28.12.2016 Рөстәм Хәмитов РФ Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты
27 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов экологияны киләсәк быуын мәнфәғәттәрендә үҫтереү мәсьәләләренә арналған Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты.
Ултырышта глобаль экология проблемаларын хәл итеүҙә Рәсәйҙең роле һәм урыны, тирә-яҡ мөхит деградацияһын һәм тәбиғәт байлыҡтарының сарыф итеп бөтөлөү хәүефен кәметеү, тупланған экологик зарарҙы юҡ итеү, сәнәғәттә заманса таҙа технологиялар ҡулланыу, тупраҡҡа һәм һыуға зарарлы матдәләр сығарыу күләмен кәметеү кеүек илдең оҙаҡ сроклы экологик тотороҡло үҫешенең төп бурыстары тикшерелде.
Ултырышты асып, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2017 йылдың Экология йылы тип иғлан ителеүен иҫкә төшөрҙө. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау – ул милли иҡтисадтың һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн генә түгел, ә тәү сиратта кеше тормошоноң сифатын яҡшыртыу, төбәктәрҙең потенциалын асыу өсөн мөһим йүнәлеш.
— Төп мәсьәлә – тәү сиратта сәнәғәтте яңы технологик ҡорамалдар менән тәьмин итеп, иң яҡшы технологиялар ҡулланып атмосфераға, тупраҡҡа һәм һыуға зарарлы матдәләр сығарыу күләмен ҡырҡа кәметеү, – тине дәүләт башлығы. – Әлбиттә, был сығымдар талап итә, әммә шуны аңларға кәрәк, экологик таҙа технологиялар – ул беренселек кенә түгел, ул һөҙөмтәлә етди иҡтисади табыш алыуға килтерә.
Владимир Путин тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән киҫкен экологик проблемаларҙы билдәләп үтте.
— Зарарлы матдәләрҙе сығарып ташлау хәле ҡырҡа насар һаҡланып ҡала. Ярты ҡала халҡы юғары кимәлдәге бысраҡ һауаны һулап йәшәй. Быға шәхси һәм йәмәғәт автомобиль транспортының индергән өлөшө – 50-нән алып 90 процентҡа тиклем тәшкил итә. Ер өҫтөндәге һыуҙарҙың ярайһы уҡ өлөшө бөгөн «бысраҡ» һәм «бик ныҡ бысраҡ» тип баһалана. Халҡыбыҙҙың ете проценты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителмәгән. Бөтә төбәктәрҙә тиерлек тупраҡ һәм ерҙең торошо насарайғандан-насарая, – тине Рәсәй Президенты. – Артабан да мөһимерәк мәсьәләләргә һылтанып ярым-йорто саралар күрһәк, 2050 йылға тирә-яҡҡа сығарған зарарлы матдәләр һәм парник газдар күләме критик сиккә етәсәк, ә ул киләсәк быуынға йәшәүгә яраҡһыҙ мөхит ҡалдырыуыбыҙҙы аңлата. Шуға күрә тәбиғәтте бысратыу күләмен кәмендә ике тапҡырға кәметергә кәрәк.
Башҡа мөһим экологик үҫеш йүнәлештәре иҫәбендә Владимир Путин экологик мәғлүмәт системаһын камиллаштырыуҙы, етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарын зарарһыҙландырыуҙы, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләрен хәл итеүҙә граждандарҙың һәм йәмәғәт ойошмаларының әүҙем ҡатнашыуын атаны.
— Кабинеттарығыҙҙа кешеләрҙән ҡасып ултырырға кәрәкмәй. Кешеләр, һис шикһеҙ, белергә теләй һәм белергә хоҡуҡлы, экологик акцияларҙа, йәшәү сифатын яҡшыртыу, йорт тирәләрен, парк, скверҙарҙы төҙөкләндереү буйынса аныҡ эштәрҙә ҡатнашырға хоҡуҡлы, – тип айырып әйтте дәүләт башлығы. – Башланғыстарға ышаныу, ижтимағи хәрәкәттәр менән аралашыу һәм уҙаҡташлыҡ – илдә юғары экология мәҙәниәтен булдырыуҙа иң мөһим шарт булып торасағына ышанам.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе