RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Халыҡҡа хеҙмәт итеү – минең ҡанымда»

09.09.2016 «Халыҡҡа хеҙмәт итеү – минең ҡанымда»

«Халыҡҡа хеҙмәт итеү –  минең ҡанымда»Зариф Байғусҡаров эше, ғаиләһе, маҡсаттары хаҡында

РФ Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидат Зариф Байғусҡаров «Йәшлек» гәзитенә ни өсөн юрист һөнәрен һайлауы тураһында һөйләне һәм балалар тәрбиәләү серҙәрен асты.

– Күгәрсен районының Ҡадир ауылында көтөүсе ғаиләһендә тыуып үҫтем. Олатайым белемле кеше, мулла булған, Ырымбур өлкәһенең билдәле Ҡарғалы мәҙрәсәһен тамамлаған. Өлкән быуын әлегәсә уны яҡшы хәтерләй. Ул һәр саҡ ғәҙеллек өсөн көрәшкән, башҡаларҙың проблемаларына битараф булмаған.
Атай-әсәйем һөйләүенсә, мин олатайым исем ҡушҡан һуңғы бала булғанмын. Тап ошо бала ҙур кеше булыр, тип әйткән. Ул ваҡытта йәше 90-дан ашҡан булған.
Ҡартатайымдың ҡартатаһы 1812 йылғы Ватан һуғышында йөҙ башы булған, Парижға тиклем барып еткән.

«Ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәшеү өсөн юрист һөнәрен һайланым»

– Атайым бер ваҡытта ла үҙенең фекерен миңә көсләп таҡманы. «Уҡырғамы йәки уҡымаҫҡамы – үҙең ҡара», – тип әйтә торғайны. Әйткәнемсә, атайым көтөүсе булды, мин һәр ваҡыт уның янында булдым. Әрме хеҙмәтенән ҡайт­ҡас, атайым: «Колхозға көтөүсе кәрәк, ризалаш», – тине. Әммә мин юрист булырға хәл иткәйнем инде.
Һыйыр юғалһа йәиһә сирләп үлһә, атайыма оҙаҡ ҡына эш хаҡы түләмәйҙәр ине. Колхозға зыян килгән бит. Һыйыр юғалған икән, көтөүсе ғәйепле. Ә беҙҙең ғаиләбеҙ ҙур: биш бала, атайым бик ҡайғыра, сөнки беҙҙе ашатырға, кейендерергә, мәктәпкә әҙерләргә кәрәк. Шул ваҡытта мин, был дөрөҫ түгел, атайымдың ғәйебе юҡ, үҫкәс, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәшәсәкмен, атайым кеүек ябай кешеләргә ярҙам итәсәкмен, тип уйланым.
Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға индем. Ул саҡта республикала юристар әҙерләгән берҙән-бер уҡыу йорто ине. Бер урынға 14 кеше дәғүә итте. Әле лә хәтеремдә: Өфөгә килдем, бер танышым да юҡ, ауыл хужалығы институтында белем алған яҡташымды ғына осраттым. Ул ятаҡтағы бәләкәй генә бүлмәлә йәшәй ине, мин иҙәндә йоҡлап йөрөнөм, китапханала һәм паркта имтихандарға әҙерләндем. Кисен вагон бушатып, аҡса эшләнем. Киске бүлеккә уҡырға ингәс, эшкә урынлашыу өсөн бер аҙ йүгерергә – прописка эҙләргә тура килде. Университетты тамамлағас, суд башҡарыусыһы булып эшкә урынлаштым, һуңынан биш йыл судья булып эшләнем. Хәҙер суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығын етәкләйем.

Туған тел тураһында

– Кеше үҙенең тамырҙарын белергә тейеш. 6 августа тыуған ауылымда Байғусҡаровтар нәҫеленә 300 йыл тулыу­ға арналған Шәжәрә байрамы үткәрҙек. Быны балаларыбыҙҙы нәҫел-нәсәбе менән таныштырыу маҡсатында ойошторҙоҡ. Улар үҙҙәренең ҡайһы ырыуға ҡарауын, ата-бабаларын, нимә менән шөғөлләнгәндәрен белергә тейеш. Бөгөн төрлө ҡала, өлкә, ауылдар­ҙа Байғусҡаров фамилиялы кешеләр йәшәй. Күптәре байрамда ғына бер-береһе менән танышты. Бындай саралар балалар өсөн ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.
Минең улыма – 10, ҡыҙыма – 15 йәш. Улар туған телен, ата-бабаларыбыҙҙың тарихын яҡшы белә. Атайым мине шулай тәрбиәләне. Ул халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм традициялары хаҡында һөйләй торғайны. Мәктәптә башҡорт теле өйрәнелмәй, шуға ла балам башҡортса белмәй, тип әйткән кешеләрҙе аңламайым. Әгәр ҙә ғаиләлә аралашаһың икән, балалар ҙа туған телендә һөйләшәсәк.
Беренсе майға һәм көҙгөһөн ғаиләм менән тыуған ауылыма ҡайтабыҙ, атайымдың, олатайымдың ҡәберҙәрен төҙөкләндерәбеҙ, сәскәләр ултыртабыҙ. Балалар аталарының ҡайҙа тыуып үҫкәнен белергә тейеш.

«Эш арҡаһында туйыма һуңланым»

– Ике балам бар, улар 39-сы гимназияла белем ала. Мин атайым кеүек үк уҫал түгелмен, әлбиттә. Ул беҙгә ҡарата бик талапсан булды. Әммә атай әйтте икән, тимәк, шулай булырға тейеш.
Улым үҙенә һөнәр һайлай башланы. Бер көн минән һорай: «Атай, һинең менән кәңәшләшергә мөмкинме? Һин нисек уйлайһың, миңә кем булырға икән: полицейскиймы, хәрби кешеме әллә архитектормы?». Мин әйтәм: «Ни өсөн хәрби кеше, полицейский икәнлеге аңлашыла, ә ни өсөн архитектор?». «Әсәйем шулай тине». Ул саҡта мин уға, минеңсә, архитектор һинең һөнәрең түгел, тигәйнем. Әммә үҫкәс, үҙе хәл итер.
Ҡыҙым фортепианола уйнай, матур йырлай, «Сәләм» тапшырыуында йыш сығыш яһай. Ул әсәһенә оҡшаған – ҡатыным Гөлназ Ҡолһарина 25 йыл «Тамыр» балалар телеканалын етәкләй.
Буласаҡ тормош иптәшем менән осраҡлы таныштыҡ. Мин ул саҡта судья булып эшләй инем, эштән һуң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайына танышымды күрергә тип килдем. Ул ике ҡыҙ менән сыҡты, уларҙың береһе Гөлназ ине. Ике йыл осрашып йөрөнөк. Туй көнөндә көтөлмәгән хәл килеп сыҡты: бынан алда эшем буйынса төнгө сәғәт өскә тиклем ултыр­ҙым, иртән тағы ла судҡа йүгерҙем. Шулай итеп, никахҡа саҡ өлгөрҙөм. Рәсми тантанаға ла һуңлай яҙҙым – биш минут ҡалғас килеп еттем.

«Ауылда утын да ярам, ҡар ҙа көрәйем»

– Атта һыбай йөрөргә яратам. Әрме хеҙмәтенә тиклем һабантуйҙарҙа гел беренсе урын алдым.
Һәр ваҡыт спорт менән дуҫ булдым. Шуға күрә быйыл 9 майҙа «Еңеү өсөн миллион тапҡыр иҙәндән күтәрелеү» акцияһы иғлан ителгәс тә, унда ҙур теләк менән ҡатнаштым. Әрмелә хеҙмәт иткәндә физик әҙерлек, атыу, йүгереү буйынса миңә етеүсе булманы.
Әле лә үҙемде формала тоторға тырышам. Эштән ҡасмайым. Тыуған ауылыма ҡайтҡан һайын бесән сабырға ярҙам итәм, улымды ла өйрәтәм, утын да ярам, ҡар ҙа көрәйем.

Изге урындар

– Һирәк ял итәм, бер йыллыҡ отпускым йыйылған. Диңгеҙ буйында ята алмайым – күңелһеҙ. Ғаиләм менән Төркиәгә ял итергә барғас, өс көн генә түҙҙем, сөнки эшһеҙ тора алмайым.
Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеү оҡшай. Шүлгәнташҡа барабыҙ, йыл һайын Торатауға күтәреләбеҙ, яңыраҡ Мораҙым тарлауығында булдыҡ, мәмерйәгә төштөк.
Тыуған районымды бик яратам: мөмкинлек булғанда, улым менән һунарға йөрөйбөҙ. Байрамдарҙа тыуған яҡтарға ҡайтабыҙ. Унда Яңы йылды яҡындарыбыҙ менән генә ҡаршылай торған изге урындарыбыҙ бар.
Бала саҡ дуҫтарым менән бәйләнеште өҙмәйем. Дуҫлығыбыҙға бер ниндәй дәрәжә лә ҡамасауламай. Кеше мөнәсәбәттәре мөһимерәк!


(Материал кандидаттың һайлау фонды иҫәбенә баҫылды).










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы