22.10.2018 «Әр-Рәхим» мәсетен төҙөп бөтөү өсөн кәмендә 5-6 миллиард һум кәрәк
«Әр-Рәхим» мәсетен төҙөп бөтөү өсөн кәмендә 5-6 миллиард һум кәрәк. Ошо хаҡта «Рәсәй. Башҡортостан» телеканалына интервьюла республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимов һөйләне.
Башҡортостан халҡын борсоған күптән көтөлгән мәсеттең төҙөлөп бөтәсәкме тигән һорауына «Урал» хәйриә фонды етәксеһе алдағы өс-дүрт йылда объектты төҙөп бөтөп була тип белдерҙе.
«Эйе, халыҡ көтә, беләм. Әммә ябай кешеләрҙән мәсет төҙөүгә аҡса һорау дөрөҫ булмай. Минеңсә, предприятиены тергеҙергә кәрәк. Ә мәсет төҙөү өсөн кәмендә 5-6 миллиард һум кәрәк. Фонд ошо изге эшкә 2 миллиард һум һалды», — тине Рәхимов.
«Әр-Рәхим» мәсете 2007 йылда төҙөлә башланы һәм әлеге ваҡыты туңдырылған килеш тора. Бер нисә йыл элек уның тирәләй Башҡортостан мосолмандары Диниә нәзараты, проекттың төп инвесторы булып сығыш яһаусы «Урал» хәйриә фонды һәм Өфө мэрияһы араһында конфликт килеп тыуҙы. Уның сәбәптәренең береһе булып, мосолмандан Диниә назаратының «Мөслим-сити» тип йөрөтөлгән девелопер проекты торҙо. Шунан һуң банкир һәм Башҡортостан президентына элекке дәғүәсе Сергей Веремеенко инвесторҙар табырға вәғәҙә итте. Күптән түгел республиканың яңы етәкселегенә мәсет төҙөп бөтөүгә булышлыҡ итеү үтенесе менән Башҡортостандың өс традицион конфессияһы башлыҡтары Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Владыка Никон һәм Дан Кричевский мөрәжәғәт итте.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе