RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Террорсыларҙың беҙҙең арала ла йөрөүе ихтимал

03.07.2015 Террорсыларҙың беҙҙең арала ла йөрөүе ихтимал

Террорсыларҙың беҙҙең арала ла йөрөүе ихтималРәсәйгә ҡарата санкциялар ваҡыты оҙонайтылыуы хаҡында әйткәйнек инде. Кремль дә аптырап торманы – яуап бирҙе. Улар беҙгә – ярты йылға, беҙ улар­ға – бер йылға. Барыһы ла ғәҙел.
Бының менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмайбыҙ. Әле ил Хөкүмәтенә Дәүләт Думаһынан, “Кока-кола” менән “Пепси” эсемлектәренә ҡарата ла санкция иғлан итергә кәрәк, тигән тәҡдим менән мөрәжәғәт иттеләр.
“Ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙары партияһы” рәйесе Игорь Зотов белдереүенсә, был продукцияны етештереүселәр АҠШ-тың сәйәси көстәренең бағыусыһы булып тора икән. АҠШ Республикандар партияһы менән Демократик партия вәкилдәре, Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙы дауам итәйек, тип йәндәре сыға. Әлеге эсемлектәрҙе беҙгә индереүҙе тыйһаҡ, алкоголһеҙ эсемлектәр баҙары 40 процентҡа бушаясаҡ. Уны мотлаҡ Ватан етештереүселәре тултырырға тейеш. Был океан аръяғы эсемлектәре һаулыҡҡа ҙур зыян килтергәнен күптән асыҡлағандар. Бөгөн, импортты алмаштырабыҙ, импортты алмаштырабыҙ, тип күп һөйләйҙәр, әйҙә, алмаштырыуҙы тап шул эсемлектәрҙән дә башлаһындар.
Тик үҙебеҙҙә үк быға ҡаршы сығыусылар бар. Йәнәһе, “Кока-кола” менән “Пепси” беҙҙә етештерелә, йәғни беҙҙең һыу, беҙҙең шәкәрҙән. Тик төп нигеҙе йәшерен рецеплы концентраттан тора, уныһын Европанан килтерәләр. Санкция иғлан итһәк, Рәсәй заводтарының ябылыуы ихтимал. 34 мең кешенең эшһеҙ ҡалыуы мөмкин. Өҫтәүенә, ошо эсемлек компаниялары йөҙәр миллион һумлап һалым түләй икән.
Шулай итеп, эсәбеҙ һәм ағыуланыуҙы дауам итәбеҙ. Ситтеке шәберәк, тигән булабыҙ.
Сит, тигәндән, хәҙер сит илдә ял итеүҙең хәүефле икәне хаҡында һөйләүселәр ҙә арта бара. Аллам һаҡлаһын, мәйетеңде алып ҡайтыуҙары ҡот осҡос хәл бит. Тунистағы фажиғәне әйтәм, ҡояшлы бер көн, диңгеҙ буйы, зәңгәр күк йөҙө һәм… ҡапыл бер ҡораллы кеше ял итеүселәргә ҡаршы ут аса.

ИГИЛ һалдаттары һыу ингестәрҙе баҫырмы?

“Ислам дәүләте” (тулыһынса – “Ираҡ һәм Левант ислам дәүләте”, русса – ИГИЛ) атамаһы аҫтында тупланған террорсыларҙың һанаулы ғына илдә ҡан ҡойош ойоштороу менән туҡтап ҡалмауы көн кеүек асыҡ ине. Улар торған һайын хәүефлерәк була бара. Маҡсаттары ла шул: мөмкин тиклем иркенерәк таралыу, халыҡтарҙы ҡурҡытып тотоу, өҫтөнлөк алыу. Үткән аҙнала Тунис пляждарының береһендә ял итеүселәрҙе ҡырған кешенең ҡылығы өсөн дә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған ИГИЛ.
Әлбиттә, Африканың төньяғында урын­лаш­ҡан бәләкәй генә Туниста һуңғы ваҡытта ул тиклем үк тыныс түгел. Кем ҡыҙыҡһына, беләлер, 2011 йылдың ғинуарында унда революция булды, ил башлығы ҡасты. Ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеп, туристар ҙа тиҙ арала сығарылды. Тарихта “ғәрәп яҙы” тигән исем алған ғауғалар ҙа ошо Тунистан таралып китте, буғай (2010 йылдың декабрендә күп ҡаршылыҡ акцияһы башланды).
Әле лә хәл ҡабатлана кеүек – туристар йәнә ҡымғырыз килә. Нишләһендәр? Бәләкәй илдең бәләкәй бер ҡалаһындағы ял итеүселәрҙең 40-ын атып үлтерһен, йәнә 39-ын яралаһынсы әле бер бандит! Сус ҡалаһының ял зонаһындағы ҡорбандар – башлыса Европа халҡы. Күберәк Брита­нияныҡылар. Франция, Бельгия, Германия­нан да барҙар. Рәсәйҙән бер ҡатын үлгән, ҡыҙы йәрәхәттәр менән дауаханала.
Хәҙер курорттар менән аэропорт араһында – туристар ағымы. Һәр береһе ҡайтыу яғына юлланған. Теракттан һуң Тунис иҡтисады өсөн мөһим булған туризмға ҙур зыян яһалды.
Террорсы, Сәйфетдин Резгуи, 23 кенә йәшлек студент. Ошо уҡ илдеке. Диңгеҙ буйына ял итергә килгән кеше һымаҡ үтеп ингән. Ҡоралын ҡулсатыр аҫтына йәшергән. Тәүҙә уның катерҙа килгәнен әйткәйнеләр. Ул мотлаҡ туристарға ғына һөжүм итергә уйлаған. Шундағы отелдә эшләүсе берәү хәтерләүенсә, террорсы уға: “Китегеҙ, һеҙ миңә кәрәкмәй!” – тип ҡысҡырған һәм һыу инеүселәргә тоҫҡап ут асҡан. Уны полиция хеҙмәткәрҙәре атып үлтергән.
Әле Тунис властары пляждарға, отелдәргә өҫтәмә һаҡ рәүешендә меңләп һалдатын ебәргәнен хәбәр итә. Һуңланылар инде... Моғайын, теракт ойоштороусылар башҡа төбәкте күҙ уңында тоталыр. Уйлаһаң, ҡурҡыныс.

Ә алда Европа?!

Туниста ҡан ҡойош ойошторолған мәлдә, шул уҡ йомала Кувейттың бер мәсетендә лә шартлау яңғырай. Йома намаҙына килеүселәрҙең 27-һе баҡый донъяға күсә, 227-һе йәрәхәтләнә. “Ислам дәүләте” һалдаты үҙен-үҙе шартлата бында. Кувейт Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, ул Сәғүд Ғәрәбстаны гражданы булып сыға. Һәм тағы шул көндө Францияның бер предприятиеһында ла теракт була. Террорсы “эш”ен уңышһыҙыраҡ башҡара, шуға ла бер кеше үлә, унауһы яралана, ҡорбандарҙың күберәк тә булыуы ихтимал ине, ти белгестәр. Ошо өс теракт өсөн дә ИГИЛ яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған.
Яҡшы ҡоралланған бандиттар ғәскәре Европаға баҡҡан, тип фаразларға булалыр, сөнки Тунистағы ҡорбандарҙың күпселеге Европа илдәренән бит.
ИГИЛ-ға ҡаршы айҙар буйына көрәш бара ул, тик АҠШ етәкселегендәге коалицияның һөҙөмтәлелегенә шик тә уяна. Террорға ҡаршы тороп маташалар, ә боевиктар бирешергә лә уйламай, киреһенсә, сафтары тулылана ғына.
Сүриәнең Рәсәйҙәге илсеһе Риад Хаддад фекеренсә, әлеге коалиция “Ислам дәүләте” файҙаһына һуғышҡан кеүек. “Был берләшмә эшләй башлағанда, ИГИЛ Сүриә менән Ираҡтың бер ни тиклем генә өлөшөн контролләй ине, хәҙер иһә яңынан-яңы биләмәләр баҫып алына, тимәк, уларға АҠШ ярҙам итә, тип әйтергә нигеҙ бар”, – ти Хаддад әфәнде.
Шул уҡ ваҡытта Көнбайыш ИГИЛ-ға ҡаршы һуғышҡан коалиция сафына Рәсәйҙең дә инеүен теләй. Үҙҙәре беҙгә ҡаршы санкция “ямғыры яуҙырған” бер мәлдә. Әлбиттә, террор тигән нәмә ҡурҡыныс, тик быға ҡыҫылырға кәрәкмәйҙер. Күпме кешебеҙ ҡырыласаҡ бит. Былай ҙа, “йүкә телефон” буйынса ишетелгәнсә, ИГИЛ сафтарында беҙҙең йәштәр байтаҡ икән.
ИГИЛ – ул дәүләт түгел, ә идеология. Тап ана шул идеологияны тамырынан ҡороторға көс һалырғалыр. Аҙашҡандар рәтенә баҫыу еңел, ай-һай. Ҡотолоуҙары ауыр. Юҡһа үҙебеҙҙә лә бар бит ҡәберҙәргә табыныусылар, үҙен әүлиәмен тип атаусыға эйәреүселәр.
Хата юлдан барыусылар, халыҡтың башын бутаусылар, халыҡты бер-береһенә ҡаршы һөсләтеүселәр, бер ил эсендә буталыштар ойоштороусылар һәр заманда ла булған. Әле лә бар.

Ә был ваҡытта…

“Майҙан” Әрмәнстанға ла килеп етте. Тәү ҡарамаҡҡа ул урынлы талап менән башланды кеүек – илдә электр энергияһына хаҡтар артҡан да, шуға активистар Еревандағы Азатлыҡ майҙанына йыйылған. Хаҡ артҡан һайын бер ергә йыйыла башлаһаҡ, беҙ, моғайын, майҙандарҙа йәшәр инек.
Әле ҡаршылыҡ акциялары әҙ генә икенсе форматҡа күсә икән: ошо арала белгестәр, иҡтисадсылар, юристар төркөмө тупланып, аныҡ тәҡдимдәр әҙерләй. Ҡыҫҡаһы, тиҙ генә таралмаҫтар. Улар икегә бүленгән – бер төркөм Азатлыҡ майҙанында, икенсеһе Маршал Баграмян проспектында. Тап ошонда инде аҙнанан ашыу акция бара. Бында Президент хакимиәте, парламент, Конституция суды, илселектәр урынлашҡан. 19 июндә митингтан башланған акцияла ҡатнашыусылар дәүләт етәксеһе резиденцияһына юлланған, ошо арала полиция менән бәрелешергә лә өлгөргән. Әрмәнстандағы хәл-торош дары тулы мискәне хәтерләткән кеүек. Бына-бына…
Был акцияға әсе теллеләр “электромай­ҙан” тип исем бирҙе. Әйткәндәй, ниңә электрға хаҡ артыуға ныҡ борсола әрмәндәр? Баҡһаң, “Әрмәнстандың электр селтәр­ҙәре” йәмғиәте 100 процентҡа Рәсәйҙең ИНТЕР РАО ЕЭС компанияһының бүлендеге, имеш. Ул компания – ҙур энергетика холдингы, беҙҙә генә түгел, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе (БДБ), Европа илдәрендә эшләй.
Рәсәй менән бәйле булғас, Ереван “майҙан”ында, әлбиттә, хаҡ артыуынан бигерәк, сәйәсәт ята. Рәсәйгә ҡаршы һөсләтеүселәрҙең эшелер, тип уйларға нигеҙ бар. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле: Әрмәнстан Рәсәй менән берлектәге Таможня союзына ла инде. Сәбәптәр табыла. Моғайын, акцияла ҡатнашыусылар күптән хаҡтар тураһында ла онотҡандыр. Әммә шуныһы бар: полиция майҙанда урынлашҡан йәштәрҙә пистолеттар, ҡомло шешәләр, резина суҡмарҙар күргән, иҫеректәр ҙә байтаҡ булған.

Әйткәндәй

Әрмәнстандағы болала Америка “еҫ”ен һиҙгәндәр. Ереванға апрелдә АҠШ-та йәшәүсе әрмән ҡанлы “телейондоҙ” Ким Кардашьян килеп киткән булған икән. Шул халыҡты үҙгәрештәргә дәртләндереп, “уятҡан”, ти. Ким ханымды “Азатлыҡ ледийы” тип йөрөтәләр, имеш.
Әрмәнстанға “телейондоҙ” ғына түгел, ә Вашингтон “йондоҙо” ла килеп киткән ул. Виктория Нуландты әйтәм. Беҙҙең яҡҡа ыңғайлай күрмәһен, ул булған ерҙә күпмелер ваҡыттан һуң ғауға ҡуба. Киевта печенье таратып йөрөүсе ул, хәҙер, ана, күрәбеҙ.
АҠШ Дәүләт секретарының Европа һәм Евразия буйынса ярҙамсыһы Нуланд ханым Ереванда февралдә була. Рәсми рәүештә ул ике ил араһындағы мөнәсәбәтте нығытырға килгән, ә төп маҡсаты “майҙан” ойоштороу булған. АҠШ-тың Рейган заманындағы бер түрәһе Крейг Робертс белдереүенсә, Американың төп ниәте – БДБ дәүләттәренең һәр береһен Рәсәй менән араны өҙөргә саҡырыу. Әрмәнстан, унан һуң Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан булыуы ихтимал.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы