31.10.2018 Рәсәйҙә Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фонды булдырыла
Рәсәйҙә Туған телдәрҙе һаҡлау һәм өйрәнеү фонды булдырыласаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин федераль Мәғариф министрлығына һәм Милләттәр эштәре буйынса агентлыҡҡа ошондай йөкләмә бирҙе. Фонд федераль бюджет ассигнованиелары, ирекле иғәнәләр һәм ярҙам, башҡа сығанаҡтар иҫәбенә булдырыла. Президент указына ярашлы ойоштороусы ведомстволарға өс ай эсендә Фонд уставын, ә Рәсәй Хөкүмәтенә Фонд идараһы һәм попечителдәр советтары составтарын раҫларға кәрәк. Фонд Мәскәүҙә урынлашасаҡ. 2019 йылдан ул бюджеттан финанслана башлай.
«Президенттың ошо ҡарары – Рәсәйҙең этник һәм мәҙәни төрлөлөгөн һаҡлау эшенә ҙур өлөш индереү. Һуңғы ваҡытта был йүнәлештә федераль кимәлдә бик күп эштәр башҡарыла. Атап әйткәндә, августа Владимир Путин уҡыусыларға туған телдәрҙе өйрәнеүҙе гарантиялаусы хоҡуҡ биргән, төбәктәрҙә киң хуплау тапҡан законға ҡул ҡуйҙы», — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев.
Республика парламенты фекеренсә, Фонд сараларын тотоноуҙың киң йәмәғәтселек өсөн мөмкин тиклем асыҡ булыуы мөһим. Шулай уҡ Фондтың попечителдәр советына һәм идараһына төрлө этностарҙан тел мәнфәғәттәрен яҡлаусы абруйлы кешеләр инергә тейеш.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе