09.12.2016 БР Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа киләһе йылға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны
Рөстәм Хәмитов был етенсе Мөрәжәғәтнамәһен республиканың дөйөм социаль-иҡтисади хәл-торошона баһа биреүҙән башланы. “Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәте алдына тотороҡло үҫешкә, иҡтисад үҫеүенә күсеүҙе тәьмин итеү, эшҡыуарлыҡтың әүҙемләшеүен нығытыу, халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү бурыстарын ҡуйҙы. Сит илдәр менән сауҙа хәлдәре үҙгәреүе, бюджет сикләүҙәре шарттарында быны, эске резервтарға, инновацияларға һәм яңы идара технологияларын индереүгә таянып, иң тәү сиратта эшләргә кәрәк”, – тине төбәк Башлығы.
Рөстәм Хәмитов һөҙөмтәлелек тураһында күп һөйләне. Һөҙөмтәле идара итеү йүнәлештәрен билдәләне. Дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙе камиллаштырыу буйынса фекерҙәре яңғыраны.
Республика Башлығы үҙ Мөрәжәғәтнамәһендә әйтеүенсә, федераль үҙәк билдәләгән стратегик үҫештең төп йүнәлештәрен беҙ Башҡортостандың “үҫеш нөктәләре”н менән тулыландырырға тейешбеҙ.
“Йәмғиәт беҙҙән татыу команда эше һәм күҙгә күренеп торған аныҡ ҡаҙаныштар көтә. Бурыстар ҡатмарлы, ҙур. Улар ресурстарҙың ғына түгел, ә көс, белем, тәжрибә, ихтыяр көсө һәм холоҡтоң да ҡушылыуын талап итә. Бергә ҡуйылған маҡсаттарға ирешербеҙ тип ышанам”, – тине Рөстәм Хәмитов.
Рөстәм Хәмитовтың сығышы стенограммаһы: [attachment=12]
Фекерҙәр:
Ғәфүр Ғөбәй улы СӘЛИХОВ, философия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй философия йәмғиәте вице-президенты, Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультеты деканы:
– Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә республиканың бөгөнгө хәл-торошона баһа биреп, сәйәсәткә, иҡтисадҡа, мәғарифкә, медицинаға, социаль өлкәгә, торлаҡ-коммуналь хужалығына айырым туҡталып үтте. Хәҙерге глобалләштереү заманында, донъя кимәлендә яңы технологиялар, яңы техника ныҡ алға киткән ваҡытта төп иғтибар бөгөнгө заман кешеһенә, уның йәшәү кимәлен яҡшыртыуға йүнәлтелергә тейеш, тип билдәләне.
Рөстәм Зәки улы әле техника һәм технология үҫешендә дүртенсе сәнәғәт революцияһы күҙәтелә, тине һәм шуның сиктәрендә яңы ҡарарҙар ҡабул итә белеүсе идарасы кадрҙар кәрәк, тип билдәләне. Йәғни кадрҙар алмашыныуы талап ителә.
Бына ошоға ҡағылышлы шуны әйткем килә. Әле эшләп килгән кадрҙар – улар юғары профессионалдар һәм уларҙы һөнәри оҫталығын һыҙып ташлап булмай. Ә киләсәккә яҡшы кадрҙар тәрбиәләү өсөн йәштәр сит илдә белем алырға тейеш, тип иҫәпләйем. Англияла, Германияла, Америкала, Японияла һ.б Әгәр ҙә беҙ кадрҙарҙы үҙебеҙҙә генә әҙерләһәк, улар яҡшы, лайыҡлы, белемле, юғары квалификациялы кадрҙар буласаҡ, әммә донъя киңлеге, донъя кимәлендә күреү һәләте етмәйәсәк. Шуға күрә кадрҙар алмашыныуы тәбиғи юл менән, эволюция юлы менән барырға тейеш. Элекке кадрҙар үҙҙәренең профессиональ белеме, тәжрибәһе менән уртаҡлаша, йәштәрҙе тәрбиәләү. Яңы кадрҙар әҙерләүҙе мин шулай күҙ алдына килтерәм.
Республика башлығы халыҡтың килемен арттыуы, иҡтисадты үҫтереү мәсьәләһенә лә туҡталып үтте. Минеңсә, халыҡтың килемен арттырыу өсөн иң беренсе сиратта яңы эш урындары кәрәк. Яңы предприятиелар, сәнәғәт үҙәктәре асылырға тейеш. Ауыл ужалығын үҫтерергә тейешбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн тотош Рәсәй кимәлендә күп кенә баҫыуҙар эшкәртелмәй ята, мал хужалығы комплекстары тулы көсөнә эшләй алмай. Һөҙөмтәлә кешеләр эшһеҙ ҡала. Былар барыһы ла социаль-иҡтисади үҫешкә, кешенең етеш тормошона йоғонто яһай.
Әмир ИШЕМҒОЛОВ, Бөтә донъя башҡорттары Ҡотолтайы рәйесе, Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры:
-Мөрәжәғәтнәмәлә республика башлығы төбәктең экономик яҡтан алға бырыуы тураһында әйтеп үтте. Халҡыбыҙҙың көнкүрешен яҡшыртыу маҡсатында аныҡ фекерҙәр әйтелде. Һаулыҡ һаҡлау, мағариф, ауыл хужалығы өлкәһендә, кадрҙар әҙерләү буйынса алдағы йылда башҡарылаһы эштәр, хәл итәһе проблемалар ҡаралды, республика Хөкүмәтенә төрлө тармаҡтар буйынса эшләргә аныҡ күрһәтмәләр бирелде.
Умартасылыҡты үҫтереү буйынса ла Рөстәм Зәки улы Хәмитов үҙ фекерен еткерҙе. Башҡорт балын донъя күләменә күтәреү өсөн бөгөнгө көндә уның үҙ хаҡы юғары килеп сыға. Шуның өсөн республикала балды етештереү күләмен арттырырға кәрәк. Беҙҙә 175 мең тонна бал етештерерлек мөмкинлек бар, әммә бөгөнгө көндә беҙ тик 12 мең тонна ғына етештерәбеҙ.
Икенсенән, сит ил талаптарына яуап бирерлек лабораториялар, уларға ҡиммәтле ҡоролмалар кәрәк. Был йәһәтән киләсәктә эш алып барыр өсөн республика башлығының, Хөкүмәттең ярҙамы булыр тип ышанабыҙ.
Дөйөм алғанда, Рөстәм Зәки улы Хәмитов билдәләнгән йүнәлештәр буйынса эштәр башҡарылып, республикала йәшәйеш кимәле яңы ритм менән артабан да алға барыр тип ышанам.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе