RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Президенттың һайлау программаһы әҙер, Ул Рәсәй үҫешенә йүнәлтелгән

14.12.2017 Президенттың һайлау программаһы әҙер, Ул Рәсәй үҫешенә йүнәлтелгән

Президенттың һайлау программаһы әҙер, Ул Рәсәй үҫешенә йүнәлтелгәнВладимир Путиндың был – ун өсөнсө ҙур матбуғат конференцияһы. Президент аҙна-ун көн элек кенә 2018 йылдың мартында ил башлығы һайлауҙа ҡатнашасағын белдерҙе. Ул мөһим сәйәси сараға үҙен-үҙе күрһәтеүсе кандидат булараҡ бара. Владимир Путин партияларҙың, йәмәғәт ойошмаларының, халыҡтың ярҙамына, уны хуплаясағына ышана. Матбуғат конференцияһы шундай һүҙҙәр менән башланды. Һорауҙар төрлөлөгө, һәр ваҡыттағыса, шаҡтай киң ине.
Татарстан вәкиле биргән һорау беҙҙең өсөн дә көнүҙәк булды. Плакатта “Путин бабай” (журналист әйтеүенсә, Президентты татар балалары шулай тип атай икән) тип яҙылғайны. Һорау туған телдәрҙе өйрәнеү һәм төбәктәрҙе эреләтеүгә арналды. Утһыҙ төтөн булмай, тигәндәй, был һорауҙар юҡҡа бирелмәне, сөнки быйыл көҙ милли республика мәктәптәрендә туған телдәрҙе уҡытыуға бәйле проблема килеп тыуҙы. Владимир Путин был мәсьәләне үҙе күтәргәйне.
– Беренсенән, беҙҙә әлегә милли юҫыҡта киҫкенлек юҡ. Икенсенән, тел мәсьәләһе бер генә нәмә өсөн күтәрелде – балалар Рәсәйҙең ҡайһы ғына төбәгендә йәшәмәһен, һәр береһенә киләсәк тормошо өсөн тигеҙ шарттар булдырыу. Кешегә туған телдәрен өйрәнеү өсөн мөмкинлек бирергә кәрәк. Беҙҙә, шөкөр, телдәр күп төрлө. Был – беҙҙең ғорурлыҡ һәм байлыҡ. Шуға ла булышлыҡ итеү мөһим, – тине Владимир Путин яуабында.
Президент фекеренсә, балалар туған телен генә түгел, ә халыҡ-ара аралашыу теле булған рус телен дә яҡшы белергә тейеш.
Татарстан вәкиленең икенсе һорауы ла сетерекле.
– Советтар Союзы тарҡалған ваҡытта ла, Федерация субъекттары элекке принцип буйынса формалашты һәм ҡайһы бер төбәктәр иҡтисади яҡтан көсһөҙ булды. Бына шул тәңгәлдә эреләтеүҙең мәғәнәһе бар ҙа һымаҡ. Әммә мине ишетеүегеҙ мөһим: милли республикаларға, автономияларға беҙ бер нәмәне лә көсләп таҡмаясаҡбыҙ. Был Рәсәй берҙәмлеге өсөн хәүефле. Мин Президент булғанда дәүләттең эреләтеү йә ҡушыу ниәте юҡ һәм булмаясаҡ, – тине Путин.
Өфөнән журналист Станислав Шахов ил субъекттарының үҙәккә һалымы, федераль ҡаҙнанан төбәктәргә йүнәлтелгән субсидиялар тураһында һорау бирҙе. Президент был теманы күтәреүҙе ҡыҙыҡлы тип тапты.
– Кеше Рәсәйҙең ҡайһы ғына биләмәһендә генә йәшәмәһен, бер үк шарттарҙа көн итергә тейеш. Кеше етешһеҙ төбәктә йәшәүенә ғәйепле түгел бит. Беҙ аҡсаны ғәҙел бүлергә тырышабыҙ. Кредит бурыстары булған төбәктәр өсөн ете йылға биш процент иҫәбенән реструктуризация үткәрергә ҡарар иттек. Килемдәре инфляциянан түбән күләмдә үҫешкән субъекттарға – 12 йылға.
Ауыл хужалығы, һалымдар, халыҡ-ара мөнәсәбәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы, сәнәғәт үҫеше – Президент һәр һорауға тулы яуап бирергә тырышты. Мөһим яуаптарҙы һуңғы һандағы “Йыл ваҡиғалары” рубрикаһында бирергә күҙаллайбыҙ.
А. ЗИННУРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы