RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Республика... юҡ, агломерация!

11.12.2010 Республика... юҡ, агломерация!

Үҙәк властар илде тағы төбәктәргә бүлгеләмәксе. Өлкәләр, крайҙар, республикалар былай ҙа федераль округтарға берләшкән бит инде, һәр округтың «түрәһе» лә бар, тиерһегеҙ. Юҡ, йәмәғәт, шундай ҙур Рәсәйебеҙҙә был үҙгәреш күптән иҫкерҙе бит инде! Ил Хөкүмәте, Президент Хакимиәте яғынан агломерация тигәнерәк һүҙҙәр ишетелеп ҡалды. Аһ-аһ, ҡолаҡҡа бигүк ятышлы ла түгел әле был һүҙ, ҡайҙан уйлап тапҡандар? Уның латинсанан тәржемәһе «ҡушам»ды аңлата, имеш. Теүәлерәк әйткәндә, агломерация – халыҡ йәшәгән тораҡ пункттарҙың (башлыса, ҡалаларҙың) интенсив үҫешкән производство, транспорт, мәҙәни бәйләнештәре булған ҡатмарлы, күп компонентлы динамик системаға берләшеүе, йәғни ҙур бер ҡала «ҡыйығы» аҫтына инеүе.
РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин ил төбәктәре өсөн нәҡ ошондай системаны тәҡдим итә. Реформаларға бик оҫта булған етәкселәребеҙҙең уй-ниәтенә ҡарағанда, яҡын киләсәктә Рәсәй 20 агломерацияға (уларға 2 – 3 миллион халыҡ инә, тип күҙаллана) бүленәсәк. Был бит өр-яңы территориаль бүленеш тигәнде аңлата. Тимәк, быға тиклем илебеҙҙә «донъя көткән» 83 субъект, уның өҫтөнән контроллек яһап маташҡан 8 федераль округ юҡҡа сығасаҡ. Тап шулай. Чиновниктар фекеренсә, улар менән идара итеү ҡыйынға төшә, модернизация маҡсаттарына яуап бирмәй. Бөгөнгө Рәсәй ҡалаларының 90 проценты монопрофилле, йәғни ундағы етештереү баҙарҙың бер генә тармағына ҡайтып ҡала. Моноҡалаларҙы үҫтереүҙең файҙаһы юҡ, халыҡтың күбеһе барыбер мегаполисҡа тартыла. Унда йәшәү шарттары ла яҡшыраҡ, эш тә табырға мөмкин.
Ғөмүмән алғанда, Рәсәй агломерацияларға берләшеү йәһәтенән артта ҡалған, тиһәк тә була, сөнки сит илдәр күптән шулай йәшәй, имеш. Донъяла иң ҙур агломерация Токио икән. Унда 34 – 35 миллион халыҡ йәшәй. Рәсәйҙә агломерация бөтөнләй юҡ икән, тип уйламағыҙ, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары шул иҫәптә.
Ә шулай ҙа әлеге лә баяғы 20 агломерация ниндәйерәк ҡалалар тирәһендә барлыҡҡа килер һуң? Реформа авторҙары, илдең баш ҡалаһы, төньяҡ «баш ҡала»быҙҙан тыш, түбәндәгеләрҙе индерә: Һамар – Тольятти, Екатеринбург, Түбәнге Новгород, Ростов, Новосибирск, Волгоград, ҡаҙан, Силәбе, Һарытау, Өфө, Пермь, Красноярск, Новокузнецк, Краснодар, Иркутск, Воронеж, Владивосток, Омск. Бәләкәй ҡалалар бөтөнләй үк юҡҡа сыҡмаҫ. Агломерацияларҙан ситтә яңы проект (төҙөлөш өҫтөнлөктәре – энергияны һөҙөмтәле тотоноу, экология яғынан уңайлы, комфорт) буйынса ҡалалар төҙөләсәк.
ҡануниәт яғынан агломерацияны бөгөндән ойоштороу мөмкин түгел. Уларҙың буласаҡ сиге әлеге административ бүленешкә тап килмәй, бюджет аҡсаһын бүлеүҙә лә проблемалар тыуасаҡ. Һуң, ниңә был эшкә тотонорға? Субъекттарҙы нисек бар, шулай ҡалдырып булмаймы ни? Халыҡ реформалар артынан ҡыуып та етә алмай ҙаһа!
Агломерация иҡтисад яғынан уңайлы, тип бара ошо тәҡдимде индереүселәр. Дәүләт аҡса бүлеү йәһәтенән отасаҡ, сөнки ике-өсәр миллионлы агломерацияларҙа мәҙәни, сауҙа, идара, мәғариф үҙәктәре уртаҡ була, ваҡ ҡасаба-ҡалаларҙа уларҙы үҫтереп тороу кәрәкмәй. Халыҡ күп йәшәгән эре ҡалалар ғына финансланасаҡ, тигән һүҙ инде был. 20 яңы төбәктең 20 башлығы ла булалыр инде. Уларҙы кемдәр ҡуясаҡ, ә элекке субъекттар түрәләре ҡайҙа булыр? Туҡта-туҡта, агломерациялар төҙөлгән хәлдә милли республикалар нишләйәсәк икән? Өфө агломерацияһы була, тип күҙаллай ҙа ул «реформаторҙар», Башҡортостанда халыҡ һаны дүрт миллиондан ашыу бит әле, ә агломерацияға ике-өс миллион кеше инәсәк. ҡыҙы-ыҡ, ҡалғандарыбыҙ ҡайҙа барыр? Күрше Силәбе, Пермь, Екатеринбург, ҡаҙан тирәһенә «өймәкселәрме»? Бер һүҙ менән әйткәндә, был яңырыш тураһында хыялланыу беҙҙең файҙаға түгел. Башынан аҙағынаса уйлап та еткерелмәгән (бәлки, артыҡ ныҡ уйланылғандыр?) проектты аҡылы булған етәксе, бойомға ашырам, тип ынтылмаҫ. Һәр хәлдә, киләһе йылда ғына булмаҫ әле. Мөһим эштәр күп. Ана бит, Президентыбыҙ Дмитрий Медведев Мөрәжәғәтнамәһендә күпме бурыс барлығын еткерҙе. Уларҙы атҡарып сығыр өсөн генә лә бер ғүмер кәрәк. Әйткәндәй, «һәр өсөнсө балаға – ер» тигәненән сығып фекер йөрөт­һәк, бәпестәр тыуа башлаһа-а, 20 агломерация ғына тар булып, улар күберәк кәрәкмәҫме?!

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы