RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы оҙаҡ төҙөлгән күперҙәр менән бәйле хәлде тәнҡитләне

06.11.2018 Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы оҙаҡ төҙөлгән күперҙәр менән бәйле хәлде тәнҡитләне

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы оҙаҡ төҙөлгән күперҙәр менән бәйле хәлде тәнҡитләне
Башҡортостандың Бөрйән районында йәйәүлеләр өсөн ике күпер төҙөлөшө 2011 һәм 2016 йылдан һуҙыла. 6 ноябрҙә республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә «тарихи» хәл тураһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һөйләне.

«2018 йылға Бөрйән районына финанслау күләме 36 миллион 829 мең һум тәшкил итә. Улар алты урынға бүленгән, икәүһе – ике йәйәүлеләр күперен төҙөүгә. Бында үҙләштереү буйынса проблемалар бар. Нәбий ауылында күпер төҙөлөшө буйынса – беҙ төҙөүселәргә өс миллион 648 мең һум түләмәгәнбеҙ, сөнки төҙөүсе проектлаусы менән төҙөлөштә үҙгәрештәрҙе тура килтергән һәм Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты уға кәңәш биргән, ә улар уны үтәмәгән. Уның 2017 һәм 2018 йылдарҙа алған бойороҡтары бар. Бөгөнгө көнгә эш судҡа барып етте. Икенсе объект – ошондай уҡ күперҙе Яңы Монасип ауылында төҙөү. Үҙләштерелмәгән аҡса күләме – 16 миллион һумдан ашыу. Төҙөүсе, арҡандың ҡиммәтселегенә һылтанып, алдан түләүҙе һорай, беҙ бөгөн бындай аҙымға бара алмайбыҙ. Өҫтәүенә ул контракттың хаҡын арттырыуҙы һорай», — тип аңлатты хәлде муниципалитет башлығы.

Нәбий ауылындағы күпер буйынса хәл 2011 йылдан дауам итә, ә Яңы Монасип ауылында – 2016 йылдан.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оҙаҡ төҙөлгән күперҙәр менән бәйле хәлде ҡаты тәнҡитләне.

«Коллегалар, төҙөүселәр һәм башҡалар, үҙегеҙҙе ситтән ишетәһегеҙме? 2011 йылда бәләкәй күпер төҙөлә. Намыҫығыҙ бармы? Миңә хәҙер бер-бер артлы эштән сығара башларғамы? Дүшәмбе кәңәшмәлә миңә министр менән башлыҡтың ҡасан ошо күперҙәр буйлап атлап уҙасағын хәбәр итегеҙ. Миңә ошо күперҙәр, ваҡыт буйынса асыҡ мәғлүмәт кәрәк. Был күпер күпме тора? Төбәк фондынан ярҙам итегеҙ – аҡса бирегеҙ, яҡшы төҙөүсе табығыҙ. 2011 йыл... Ҙур объекттарҙы нисек төҙөрһөгөҙ? Әгәр Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һала башлаһаҡ?», — тип Радий Хәбиров был мәсьәләне тикшереүҙе тамамланы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы