22.12.2016 Ҙур үҫеш стратегияһы әҙерләнә
Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт ултырышы үткәрҙе. Был сара төбәкте 2030 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫтереү Стратегияһы проектының төп положениеһы һәм киләһе йылда Хөкүмәттең мөһим эш йүнәлештәре тураһында фекер алышыуға ҡоролдо.
Рөстәм Хәмитов үтеп барған йыл йомғаҡтарына ла туҡталды. Уның билдәләүенсә, 2016 йыл, дөйөм алғанда, республика өсөн ярайһы ғына уңышлы булды.
Төҙөлөштә, сауҙала һәм хеҙмәт күрһәтеүҙәге хәл яҡшырҙы, сәнәғт етештереүе 11 айҙа ике процентҡа үҫте, ауыл хужалығы үҫеше – бер процент. Эш хаҡының да күтәрелеүе күҙәтелә. Ҡыҫҡаһы, республика 2017 йылға ныҡлы аҙымдар менән инә.
Әлеге Стратегия өҫтөндә эш ярты йыл элек башланған. Ғалимдар, белгестәр, хатта “Сколково” эксперттары йәлеп ителгән.
Хөкүмәт рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов, Стратегия проектының тексы 2017 йылдың апреленә тулыһынса әҙер булырға тейеш, тине. Оҙайлы осорға социаль-иҡтисади үҫештең өс варианты эшләнгән. Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләгән глобаль бурыстарға яраҡлаштырылған маҡсатлы вариантты нигеҙ итеп алырға тәҡдим ителә.
2030 йылға төбәк тулайым продуктын өс тапҡырға арттырып, Рәсәйҙең иң алдынғы ун төбәге исемлегенә инеү маҡсат булып тора. Шулай уҡ хеҙмәт етештереүсәнлеге, йән башына тура килгән инвестиция күләме, ауыл хужалығы продукцияһын үҫтереү күрһәткестәре лә маҡсатҡа ярашлы булырға тейеш.
Мәрҙәнов әйтеүенсә, төп капиталға индерелгән инвестиция күләмен бер кешегә 304 мең һумға тиклем еткереү шарт. Был күрһәткес буйынса 2014 йылда 49-сы урында торғанбыҙ, 2030 йылға иһә 15 алдынғы төбәк исемлегенә инеү күҙаллана.
Стратегияның төп положениеларын йәмәғәтселеккә фекер алышыуға сығарыласаҡ.
Ултырыш һуңында Рөстәм Хәмитов телмәр тотоп, түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
– Инвестиция күләме буйынса беҙ 11-се урындабыҙ. Ҡайһы бер төбәктәр эргәһендә ярайһы лайыҡлы ғына күренәбеҙ. Ваҡлап һатыу буйынса илдә – һигеҙенсе. Реаль хеҙмәт хаҡы үҫешендә лә Рәсәйҙә күрһәткестәребеҙ яҡшырған. Автомобиль һатып алыу йәһәтенән дә алда барабыҙ, бишенсе урында. Күп күрһәткестәр буйынса уртаса Рәсәй һандарынан юғарыбыҙ. Әммә үҫеш ҙур түгел. Барыһы ла эште ойоштороуға бәйле.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе