RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ауыҙҙан сыҡҡан һалҡын һүҙ йөрәккә еткәс боҙ булыр

04.12.2010 Ауыҙҙан сыҡҡан һалҡын һүҙ йөрәккә еткәс боҙ булыр

Ауыҙҙан сыҡҡан һалҡын һүҙ йөрәккә еткәс боҙ булырҺуңғы мәлдәрҙә Грузия яҡтарынан төрлө хәбәрҙәр килә. Кавказдағы ҡыҙыу ҡанлы, үпкәсел туғандарыбыҙ Рәсәйҙе Бөтә донья сауҙа ойошмаһына индермәү менән янай. Икенсе ҡарауға, әлеге ғорур илдең ҡаһарман президенты Михаил Саакашвили бер төркөм «Рәсәй шпионы»н зинданға яба. Йәнә лә: «Беҙ Рәсәй менән һәр ваҡыт һәм теләһә ниндәй кимәлдә һөйләшергә әҙербеҙ», – тип тә ебәрә. Бишектәге бала бишкә төрләнә, тигәндәре әллә шулмы икән? Хәйер, дуҫтарға булған мөхәббәт, улар менән күрешеп торорға теләү – был грузин мәҙәниәте, тигән фекер ҙә йәшәй.
Беҙ, Рәсәй кешеләре, хәҙер китер ҡоштарға оҡшап ҡалдыҡ шикелле – иртәле-кисле йылы яҡтарҙан күҙебеҙҙе алмайбыҙ, мөмкин булһа, үҙебеҙ ҙә тауҙары күккә ашҡан, диңгеҙе мәңге шаулап торған шул тарафтарға бөгөн үк осор инек. Әллә оҙон ҡышлы, өшәнесле көҙлө төньяҡта йәшәгәнгәме, күңелдәр гел йәйҙе һағына. Унда беҙгә, йән-тәнде иретерлек йомшаҡ тәбиғәттән тыш, йомарт, алсаҡ, һине һәр ваҡыт ҡунаҡ күреп ҡаршы алырҙай кешеләр йәшәй һымаҡ ине.
Иманым камил, Кавказ тауҙарында халыҡ әле лә үҙгәрмәгәндер. Сөнки грузин, әзербайжан, әрмән һәм тауҙарҙы төйәк иткән бихисап бүтән ҡәүем беҙҙең аңға ҡунаҡсыллыҡ, ихласлык символы булараҡ һеңеп ҡалған. Кавказда йәшәүсе бөтә халыҡтар ҙа ватанын, ҡатын-ҡыҙҙы, ир намыҫын, биргән һүҙен мөҡәддәс тойғо итеп һаҡлай. Ул ғына ла түгел, Кавказ кешеләре өсөн уның йорто тупһаһын аша атлап уҙған кеше, хатта ул дошман булһа ла, тейелгеһеҙ. Хужа уның хаҡына йәнен фиҙа ҡылырға әҙер.
Әлбиттә, намыҫ, һүҙгә тоғро булыу традициялары һәр бер халыҡта ла юғары баһалана. Әммә дуҫтарға булған мөхәббәт, улар менән күрешеп йәшәргә теләү – грузиндарҙағы әхлаҡи мәҙәниәт ошо йәһәттән хатта айырылыбыраҡ торалыр.
Рәсәй дәүләтенә һәм ошо дәүләттең нигеҙ ташы булған рус халҡына борон-борондан бер сифат хас. ҡеүәтле ил булараҡ формалаша барған Рәсәй, әлбиттә, үҙенең биләмәләрен артабан да киңәйтеүгә ынтылған һәм, ошо сәйәсәт һөҙөмтәһе булараҡ, ундағы халыҡтар ғаиләһенә яңынан-яңылары ҡушыла торған. Тарих үҙе шаһит: Рәсәй дәүләтендә халыҡтар­ҙы ҙурына, кесеһенә бүлеү, уларҙы милләтенә, диненә, тәненең төҫөнә ҡарап ҡыйырһытыу-маҙар булмаған. Ғөмүмән, ксенофобия рус халҡының менталитетына хас сифат түгел.
Совет власы йылдарында, Рәсәй империяһының элекке милли ҡушылдыҡтары союздаш республика статусын алғас, үҙәк власть уларҙы иҡтисади, социаль, мәҙәни йәһәттән етеҙ үҫтереү өсөн ғәҙәттән тыш саралар күрҙе. Хатта был тырышлыҡтар илдең үҙәк райондарында йәшәүселәргә зыян итеү иҫәбенә эшләнде. Һәр хәлдә, байтаҡ тиҫтә йылдар Кавказ, Урта Азия, Балтик буйы республикалары, Украина менән Молдавия ла РСФСР-ға ҡарағанда яҡшыраҡ йәшәне. Ошо сәйәсәт әлеге республикаларҙа күп көс түкмәйенсә генә еңел йәшәү һәм шул тормошто законлы тип уйлау психологияһын тыуҙырҙы.
Рәсәй Федерацияһы тирәләй хасил булған яңы мөстәҡил дәүләттәрҙең яҙмышы һәм улар­ҙы рус халҡы үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырмаған хәлдә ниҙәр көтөүе тураһында күп һөйләргә мөмкин. Яңы дәүләттәрҙә тарихты ҡабаттан яҙыу дауам итә. Уларҙа тарихи объективлыҡ йыш ҡына сәйәси конъюнктура һәм милли мин-минлек менән алмаштырыла. Рәсәйҙең элек-электән үҙ эсендә йәшәгән халыҡтарының ихтыяждарын ҡорбанға килтереп эшләгән изгелектәре һәм эскерһеҙ ярҙамы бөгөн килеп «колониаль экспансия», хатта «оккупация» тип күрһәтелә. Ошо ялғанға, Хужа Насретдин шикелле, «яңы» тарих авторҙары үҙҙәре лә ышана һәм Көнбайыш та хәлдең ошондай боролош алыуын хуплай.
Күңелде айырыуса борсоп тороусы һәм бер нисә йыл инде тел осонан төшмәгән мәсьәлә булғас, Грузияға йәнә әйләнеп ҡайтайыҡ. Был ерҙең тарихы көнләшерлек рәүештә тәрән һәм бай. Яңы дәүергә ҡәҙәр тәүге мең йыллыҡ башында уҡ Грузияла синфи йәмғиәт барлыҡҡа килгән. Әлеге мең йыллыҡтарҙа ҡоллоҡсо Колхида, Иберия батшалыҡтары йәшәгән. Яңы дәүерҙең дүрт мең йылы Иран, Византия һәм Ғәрәп хәлифәлеге аҫтында үткән.
VI – Х быуаттарҙа грузиндар милләт булараҡ формалашҡан. VIII – IХ быуаттарҙа бөгөнгө Грузия урынында феодаль өс кенәзлек һәм Абхаз батшалығы йәшәгән. Артабанғы бер нисә быуат иҡтисади һәм мәҙәни йәһәттән сәскә атыу осоронда йәшәп ҡалғандан һуң, Грузия монгол-татар һәм Аҡһаҡ Тимер яуҙарына эләккән. Үҙ аллы ете батшалыҡ һәм кенәзлектәргә бүлгеләнеп йәшәү һәм үҙ-ара өҙлөк­һөҙ ыҙғыштар грузиндарҙы нығытмаған, әлбиттә. Өҫтәүенә, ошо гүзәл ер өсөн Иран менән Төркиә араһында тартыш көсәйгән. Халыҡтың үҙ азатлығы өсөн көрәше тураһында беҙ әҙәби әҫәрҙәрҙән, Георгий Саакадзе хаҡындағы кинофильмдан беләбеҙ. Рәсәйҙең ярҙамға килеүе грузиндарҙы юҡ ителеүҙән ҡурсалап алып ҡалған. Быға Кахетия батшаһы Ираклий Икенсенең Петербургҡа яҙған ялбарыулы хаттары һәм 1783 йылда Рәсәй менән төҙөлгән Георгий трактаты шаһит.
Хоҙай Грузияға тәбиғи байлыҡтарҙы ла, шарттарҙы ла йәлләмәй биргән. Хәтерегеҙҙә булһа, СССР халыҡ хужалығына ул марганец мәғдәне, ферросплавтар, ҡорос торбалар, электровоздар, йөк автомобилдәре, металл эшкәртеү станоктары һәм башҡа әйберҙәр, приборҙар бирә ине. Ә инде субтропик продукттарҙы илдә Грузиянан да күберәк етештергән төбәк булмағандыр.
Боронғо Тбилиси, Кутаиси, Батуми, Сухумиға өҫтәлеп, бар илдең ярҙамы менән, Рустави, Ткварчели, Чиатура, Зестафони, Ткибули һәм башҡа яңы ҡалалар күтәрелде. ҡаҙылма ятҡылыҡтар, электр станциялары, ҙур завод-фабрикалар әле булһа Грузия иҡтисадының умыртҡа һөйәген тәшкил итә. Үкенескә күрә, СССР-ҙан айырылып сыҡҡандан алып Грузияла күҙгә күренерлек бер генә сәнәғәт объекты ла төҙөлмәгән. Рәсәйҙә олигарх булып йөрөп, атайсалында иҡтисад министры вазифаһында эшләп алған Каха Бендукидзе был хәлде үҙе лә йәшермәй торғайны. Хәҙер Каханың урынында Канадала манекенсы хеҙмәтен үтәгән бер туташ эшләй икән. Донъя ҡуласаһы бына нисек әйләнә...
Мөстәҡил Грузия президенттары Звиад Гамсахурдиа һәм Эдуард Шеварднадзе иҡтисад һәм социаль мәсьәләләр менән шөғөлләнеүгә ҡарағанда сәйәсәтте өҫтөн күрҙе. Саакашвилиҙың зауығы ла, юғары килтерелгән миҫалдан күренеүенсә, нәзәкәтле булып сыҡты.
Грузия менән Рәсәй, бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итеп, имен генә йәшәй ала. ҡайһы бер политологтарҙың: «Грузия Рәсәйгә бигүк кәрәк тә түгел», – тип раҫлауы хата. Яҡшы күрше һис ҡасан да артыҡ булмай, ә оло тәндәге кескенә йәрәхәт тә кешене яфалай. Күп йылдар буйы Рәсәй Федерацияһы Кавказдағы яңы дәүләттәргә ярҙам итеү сәйәсәтен алып барҙы. Хәйер, был элекке сәйәсәттең дауамы булғандыр инде.
Уҙаҡташтар иһә яҡшы мөғәмәләне Рәсәйҙең көсһөҙлөгө тип баһаланы. Грузия, мәҫәлән, миллион ярым грузиндың Рәсәйҙә эшләүенә һәм Рәсәйҙән күсерелгән аҡсаның Грузияның эске тулайым продукцияһы ҡиммәтенең 20 процентын тәшкил итеүенә, газ, нефть, электр энергияһының оҙаҡ ваҡыт ярты хаҡ менән һатылыуына ҡарамаҫтан, океан аръяғынан күҙен алманы, Рәсәйҙе кәмһетеүен дауам итте. Саакашвили әфәнденең власҡа килеүе, әлбиттә, илдәге хроник иҡтисади көрсөктөң һөҙөмтәһе булды. Оҫта демагогия йәмғиәттең бер өлөшөн Рәсәйгә ҡаршы йүнәлтә алды.
Саакашвили сиренән грузиндар һауыға алыр ул. Бүтән халыҡты дошман күргән кеше үҙ халҡын да яратмай. Был – хәҡиҡәт. Рәсәй менән дошманлашыу Грузия өсөн ҙур һынау үтеү булды.
Беҙҙең ил иҡтисады аралар боҙолоуҙан зыян күрмәй тип әйтерлек. Рухи юғалтыуҙарыбыҙ, бер-беребеҙҙе һағыныуыбыҙ ғына үлсәүҙәргә һыйғыһыҙ. Уның ҡарауы, туғандар низағлаш­ҡанда, Көнбайышҡа отошло. Һәр йәһәттән, «Илағыһы килгән бала атаһының һаҡалы менән уйнар», – тигән халыҡ. Рәсәйҙең түҙемлеге лә сикһеҙ түгел. Ил етәкселегенең ҡырыҫлыҡ күрһәтеүе Рәсәйҙә хуплау тапты, ә Грузия хакимдарын ҡаушатты. Абхазия һәм Көньяҡ Осетия мәсьәләһендә, тимәк, Саакашвили уйын менән самаһыҙ мауығып киткән малай хәлендә ҡалды. Дәүләт һәм уның башлығы өсөн был матур күренеш түгел.
Ә Грузия һәм грузиндар беҙҙең өсөн барыбер яҡын туған. Унда бөйөк шағир, дипломат һәм музыкант Александр Грибоедов ерләнгән. ҡәбер ташына шағирҙың ҡатыны, бөйөк грузин әҙибе Александр Чавчавадзеның ҡыҙы Нина: «Һинең аҡылың һәм эштәрең рус халҡының хәтерендә үлемһеҙ һаҡланыр, әммә ни өсөн мөхәббәтем һинән ҡалып йәшәй икән?» – тип яҙыу яҙҙырған. Бөйөк Ватан һуғышының ахырында, Берлиндағы рейхстаг өҫтөнә ал байраҡ элгәндә, рус Михаил Егоров, грузин Мелитон Кантария һәм Башҡортостан егете Ғәзи Заһитов иң беренселәр булған.
Тарихтың юлын тиҫкәрегә бороу, уның Салауат күпере һымаҡ балҡышлы саҡтарын онотоу мөмкинме икән?

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы