01.02.2015 Билдәле сәйәсмән, танылған табип һәм меценат
йәки Сәлиә Мырҙабаеваның уңыш серҙәре...
– Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, беҙҙең аудиторияның күпселек өлөшөн алдынғы ҡарашлы, белемле йәштәр тәшкил итә. Уларға тәү сиратта һеҙҙең уңыш ҡаҙаныу тарихын ишетеү ҡыҙыҡлы булыр ине.
– Сығышым менән Күгәрсен районының Түкәт ауылынанмын. Минең бала сағым башҡаларҙыҡына оҡшамаған – бер юлы ике ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫтем. Ә эш бына нимәлә ине: беҙҙең күршелә тиерлек йәшәгән инәй менән олатайымдың үҙҙәренең балалары булманы. Шуғалырмы, мине үҙ ҡыҙҙарылай яҡын күрҙеләр. Күп ваҡытты тап уларҙың йортонда үткәрҙем. Олатайымдың эштән ҡайтып, белемемде тикшергәнен әле лә һағынып иҫкә алам.
– Ҡыҙым, бөгөн дәрестә нимә үттегеҙ?
– Испанияны.
– Испанияның баш ҡалаһы ниндәй әле? Был илдең халыҡ иҫәбен иҫемә төшөрсө, хәтеремдән бөтөнләй төшөп ҡалған…
Ошондай диалогтар беҙҙең өсөн ғәҙәти ине. Әлбиттә, күп осраҡта нисек яуап ҡайтарырға белмәй инем, әммә был миңә үҙ өҫтөмдә эшләү өсөн өҫтәмә этәргес булып торҙо. Шулай уҡ беҙҙең өйҙә йыш ҡына үҙенсәлекле әҙәби кисәләр үткәрелә торғайны. Бындай көндәрҙә тасуири итеп башҡорт һәм рус классиктарының китаптарын уҡыныҡ. Ә икенсе көнөнә атай беҙҙән уҡылған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен һөйләүҙе талап итә. Был саралар беҙҙең телмәрҙе үҫтереп кенә ҡалманы, фекерләү ҡеүәһен һәм аң даирәһен дә арттырҙы.
14 йәшемдә атай-әсәйем хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатына уҡырға бирҙе. Артабан белем алыуымды Башҡорт дәүләт медицина университетында дауам иттем. Хеҙмәт юлымды иһә ябай табип-педиатр сифатында Өфө дауаханаһында башланым. Әйтергә кәрәк, үҙ алдыма бер ҡасан да уңышлы карьера төҙөргә тигән маҡсат ҡуйманым. Әммә һәр саҡ яҡшы табип булыу теләге менән янып йәшәнем. Ә тормош юлымда эшемде дөрөҫ күҙлектән баһалаусы кешеләр осрап торҙо. Мәҫәлән, бер нисә тапҡыр ғилми конференцияларҙа уңышлы сығыш яһағандан һуң, мине «Һаулыҡ» тапшырыуының алып барыусыһы сифатында БЮТ-ҡа эшкә саҡырҙылар. Журналистика буйынса махсус белемем булмаһа ла, бер үк ваҡытта ике телдә тапшырыу алып барҙым. Артабан Г. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында табип-генетик һәм БДМУ-ның неврология кафедраһында ассистент булып эшләнем. Бынан һуң мине Һаулыҡ һаҡлау министрлығына министр урынбаҫары вазифаһына эшкә алдылар. Ун йыл дауамында әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау өлкәһендә хеҙмәт иттем. Ә 2007 йылда РФ Дәүләт Думаһына депутат булып һайландым. Ә 2011 йылда тыуған республикам ҡабаттан был яуаплы вазифаны йөкмәтте.
– Тормош юлығыҙҙа гимназия ниндәй роль уйнаны?
– Тап ошо мәктәпкә уҡырға ебәргән атай-әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен! Сифатлы белемдән тыш, гимназия миңә һәйбәт тәрбиә һәм бар яҡлап үҫеш бирҙе. Әле лә Өфөнөң театр һәм музейҙарына йөрөүҙе, тәрбиәселәребеҙ менән йылы әңгәмәләрҙе, бергә уҡыған һабаҡташтарҙы һағынып иҫкә алам.
Был уҡыу йортонда беҙгә ҡараш та айырыуса булды. “Һеҙ – милләттең, республиканың киләсәге, өҫтөгөҙҙә ҙур яуаплылыҡ ята», – тип йыш ҡабатланылар. Был миндә патриотизм тойғоһон тәрбиәләне.
– Бала саҡтан филологтар араһында үҫһәгеҙ ҙә, медицинаны һайлағанһығыҙ…
– Рус теленән уҡытыусым Әминә Ҡурам ҡыҙы Йыһаншина мине һәр саҡ филология йүнәлеше буйынса белем алырға өндәне. Тик башҡа өлкәне һайланым, әммә гуманитар аң торошом эшемдә һәр саҡ ярҙам итте. Әгәр һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә булдыра алмаһам, филологияға түгел, ә юриспруденцияға барыр инем. Моғайын, адвокат һөнәрен үҙләштерер инем – минең холҡом һәр саҡ кемделер яҡлауҙы талап итә.
– Һеҙ – билдәле сәйәсмән һәм идарасы, танылған табип, меценат. Ҡайһы вазифа яҡыныраҡ?
– Статус юғарыраҡ булған һайын, кешеләргә ярҙам итеү мөмкинлеге лә киңәйә. Мәҫәлән, табип булараҡ, көнөнә утыҙ кешене ҡабул итә алам һәм был һәйбәт һөҙөмтә. Әгәр һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары дөрөҫ итеп медицина ярҙамы алыу тәртибен уйлап еткермәһә, байтаҡ кеше зыян күрәсәк. Был йәһәттән миңә беренсе позиция яҡыныраҡ. Әммә ҙур вазифа ҙур яуаплылыҡ та икәнен онотмаҫҡа кәрәк.
– Көслө менеджер ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
– Тәү сиратта сифатлы белемгә эйә булыуы мотлаҡ. Шулай уҡ лидерлыҡ сифаттары бик мөһим. Үкенескә күрә, беҙҙең халыҡтың бала тәрбиәләү ысулдары, киреһенсә, был һыҙатты баҫыуға йүнәлтелгән. Беҙҙә тыйыуҙар бик күп. Бала үҙ иңенә яуаплылыҡ алырға һәм мәсьәләләрҙе үҙ аллы хәл итергә бөтөнләй өйрәнмәй. Минеңсә, беҙҙең заман был ҡиммәттәрҙе әҙерәк үҙгәртеүҙе талап итә.
– Мәрхәмәтлек менән шөғөлләнеүгә Һеҙҙе нимә этәрҙе?
– Депутат вазифаһында күп кешенең мәрхәмәтлек ярҙамына мохтаж булыуын күрҙем. Фондтың барлыҡҡа килеүенең сәбәбе тап ошоға бәйле. Бөгөн «Мираҫ» дәүләт тарафынан бағылмаған проекттар өҫтөндә эшләй. Миҫал өсөн Башҡортостандан Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында белем алыусы студенттар һәм аспиранттарҙың ассоциацияһын алайыҡ – был ойошма менән берлектәге проекттар фондтың төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Студенттарҙың бөтәһенең дә ата-әсәһе булыуына ҡарамаҫтан, Мәскәү кеүек ҙур ҡалала уларға ололар араһында терәк булыуы бик мөһим. Матди яҡтан түгел, ә рухи һәм психологик ярҙам йәһәтенән. Әгәр ҙә беҙ беренсе курс студентын үҙебеҙҙең ҡанатыбыҙ аҫтына алмайбыҙ икән, уны башҡалар аласаҡ, ә ул йоғонтоноң ыңғаймы, юҡмы икәне ҙур һорау тыуҙыра.
– Фондтың проекттары тураһында ентекләберәк һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Студенттар ассоциацияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек тураһында әйтеп үткәйнем инде. Яңыраҡ уның ағзалары өсөн йәнә РФ Дәүләт Думаһы буйлап экскурсия уҙғарҙыҡ, шахмат буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы Анатолий Карпов һәм беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавт Валентина Терешкова менән осрашыу үткәрҙек. Студенттарға баш ҡала театрҙарына билет бүләк итеү матур йолаға әүерелде. Улар Ҙур театрҙа, М. Горький исемендәге театрҙа (МХАТ), Станиславский исемендәге Мәскәү академик музыкаль театрында булып өлгөрҙө. Яңыраҡ фонд өлөшләтә «Алтын ай» Мәскәү башҡорт бейеүҙәре ансамбленең «Байыҡ» республика телевизион конкурсының финалына барыуын хәстәрләне. Ә тиҙҙән «Мираҫ» фонды премияһына асыҡ конкурстың һөҙөмтәләре иғлан ителәсәк – был рәүешле иң әүҙем һәм һәләтлеләрҙе билдәләйәсәкбеҙ.
Шулай уҡ беҙ Көньяҡ Урал райондарының ҡатын-ҡыҙҙарын берләштергән «Ағинәйҙәр» хәрәкәте менән ныҡлы эш алып барабыҙ. Был ойошма үҙ өҫтөнә урындағы хөкүмәт етәкселәре башҡара алмаған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Эштә уларҙың үҙ алымдары һәм үҙенсәлекле ҡараштары бар һәм был дөрөҫ тә. Бөгөн «Ағинәйҙәр» «Айыҡ ауыл» проектын бойомға ашырыу буйынса эшләй, мәктәптәрҙә тәрбиәүи дәрестәр индереү өсөн көрәшә һәм милли йолаларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн әүҙем сығыш яһай. Күптән түгел фонд ойошма ағзаларына ноутбуктар бүләк итте. Был яҡты идеялар интернет даръяһында ла ҡыҙыҡһыныу уятыр, тип ышанабыҙ.
Киләһе проект өҫтөндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән берлектә эшләйбеҙ – ул да булһа «Мин башҡорт телен өйрәнәм» тапшырыуы. Минеңсә, туған телде өйрәнеү мәсьәләһе бөгөн бик киҫкен тора. Тапшырыу башҡортса иркен һөйләшергә ҡамасаулаған ҡаршылыҡтар менән көрәшә.
«Тамыр»ҙың тағы ла бер башланғысын хуплайбыҙ – яңыраҡ «Алма төҫө» документаль проектын төшөрөүгә ҡушылдыҡ. Фильм 19 ғына йәшендә Румыния ерендә вафат булған Советтар Союзы Геройы Хәсән Әхтәмовҡа арналған. Баҡтиһәң, егет алма баҡсаһы үҫтерергә хыялланған булған икән. Телевидение хеҙмәткәрҙәре Румынияға барып, «Алма төҫө»н төшөрөп ҡайтты. Юл хаҡын ҡаплауҙы «Мираҫ» тулыһынса үҙ өҫтөнә алды.
Мине был проекттарҙың ҡыҫҡа ваҡытлы булмауы, халҡыбыҙҙың үҫешенә йүнәлтелеүе бик шатландыра.
– Һеҙ шулай уҡ Башҡортостан абитуриенттары араһында профориентацион эш тә алып бараһығыҙ һәм уларҙы Мәскәүҙең медицина университеттарына уҡырға индереүгә булышлыҡ итәһегеҙ. Ни өсөн башҡорт йәштәре баш ҡалала уҡырға тейеш?
– Мин һис кенә лә, студенттарҙың бөтәһе лә Мәскәүҙә уҡырға тейеш, тип әйтмәйем. Баш ҡала вуздарында Өфөлә уҡытылмаған һөнәрҙәр байтаҡ – ә ундай белгестәр республикаға бик кәрәк. Әгәр студент, уҡыуын тамамлап, тыуған яғына ҡайтмаҫҡа ҡарар итә икән, ҡурҡыныс түгел – ваҡыты еткәс, ул республиканың үҫешенә үҙ өлөшөн мотлаҡ индерәсәк.
Үкенескә күрә, Башҡортостанда профориентация эше бик һүлпән алып барыла. Тап шуға ла ассоциацияның эшмәкәрлеген тулыһынса хуплайым һәм үҙем дә был эштә әүҙем ҡатнашырға тырышам.
– Йәштәргә ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Йәшлек бик тиҙ уҙа, шуны онотмағыҙ. Һәр минуттың ҡәҙерен белеү мөһим. Сөнки был осорҙа һеҙгә бик күп нәмә эшләп өлгөрөргә кәрәк. Уңыш тик тырыштарға йылмая, уның оҙаҡ йылдар көттөрөүе лә мөмкин. Һәм тағы ла күберәк китап уҡығыҙ – был һеҙҙең телегеҙҙе байытыр һәм фекерләү ҡеүәһен үҫтерер. Аралашығыҙ, дуҫлашығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, ғашиҡ булығыҙ, һәм, Алла бирһә, һеҙҙең һайлауығыҙ дөрөҫ булһын!
Фаягөл ЮНЫСОВА.
Мәскәү ҡалаһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе