RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Американдарҙан өлгө алырғамы?

11.01.2011 Американдарҙан өлгө алырғамы?

Бынан ун йыл элек, 2000 йылдың 25 декабрендә, Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы, гимны (көйө) һәм гербы тураһындағы законға ҡул ҡуйыла. Бөгөн беҙ ил буйлап һәр ерҙә аҡ, зәңгәр һәм ҡыҙыл төҫлө флагты, ҡуш башлы ҡошло гербты күрәбеҙ. Башҡортостандың дәүләт символикаһы ла раҫланған. Дөрөҫ, гимныбыҙ оҙаҡ ваҡыт һүҙһеҙ йөрөһә лә, хәҙер ул яңғырағанда ауыҙ тултырып, башты юғары тотоп, йырлай алабыҙ. Алабыҙмы һуң? Йыш яңғыраймы ул? Ә флагыбыҙ тейешле ерҙә елберләйме? Ғөмүмән, беҙҙә дәүләт символдарына ихтирам ниндәй кимәлдә?
Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында оҙаҡ йылдар эшләп килгән «Башҡортостан тарихы» түңәрәгенә йөрөүселәр сираттағы «дәрес»тә ошондай һорауҙарға яуап эҙләне. Студенттар «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдары тураһында» законды яҡшылап өйрәнгән, символдар булаһы урындарҙы барлаған һәм... ҡайһы бер етешһеҙлектәргә лә юлыҡҡан.
Законда ҡаралғанса (6-сы статья), мәҫәлән, Башҡортостан флагы БР Президенты резиденцияһында, Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай, БР Хөкүмәте, идара итеү органдарында, БР Конституция, Юғары, Арбитраж суды, башҡа суд биналарында, кеше хоҡуҡтары, бала хоҡуҡтары вәкилдәре ултырған урындарҙа, БР Контроль-иҫәп палатаһында, урындағы үҙидара органдарында даими торорға тейеш. Бынан тыш, ул Мәскәүҙә, илдең башҡа субъекттарында, сит илдәрҙә республика вәкилдәре резиденцияларында ҡуйыла.
Дәүләт символикаһына арналған түңәрәк ултырышына, башлыса, икенсе, өсөнсө курс студенттары йөрөһә лә, был юлы, теманың мөһимлеге ҡыҙыҡһындырҙымы, битараф ҡала алманылармы – өлкән курстар, аспиранттар ҙа килгәйне. Олеся Әхмәтова, Айгөл ҡужәхмәтова, Урал Имашев милли символдар тураһында сығыш яһағанда битарафлыҡ, иғтибарһыҙлыҡ күҙәтелеүен дә әйтте. Йәштәр белдереүенсә, Башҡортостан флагын тейешле ерҙә элмәгән органдар ҙа бар. Юғары суд бинаһында, мәҫәлән, Рәсәй флагы ғына тора.
– Был – туранан-тура хоҡуҡ боҙоу, сөнки законда Юғары суд бинаһында дәүләт флагы мотлаҡ торорға тейеш, тип яҙылған, – тине сығыш яһаусылар бер тауыштан. Урал Имашев хатта был турала Президент блогына ла яҙған.
Тарихты тәрәнерәк өйрәнеү маҡсатында ғилем алыу­ҙы аспирантурала дауам итеүсе Айбулат Хөсәйенов башҡа илдәрҙә флагҡа, гимнға ҡарата булған ихтирамды беҙҙә лә тәрбиәләү тураһында һөйләне. «Төрлө чемпионат, ярыштар­­ҙа, милли йыйындарҙа сит ил вәкилдәре гимндарына ҡушылып йырлай, ә беҙ хатта көйөн дә белеп еткермәйбеҙ», – тине ул. БР Йәштәр йәмәғәт палатаһының Рәсәй гимны тексын өйрәнеүҙе мәктәп программаһына индереү проектын ҡарауын да әйтеп үтте. Был юҫыҡта Башҡортостан гимнының да мәктәптәрҙә махсус өйрәнелеүе шарт.
Фекер алышыуҙарҙа БДУ профессоры Әнүәр Әсфәндиәров, тарих факультеты деканы урынбаҫары Нурислам ҡалмантаев, БР Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеү институты ғилми хеҙмәткәре Закирйән Әминев та ҡатнашып, студенттарҙы ошо мөһим мәсьәләне күтәргәндәре өсөн хупланы. Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе вазифаһын башҡарыусы тарих факультеты студенты Флорид Багаев әйтеүенсә, закон боҙоуҙар тураһында тейешле органдарға еткереп тороуҙан ҡурҡмаҫҡа, символикаға бәйле етешһеҙлек­тәр­ҙе бөтөрөүҙе талап итә белергә кәрәк.

Беҙ бигүк яратып еткермәгән АҡШ-та флаг культы хөкөм һөрә. Был тормошта ғына түгел, кинола ла сағылыш таба. Етмәһә, беҙ бит нәҡ Америка флагы төшөрөлгән кейемдәрҙе лә кейәбеҙ. Ата-әсәләр бәләкәйҙән балаларында ошо ихтирамды тәрбиәләй, иле өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята. Беҙҙә иһә, Башҡортостанда, дәүләт символы, йәғни республика флагы, гимны, гербы башҡорттарға ғына кәрәк кеүек тойола. Гербтағы Салауат һынынан, флагтағы ҡурай сәскәһенән ҡайһы берәүҙәрҙең нисек көлөп маташ­ҡанын да иҫәпкә алһаҡ, Тыуған илгә, был осраҡта Башҡортостанға, ҡарата илһөйәрлек хисе күптәребеҙҙә юҡ.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы