RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Радий Хәбиров сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн хеҙмәт хаҡын кәметергә ҡушты

10.12.2018 Радий Хәбиров сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн хеҙмәт хаҡын кәметергә ҡушты


Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн хеҙмәт хаҡын кәметергә ҡушты. 2019 йылдың 1 ғинуарынан төбәктә сүп-сар түккән өсөн раҫланған яҡынса түләү хаҡын Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы республикала йәшәүселәр күтәрә алмаҫлыҡ тип атаны.

Агентлыҡ алдан хәбәр иткәнсә, яңы коммуналь хеҙмәт — сүп-сар сығарыу — хаҡы Башҡортостан Хөкүмәте билдәләгән сүп-сар йыйыу нормативына һәм 1 килограмм сүп-сар сығарыу тарифына (уны төбәк операторы билдәләй) бәйле.

Быға тиклем түбәндәге йыйыу нормативтары аталғайны: күп фатирлы йортта йәшәгән бер кешегә йылына 2,6 кубометр сүп-сар, шәхси йортта иһә 3,7 кубометр ҡалдыҡ йыйыла. Ноябрҙә республиканың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты төбәк операторының ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү хеҙмәтенең хаҡын иҫәпләп сығарҙы. Уның бер кубометры өҫтәлгән хаҡҡа һалым менән 650,40 һумға тиң ине.

Тәүҙә Башҡортостанда йәшәүселәр 2019 йылдың 1 ғинуарынан түләргә тейешле сикке хаҡ аталды. Күп фатирлы йортта йәшәгән бер кешегә ул айына 140,92 һум, шәхси йортта иһә 200,54 һум тәшкил итте. Халыҡ хаҡты ныҡ юғары тип ҡабул иткәндән һуң ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса тарифтар яңынан ҡаралды, фаразланған хаҡ кәметелде. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев һүҙҙәренсә, хәҙер күп фатирлы йортта йәшәүселәр айына бер кешегә 130 һум, ә шәхси йортта иһә 185 һум түләргә тейеш.

«Хаҡты төшөрөгөҙ, халыҡ быны түләй алмай, — тине Радий Хәбиров. — Улар мөмкин түгел һәм ҡабул ителмәй. Тарифтар юғары булмаҫҡа тейеш. Бөгөн үк төбәк операторҙарын саҡырығыҙ. Кәрәк булһа, миңә ебәрегеҙ».

Республика етәксеһе ауылдарҙан сүп-сарҙы ситкә сығарыу системаһын ентекле уйларға һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға сүп-сар сығарған өсөн компенсациялар ҡарарға ҡушты.




Автор: ИА "Башинформ"
Фото: ИА "Башинформ"






Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы