәнәғәт комплексы беҙҙең иҡтисадтың иң перспективалы үҫеш нөктәләренең береһе булырға һәләтле. Бер генә һанды миҫалға килтерәм: республиканың аҙыҡ-түлек баҙары күләме 350 миллиард һум самаһы. Ә беҙ әле 170 миллиард һум тирәһе генә продукция сығарабыҙ. Йәғни сығара алғандың ни бары яртыһын ғына. Унда ла – сеймал. Беҙҙең аграр сәнәғәттең төп бурысы – үҙебеҙҙә тәрән эшкәртеүҙе йәйелдереү, – Радий Хәбиров был эште беренсе торған мәсьәләләр иҫәбенә индерҙе.
– Бәлки, ауыл кешеһен эшле итеүселәрҙе, ауыл иҡтисадын үҫтереүселәрҙе тарҡатыуҙы туҡтатырғалыр, ә? Фермер хужалығын аяҡҡа баҫтырыуға күпме көс һалынғанын күҙ алдына килтерегеҙ әле. Ауылда эшләрлек кадрҙарҙы әҙерләү мәсьәләһе лә бар. Тәүҙә аграр колледждарҙың бер нисәүһендә малсылыҡ фермалары, тәжрибә баҫыуҙары булдырырға, уларҙы йыһазландырырға кәрәк. Ғөмүмән, ауылдарыбыҙҙың киләсәген хәстәрләүҙе шәхси бурысым итеп тоям. Сөнки мин ауылда тыуҙым, – тине Радий Хәбиров.
Етәксе ауылдың милли йолаларыбыҙҙы ла, ғаилә ҡиммәттәрен дә һаҡлаусы, быуындар бәйләнешен тәьмин итеүсе булыуын яҡшы белә. Властың ауылға йөҙ менән бороласағына ышанырға ғына ҡала.
Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!
– Һүҙ һуңында шуны әйтер инем: әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙе провинциалдар итеп тоймайыҡ. Беҙҙең ғорурланырлығыбыҙ бар. Күршеләребеҙ һәм дуҫтарыбыҙ дөрөҫ әйтә: “Без булдырабыз!” Ә мин йыйылыусыларға: “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!” – тиер инем. Әгәр беҙҙе үтеп китеүсе төбәктәрҙе ҡабаттан уҙырға теләһәк, беҙҙең башҡа сара юҡ. Шунда инде яңынан алғы сафтарға сығыр инек. Әйткәндәй, был беҙҙең яңы девиз булһын әйҙә.
Мин кешеләрҙе ҙур һүҙҙәр, тормошҡа ашмаҫлыҡ вәғәҙәләр менән алдарға теләмәйем. Командам тураһында: “Был кешеләр әйткәнен эшләне”, – тиһәләр, юҡҡа йәшәмәнем тип иҫәпләр инем. Әйҙәгеҙ, бөгөн үк иҫкелек, алама менән хушлашайыҡ та, тормошобоҙҙо яҡшыртыусы аҙымдар яһайыҡ. Был – минең стратегиям. Алға, Башҡортостан! – тип тамамланы Мөрәжәғәтнамәһен Радий Фәрит улы.
ФЕКЕРҘӘР
Үҙ күҙҙәре менән күргән проблемалар хаҡында һөйләне
Мортаза РӘХИМОВ, Башҡортостандың беренсе Президенты:
– Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәһендә эш сәфәре менән йөрөгән саҡта үҙ күҙҙәре менән күргән аныҡ проблемалар тураһында һөйләне. Ике айҙа ул республиканың байтаҡ төбәгендә булды, халыҡтың нисек йәшәүен күрҙе. Үкенескә күрә, һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ғәмәлдә булған һәм эшләгән идара системаһы емерелде. Әгәр ҙә элек шул уҡ Баймаҡта йә Әбйәлилдә һәм Хәйбуллала халыҡ баҫыуҙа, фермаларҙа эшләһә, хәҙер башҡа яҡтарға эш эҙләп китергә мәжбүр.
Мин республика етәксеһенең Мөрәжәғәтнамәһен ыңғай баһалайым. Радий Фәрит улы республикалағы проблемалар хаҡында һөйләп, башҡарма власть алдына аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Башҡортостан үҙенең юғалтылған позицияһын кире ҡайтарырға тейеш.
Билдәләнгән бер генә бурыс та иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ
Константин ТОЛКАЧЕВ, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:
– Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһе яңыса форматта яңғыраны. Йөкмәткеһе яғынан аңлайышлы, аныҡ һәм тулы. Республика етәксеһе белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы, йәштәр сәйәсәте тармағындағы ҡануниәтте камиллаштырыу кәрәклеге тураһындағы мәсьәләне күтәрҙе. Төбәктең милли проекттарҙа ҡатнашыуы, инвесторҙарҙы һәм федераль аҡсаны йәлеп итеүҙең мөһимлеге билдәләнде. Мөрәжәғәтнамә иң тәү сиратта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына йүнәлтелде. Беҙ төп бурыстар буйынса эш башланыҡ та инде. Радий Фәрит улының бер генә фекере лә, тәҡдиме лә ғәмәлгә ашырылмайынса ҡалмаясаҡ.
Залда Башҡортостандың төрлө төбәгенән килеүсе эшсәндәрҙең булыуы ла урынлы ине. Был беҙҙең республиканың иң төп байлығы кешеләр икәнен күрһәтә.
Йәштәр – республиканың киләсәге
Элина ХИСАМОВА, “Өфө” футбол клубының пиар-менеджеры:
– Миңә, йәш кеше булараҡ, Радий Фәрит улының йәштәргә ҙур иғтибар бүлеүен, уларҙың проблемаларын күрһәтеүен ишетеү оҡшаны. Әгәр ҙә мәктәп тамамлаусыларҙың 25 проценты ситтәге юғары уҡыу йорттарына белем алырға китә икән, был – ҙур күрһәткес. Үкенескә күрә, күбеһе республикаға кире ҡайтмай. Тимәк, беҙ йәш, энергиялы, һөҙөмтәле белгестәрҙе юғалтабыҙ. Бөгөн йәштәрҙе илһөйәрлек, кесе Ватанға һөйөү һүҙҙәре менән генә республикаға бәйләүе ҡыйын. Уларға лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тотороҡло, ҡыҙыҡлы эш кәрәк. Ә Мөрәжәғәтнамәлә йәштәрҙе республикаға ҡайтарыуға бәйле аныҡ бурыстар ҡуйылды. Миңә шулай уҡ вуз-ара кампус төҙөү идеяһы оҡшаны.
(Фекерҙәр “Башинформ” агентлығынан алынды).
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе