04.04.2015 Йәмәндә ут сыҡты
Бельгияла “Донецк өсөн көрәш” (“Битва за Донецк”) тигән компьютер уйыны барлыҡҡа килгән. Уның авторҙарына ни әйтәһең инде? Бәлки, әрләргә лә кәрәкмәйҙер. Украинаның Донецк өлкәһендәге фажиғә хәҙер бөтә донъяға билдәле бит. Шуға бынауы технологиялар заманында виртуаль уйын тыуыуы ла ғәжәп түгел. Уйындың нимәһе аптырата – ҡулланыусы ниндәй генә яҡта һуғышһа ла, һөҙөмтәлә еңелә, ә таблоға тыныс халыҡ араһынан ҡорбандар һаны килеп сыға икән. Был нимә һуң? Ябай тел менән аңлатҡанда, шулай: күпме генә һуғышма, хатта еңгән хәлдә лә, кешеләр ҡырылыуы уйға һалырға тейеш. Әлеге уйындың авторҙары әйтеүенсә, улар бер ниндәй ҙә сәйәси позицияны йә ғауғаларҙы пропагандалауҙы күҙ уңында тотмай, тик бер аҙ уйланырға ғына саҡыра. Һы, компьютер уйындары менән мауығыусылар уйлана белһә ярай ҙа. Кемдәр уйнай һуң? Хәйер, һуғыш уйыны яңылыҡ түгел дә инде. Малайҙарға әле йүнләп һөйләшә лә белмәҫ үк уйынсыҡ ҡорал һатып алып тотторабыҙ. Бөгөн ысын ҡоралдар ҙа һәр кемдә тиерлек. Урамда йә магазинда тиктомалдан кешегә тоҫҡалған ҡорал ҡорбандары ла йылдан-йыл арта.
Һуғыш уйыны, ҡорал тураһында һүҙ юҡҡа ғына сыҡманы. Ер йөҙөндә тулайым тыныс бер көн бармы икән? Юҡтыр. Ҡайһылыр бер урында иреклек, тыныслыҡ, азат тормош булдырабыҙ, тип тә һуғыш ойоштороуҙарын бер ҡасан да аңлап бөтөп булмаҫ төҫлө.
Яҡын Көнсығышталыр, моғайын, бөгөн иң ғауғалы төбәктәр. Ислам дәүләте исеме аҫтында һуғышыусылар көсөн көндән-көн хәтәрерәк күрһәтә бара. Хәҙер килеп Йәмәндә бола ҡупты.
Шеш һытылды…
Йәмән (Йемен) – Ғәрәп ярымутрауының көньяғындағы дәүләт. Әле унда һуғыш бара. Дөйөм алғанда, алыш-тартыш әллә нисәмә йыл буйына дауам итә. Хөкүмәт ғәскәрҙәре менән хусиҙар (русса – хуситы) – хәрбиләшкән шығыйҙар (шииты, исламдағы бер йүнәлеш) араһында граждандар һуғышы 2004 йылдан башланған. Бер йыл нисектер килешеп, төбәктә әҙерәк тыныслыҡ урынлаштырылған, әммә “Әл-Ҡаиҙә” төркөмө, хөкүмәттеке булмаған сөнниҙәр (исламдағы йүнәлеш) менән тағы ғауға ҡупҡан.
Былтыр йәй баяғы хусиҙар тағы яу асҡан. Төп талап ныҡ ришүәтселеккә бирелгән Министрҙар Кабинетының отставкаһы булған. Билдәле инде, маҡсатҡа ирешер өсөн байтаҡ ҡына ҡорбан да кәрәк. Һәләк булыусылар араһында ғәскәрҙәрҙеке генә түгел, ә ябай кешеләр ҙә күп.
Әлбиттә, төп ҡораллы бәрелештәр Президент һарайы, илселектәр, хакимиәт биналары тирәһендә барһа ла, ҡайһы һуғыштың халыҡ өсөн ыңғай яғы булғаны бар?
Йәмәндең баш ҡалаһы Санала ғинуарҙа уҡ ил башлығы Әбд Раббо Мансур Хадиға ла һөжүм итеүҙәре ишетелгәйне. Был осраҡта күпселек етәксе нимә эшләй? Дөрөҫ, илдән сығып ҡаса. Мансур Хади әфәнде лә шулайтҡан. Тәүҙә ул, отставкаға китәм, тип иғлан иткән. Был һуғышыусы төркөмдәрҙе туҡтатмаған шул. Етмәһә, бер төркөм ғәскәр Ислам дәүләтенә (“Ираҡ һәм Левант ислам дәүләте”, ИГИЛ) ҡушылыуын белдергән.
Марттағы ваҡиғаларҙың бер нисәүһенә байҡау яһағанда, шулар билдәле: “Әл-Ҡаиҙә” боевиктары хусиҙарға һөжүм иткән, хусиҙар, үҙ сиратында, Сәғүд Ғәрәбстаны сигендәге бер провинцияла хәрби күнекмәләр ойошторған. Күп тә үтмәй, улар президент һарайына һауа һөжүме асҡан. Мәсеттәрҙә лә теракттар башланған. Шунан Президент илдән сығып ҡасырға мәжбүр булған. Уны тотоуҙа ярҙам итеүсегә хусиҙар 20 миллион реал, йәғни 100 мең доллар (алты миллион һумға яҡын) вәғәҙә иткән. Һөҙөмтәлә? Нимә булһын, хәҙер Йәмәнгә Сәғүд Ғәрәбстаны әрмеһе бәреп ингән. Бер үҙе түгел, ә туғыҙ илдең ғәскәрҙәре менән бергә (Иордания, Кувейт, Бахрейн, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Катар, Марокко, Судан, Мысыр, Пакстан). Быларҙы АҠШ та хупланы, буғай. Йәнәһе, улар илдән ҡасҡан Президентты яҡлай.
Тағы бер нәмәне билдәләргә кәрәк: хусиҙар Иран менән тығыҙ бәйләнештә тора. Тимәк, үрҙә телгә алған 10 илде берләштергән коалиция Иранға ҡаршы һуғыша, тиергә була. Политологтар шундай һығымта яһап ҡуйған.
Оҙайлы һуғыш?!
Ғәрәп ярымутрауының көньяғында тоҡанған һуғышты төрлө ил төрлөсә ҡабул итте. Берәүҙәргә был ғәҙәти күренде. Сөнки Яҡын Көнсығышта, Африка дәүләттәрендә ғауғаларҙың тиҙ генә тынырына күптән өмөттәре һүнгән.
Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров фекеренсә, Йәмәндәге конфликтты һөйләшеп килешеүҙәр аша туҡтатырға мөмкин. Илдәге шығыйҙар менән сөнниҙәрҙең бер-береһенә ҡаршы алышын тағы ла ҡуҙғытып ебәреү, утҡа кәрәсин өҫтәү алымдарын ҡулланмаҫҡа. Бына АҠШ тап шулай итә лә, тигән фекерҙәр яңғырай башланы. Кем Америка менән хеҙмәттәшлек итә, улар шулар яғына сыға ла инде. Әле АҠШ-тыҡылар Йәмән Президентын яҡлауҙы хуп күрә. Йәнәһе, уны “ҡолатыу” Конституцияға тура килмәй. Ошонда бер һорау тыуа: ә Украина Президенты Виктор Янукович менән нисек булғайны әле? Күрәһең, уның Киевтан ҡасыуы Конституцияға ярашлы тип табылғандыр.
Рәсәйҙең Халыҡ-ара хоҡуҡ ассоциацияһы президенты Анатолий Капустин, Йәмәнгә коалиция төҙөп бәреп инеүҙәре дөрөҫ түгел, тип иҫәпләй, сөнки Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Хәүефһеҙлек Советы әлегә бер ниндәй ҙә ҡарар сығармаған. Был осраҡта ҡасҡын Президенттың ғына үтенесе етмәй икән.
Хусиҙар берлеге вәкиле Мөхәммәт әл-Бухаити белдереүенсә, баш күтәреүселәр Ирандан ярҙам һорамайынса ла Фарсы ҡултығы илдәре коалицияһына ҡаршы торорға әҙер. Ирандың сит ил эштәре ведомствоһынан иһә Йәмәнгә иғлан ителгән һуғышты тиҙ арала туҡтатырға саҡыралар. Был саҡырыу тауышынан талап та, юғиһә, тигән янау ҙа яңғырап ҡалған һымаҡ.
Нисек кенә булмаһын, һуғыш дауам итә, тыныс халыҡ та ҡырыла, тиҙҙән миграция хәрәкәте башланасағы көн кеүек асыҡ. Гуманитар һәләкәткә лә алыҫ түгел. Ваҡиғаларҙы күҙәтеп барыусылар был һуғышты ҡар ишелмәһенә оҡшата. Бер шыуа башлағас, туҡтатыуы мөмкин түгел, тимәк.
Һуғыш һәм нефть. Бәйләнеш бар
Үрҙә әйтеүемсә, Иран яғы әлегә һуғышты туҡтатыуҙы ғына һорай. Ә бәрелешеүсе яҡтарҙың ҡоралланыу самаһы бер ишерәк, ти белгестәр. Тимәк, ҡайһы яҡҡалыр ситтән ярҙам килеүе ихтимал. Иран Сәғүд Ғәрәбстаны туплаған коалицияға ҡаршы сыға ала. Хатта бер үҙе лә түгел, ә ИГИЛ (Ислам дәүләте) боевиктары менән бергә.
Мәскәү менән Пекин ғәрәптәрҙең берләшкән ғәскәренең хәрби операцияһын законһыҙ тип таныны. АҠШ әлегә Йәмәндә булған һалдаттарын һәм хәрби техникаһын сығарып тороуҙы кәрәк тип тапты. Бер нәмә аптырата: башҡаларға “агрессор” тигән ярлыҡ тағырға әҙер торған АҠШ ниңә Сәғүд Ғәрәбстанына өндәшмәй? Барыһы ла Ирандың ниндәй аҙым яһарын көтә. Әгәр ҙә Иран Сәғүд Ғәрәбстанына ҡаршы сыҡһа, был алыш ҡот осҡос эҙемтәләргә килтерәсәк.
“Хатта Сәғүд Ғәрәбстанының тарихы тамамланыуы ла ихтимал. Иран – Фарсы ҡултығы илдәре өсөн бик етди ил. Уны Америка ҡоралы ла ҡурҡытмай, – ти Яҡын Көнсығыш институты президенты Евгений Сатановский. – Шунда ҡарарбыҙ инде – нефть хаҡы нимә эшләр. Ул үргә күтәреләсәк”. Яҡшымы, был насармы? Рәсәйҙә нефть бар бит…
Әйткәндәй
Америка стратегтары күптән инде бер карта төҙөгән, имеш. Унда Яҡын Көнсығыш илдәре ваҡ киҫәктәргә бүлгеләнгән, ти. Тәүҙә картаға бигүк иғтибар булмаған, хәҙер килеп, уның ғәмәлгә ашырылыуына күп ҡалмауын әйтеүселәр һаны арта.
2006 йылда “полковник Петерс картаһы” булараҡ күрһәтелгән картаны бөгөнгәсә АҠШ-тың хәрби мәктәптәрендә, генерал курстарында ентекле өйрәнәләр икән. Курсанттарға ошо картаны ғәмәлгә ашырыуҙың иң оптималь ысулдарын табырға ҡушалар.
Картаның барлығына ышанырға мөмкинме? Йәмәндә мосолмандарҙың бер-береһен ҡырыуын уйлап ҡарағанда, барҙыр был карта. Тик унда Сәғүд Ғәрәбстаны ла, Йәмән дә, башҡалары ла бөтөнләй икенсе сүрәттә. Тимәк, тағы ла америкаса…
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе