27.03.2015 Танылыу өсөн кеше ни генә эшләмәй
Бөтә донъя шау-гөр килә – кемдер асыға, кемдер артыҡ туҡлығынан нишләргә белмәй. Ҡасан ғына шулай булып китте һуң? Бөтә нәмә ашауҙан башлана. Йә ашауҙы ҡыҫыуҙан. Бөгөн, көрсөк, көрсөк, тип күптәр әҙ ашай башлаған, ти. Һуң, Екатеринбург депутаты шулай ҡушты бит. Эйе, магазинда хаҡтар үҫә, тип аптырашта ҡалған ҡарт-ҡоро алдында шулай тине. Уларҙы үҙе кеүек байҙар менән сағыштырҙы инде, донъяла төрлө ҡатламдар булғанын белмәйҙер ҙә әле.
Собчак ғәйеплеме әллә?
Көрсөк тигәндән, беләһегеҙме, илде кем көрсөккә еткерҙе? Милләттәр театры тигән нәмәнең быға туранан-тура ҡыҫылышы бар, ахыры. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына ҡараған был федераль дәүләт бюджет учреждениеһы актерҙар йыйып, ғәләмәт ҙур гонорар түләй икән. Үҙенең даими труппаһы булмағас, спектаклдәргә ситтән актерҙар саҡырып, шуға аҡса түләй ҙә, тамаша ҡуя. Гонорар хаҡы дәүләт һатып алыуҙары сайтында баҫыла (zakupki.gov.ru.). “Өйләнеү” тигән спектаклгә Ксения Собчакты саҡырып, 362 мең һумға килешеү төҙөгәндәр. Уныһының театрҙағы тәүге роле, имеш. Кинола ла уйнағаны юҡ иҫәбендә, бер-ике комедиялағы ҡыҫҡа ролдәрен һанамағанда. ТНТ каналында әхлаҡһыҙлыҡтың бөтә өлгөләрен йыйған “Дом – 2” тапшырыуын алып бара инде былай. Шул уҡ спектаклдә башҡа билдәле актерҙарға әҙерәк түләнә. Мәҫәлән, 68 фильм һәм сериалда ҡатнашыусы (“Оскар”ға дәғүә иткән “Левиафан”да ла) Анна Уколова 300 мең һумға ла риза.
Быйылға ҡаҙнанан 50 миллион һум аҡса бүленәсәк. Шул уҡ Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән әйтеүҙәренсә, театр килемһеҙ эшләй. Йәғни дәүләт аҡсаһын тотона-тотоноуын, ә табышы юҡ. Актерҙары иһә, Собчак кеүектәр эләкһә, бик шәптән түгелдер. Ҡыҙыҡ, айына әллә нисәмә спектаклдә уйнаған ябай театр актерҙарының эш хаҡы күпме икән? Һәр хәлдә, Мәскәүҙә лә 300 мең һум түгелдер. Тап Собчак кеүек “йондоҙ”ҙар көрсөккә еткерәлер ул илде. Иғтибар бар, һоҡланыусы бар, аҡса түләйҙәр, һәләт ни, булмаһа ла ярай. Бәлки, мин яңылышамдыр.
Моника ла яңылышҡан…
Моника Левински Билл Клинтон менән ғишыҡ-мишыҡ уйындары хаҡында ентекләберәк һөйләгән, ти. Был ике әҙәмдең кемлеген беләһегеҙме? Моника АҠШ-тың Аҡ йортона стажер булып бара. Шунда Президент Клинтон менән танышып китәләр ҙә…Ҡыҫҡаһы, һөйәр менән һөйәркә була улар. 1998 йылда шул арҡала ҙур ғауға ла ҡуба, Президентҡа импичмент та янай, тик кире ҡағыла. Уның ҡарауы, 25 йәшлек кенә Левински бик танылыу яулай. Бөгөн килеп, Моника “Оят хаҡы” тип аталған матбуғат конференцияһы йыйған. Сығыш, башлыса, виртуаль донъяла билдәле кешеләрҙе йәберләү, эҙәрлекләүгә арналһа ла, ханым күбеһенсә Клинтон менән бәйләнеше хаҡында һөйләгән. Уға Президенттың һөйәркәһе булыуы еңел булмаған икән. Клинтонға тойғолары ысын булған, тик насар кешеләр арҡаһында “еңел холоҡло ҡыҙ” тигән даны таралған. Барыһына ла һөйәрҙәрҙең, йәғни әлеге икәүҙең – Клинтон менән Мониканың – бәйләнешен арттырып күрһәтеүсе насар уйлы шантажистар ғәйепле икән. Бары ихтыяр көсө генә Моникаға был ауырлыҡты еңергә ярҙам иткән. Йәш булғас ни, яңылышҡанмындыр ҙа, бәлки, тип аҡлана ул.
Ниндәй генә хәлгә ҡалһағыҙ ҙа, сетерекле хәлдән сыға алам, тигән ышаныста булығыҙ, тип аҡыл өйрәтә Моника. Иң мөһиме, ти ул, тормошта һәр кемдең үҙ финалы.
Интернет шундай нәмә: унда кем нимә теләй, шуны һөйләй, кем нимә теләй, шуны күрһәтә. Бер-береһенә бысраҡ ташлаусылар быуа быуырлыҡ. Юҡҡа ғына уны “йыуынты һыу урыны” тимәйҙәрҙер. Бына шул йыуынты һыу араһына бөгөн балалар ҙа “сумған”. Нисек кенә ҡотҡарырға? Бәлки, социаль селтәрҙәрҙе юҡҡа сығарып, сайттарҙың күбеһенә йоҙаҡ ҡуйырғалыр? Әлеге өлкән быуын, мәҫәлән, “Бәйләнештә”, “Класташтар”ҙа ултырмаһа ла үҫкән. Улар заманында үҫмерҙәр араһында суицидтар ҙа булмаған.
* * *
Үрҙә баяғы ике ҡатын-ҡыҙ тураһында ниңә яҙылды икәнен аңланығыҙмы? Бер-береһе менән таныш түгел, буғай, улар. Шулай ҙа бер нәмә берләштерә – иғтибар яраталар. Мониканың Клинтон менән ғишҡынан һуң “еңел…” тигән даны таралды ла, хәҙер инде онотолоп торғайны. Ике тиҫтә тиерлек йыл үткәс, нишләп матбуғат конференцияһы ойошторорға булып киткәндер? Намыҫы уянған, тимәгеҙ, ә пиар, йәғни билдәлелек, иғтибар етмәй башлаған. Уның хаҡында барыһы ла онотҡан. Ә Ксения – үҙебеҙҙең ҡыҙ, киң күңелле Рәсәй ҡыҙы. Нимәгә һәләте барлығын әйләнгән һайын күрһәтеп тора. Шуғамы икән, Именлек хеҙмәтендә эшләүселәр уға сит илгә китеп торорға кәңәш иткән. Оппозиционер Борис Немцовты үлтергәндән һуң, “оҙон телле” ҡалғандарға ла ҡурҡыныс янай ҙа баһа.
Үҙеңә артыҡ иғтибар йәлеп итһәң дә ҡыйын. Шым ғына йәшәп булмай. Хәйер, ҡайһы бер әҙәмдәргә иғтибар етмәһә, ауырыйҙар икән.
“Хөрмәтле психолог туған, ярҙам ит әле…”
Психологтарға шундай бер хат килеп төшкән: “Ирем менән 22 йыл бергә йәшәйбеҙ. Улыбыҙ бар. Ирем һәр ваҡыт үҙенә иғтибар талап итә. Яратаһыңмы, тип һорап ҡына тора. Йә ҡапыл ғына “ауырып” китә. Барып ята ла, маңлайымды тотоп ҡара әле, температурам бар, аһ-һ, тип йәлләтә башлай. Был саҡта уның янында ғына торорға йә ултырырға кәрәк. Хатта, мине яратмайҙар, тип лаяҡыл иҫереп ҡайтыуы ла ихтимал. Гел генә уны ғына иркәләп, уға ғына иғтибар бүлеп ултыра алмайым да инде. Өйҙә лә эш күп тә баһа. Нишләргә?”
Бер-ике яуапҡа ғына туҡталайыҡ. “Ысынлап та, ирегеҙгә иғтибар етмәйҙер. Үҙегеҙ, өйҙә эш күп, тигәнһегеҙ. Көнө буйына, исмаһам, бер тапҡыр уға наҙлы һүҙҙәр әйтәһегеҙме һуң? Эргәһенән үтеп барғанда ла иркәләп китегеҙ, маҡтағыҙ. Һауыт-һаба әҙерәк йыуылмай ултырһа ла ярай, ә иргә ваҡыт бүлергә кәрәк…” – тигән ир енесле бер психолог.
“Ирегеҙ, моғайын, шундай шик-шөбһәле йәшкә еткәндер. 50 – 55-тән һуң ирҙәр үлемдән ҡурҡа башлай. Йә ата-әсәһе ошо йәштә вафат булғандыр. Иғтибарҙы йәлләмәгеҙ. Әгәр иғтибар етмәһә, уның температураһы, ысынлап та, күтәрелеүе ихтимал. Оҙағыраҡ һөйләшеп ултырығыҙ…”
Бик ҡыҙыҡ яуаптар, шулаймы? Иғтибар ни ул, һәр кемгә лә кәрәктер. Ирҙәрҙе артыҡ иркәләргә ҡушалар түгелме? Ирең өлкән балаң һымаҡ булыр, тигән, ти, әсәһе яңы кейәүгә сыҡҡан ҡыҙына. Ҡатын-ҡыҙ иңенә бигерәк күп һалына. Тәүҙә ирен бала һымаҡ бәпләһә, унан балаһын, шунан һуң ире, иғтибар итмәйһең, тип илаулаһа, нисәмәгә өҙөлөргә тура килә. Балаһы үҫеп, мәктәпкә барһа, башлана инде ғәләмәттәр. Хәҙер бит заман икенсе, балалар унды бөтөп тыуа, тиҙәр. Өйгә эште бергә эшләп ҡара!
“Мин иҫәрме, иҫәр түгелме?”
Үҙәк гәзиттәрҙең береһе шундай тәжрибә үткәргән: өлкәндәргә өсөнсө класс математикаһы мәсьәләләрен сисергә ҡушҡан. Дәреслектәрҙең ни тиклем ауыр икәнен хәҙер бит ялҡау ғына һөйләмәй. Әллә балаларҙы уҡымаҫҡа юрый шулай ҡоторталар инде? Бәлки, күптән мәктәпте тамамлаусыларға ауыр булһа ла, уҡыусыларҙың үҙҙәренә еңелдер. Замана балаһы тегеләй… Ә шулай ҙа өйгә эш эшләүгә бәйле көләмәс урынлылыр: “Атай-әсәйҙең тауышы бөттө. Баланың ҡолағы тондо. Күршеләр аңланы. Эт ҡабатларға өйрәнде. Дәрес эшләнде!”
Үҙемдең мәктәп йылдары иҫкә төштө: берәй мәсьәләне эшләй алмаһам, өйҙәгеләрҙән һорап та тормай, әй, Гөлнара йә Илгиздән (кластағы отличниктар) күсерермен әле, тип еңел һулап, дәреслекте ябып ҡуя инем. Ә баяғы математикаға әйләнеп ҡайтҡанда, тәжрибәлә төрлө йәштәге төрлө һөнәр эйәләре – бөтәһе алты кеше ҡатнашҡан. Ошонан һуң береһе һығымта яһап ҡуйған ти: “Мин – иҫәрме ул? Юҡ, ахыры. Әллә барыбер әҙерәк иҫәрме?” Етмәһә, ул юғары белемле иҡтисадсы икән.
“Был бит балаларҙы ҡаты йәберләү!” – тип ҡуйған оло ғына бер ханым, мәсьәләне сисә алмай башы шаңҡығас.
Кем өсөндөр иң ауыры түбәндәге мәсьәлә булған:
Азаттың (төп нөсхәлә малайҙың исеме Андрей, беҙ “үҙебеҙсәләнек”) тыуған көнөнә ҡунаҡҡа биш сит планета кешеһе килгән. Улар Азаттың класташтарынан икәүгә әҙерәк, ә туғандарынан берәүгә күберәк булған. Бөтәһе нисә ҡунаҡ йыйылған?
Быны өлкәндәр, логикаға ҡоролған, тип уйлаған. Хатта береһе кис буйына, хәҙер сит планета “кешеләре” ғилми яҡтан раҫланып, ҡунаҡҡа йөрөшәме икән, тип уйлап бөткән. Шулай ҙа дөрөҫ яуап бар: 16 ҡунаҡ.
Бына ниндәй мәсьәләләр бирелә балаларға! Һәм нисектер уҡый бит улар, “бишле” лә алалар, “икеле”не бигүк ҡуйырға ла ярамай шикелле. Шулай ҙа мәктәп программаһы ауыр, тип ата-әсәләр ҡул һелтәп ҡуймаһын ине. Иң мөһиме, иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Кемгә- кемгә, ә балаға иғтибар бер ваҡытта ла артыҡ булмаҫ ул. Диван ҡаршыһындағы “дүрткел йәшник”кә текләп ултырғансы, тим дә…
* * *
Бер көн ҡыҙы әсәһенә килгән дә:
– Дуҫым минән ялҡыуын әйтте. Гел янында булыуымдан, шылтыратыуҙарымдан, смс-хәбәрҙәремдән, иғтибарымдан ялҡҡан. Ял иткем килә, ти. Нимә эшләргә миңә? – тип һораған.
Әсәй әсәй инде, һәр ваҡыт кәңәше әҙер генә тора:
– Бына, гөлдәргә күҙ һал әле, мин улар тураһында онотһам, һыу һипмәһәм, улар ни эшләй?
– Һулый инде…
– Эйе, әгәр ҙә, киреһенсә, артыҡ ҡараһам, һыуҙы көн һайын һипһәм, нимә була?
– Ул серейәсәк.
– Дөрөҫ. Ә хәҙер иғтибар менән тыңла. Мин гөлдөң “һыуһаған”ын күреү менән һыу һибәм. Тупрағы дымлы булһа, уның тураһында бер нисә көнгә онотоп торам, борсомайым. Кеше мөнәсәбәттәре лә ҡайһы саҡта һыуға сарсаған йә артыҡ дымланған гөл кеүек…
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе