RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был реформаларға ҡасан сик булыр?

27.11.2010 Был реформаларға ҡасан сик булыр?

Советтар Союзы заманында милиция хеҙмәткәрҙәре Степа ағай, участковый Анискин һәм башҡа персонаждар кеүек таҙа намыҫлы, һатылмаҫ йәнле тәртип һаҡсыһы булып таныл­ғайны. Юҡҡамы ни, минең милициям мине һаҡлай, ти торғайныҡ.
Хәҙер, кешенең бөтә эшмәкәрлеге теләһә ниндәй юл менән булһа ла аҡса эшләүгә ҡорол­ған осорҙа милиция хеҙмәткәрҙәренең бер өлөшө коррупция менән шөғөлләнә башланы. Яңы ғына үҙәк телеканалдарҙан билдәле булыуынса, илдәге коррупцияның 1/3 өлөшө Эске эштәр министрлығына (ЭЭМ) тура килә икән. Милицияны полиция һүҙе менән алмаштырыу енәйәтселекте бөтөрөүгә ярҙам итһә ине лә бит. Буталсыҡ булмаҫмы икән: быға тиклем дә һалым полицияһы бар ине бит. Киләсәктә, милиционерҙары «мент» тигән кеүек, полицейскийҙарҙы «полицай», «полицмен» тип йөрөтөрмө инде халыҡ? Ә күпме сығым: документтарҙы, алтаҡталарҙы алмаштырыу, яңы формалар әҙерләү?
Аптырарһың, реформа артынан реформа. Мәғарифты ғына алып ҡарайыҡ. ҡасан башланғандыр унда реформа, һаман туҡтауһыҙ бара. Уҡытыусыға йән башына ҡарап аҡса түләүгә күсеү арҡаһында ауылдарҙа күпме башланғыс мәктәп ябылды, йә тиҙҙән ябыласаҡ.
Иҫке автомобилдәрҙе утилләштереүҙән халыҡ ниндәй файҙа күрҙе? Автозавод хужалары тинтәк түгел дә инде – шундуҡ ватан автомобилдәренең хаҡын 50 мең һумдан да ашыуыраҡҡа күтәреп тә ҡуйҙылар. Мәрхүм Черномырдин әйткәнсә килеп сыҡты: «Хотели как лучше – получилось как всегда».
Ауыл хужалығындағы реформаны башҡа һыйҙырырлыҡ та түгел. Миллионлаған гектар ер эшкәртелмәй ята. Үҙәк Рәсәйҙә һәм Себерҙә (БР-ҙың ҡайһы бер ауылдарында ла) ауыл кешеләре шәхси ихатаһында мал тотмай, ауыл тирәһендәге үләнде сабып алыусы юҡ. Шуға күрә ҡоролоҡ йылында ғына түгел, башҡа йылдарҙа ла янғындар йыш булып тора. Урманда кәйеф-сафа ҡороусылар тарафынан ҡабыҙылған янғын ҡарағура баҫып киткән ауылдарҙы ла ялмап ала. Унан, әйҙә, хөкүмәт яңы ауылдар төҙөй башлай. Төҙөмәй ни, донор төбәктәрҙең елкәһе ҡалын бит.
Сочиҙа үткән эшҡыуарлыҡ форумында беҙҙең республика балыҡсылыҡ, ҡымыҙ етештереүҙе алға ебәреү тураһында проект тәҡдим итһә, Чечня Президенты Р. ҡадыров Грозныйҙы небоскребтар ҡалаһына әүерелдереү проекты менән хыяллана. Иғтибар итегеҙ, үҙ бюджеттары иҫәбенә түгел. 100 проценты менән федераль ҡаҙна иҫәбенә, йәғни һеҙҙең менән беҙҙең иҫәпкә. Чечня һәм башҡа Кавказ республикалары өсөн федераль ҡаҙна төпһөҙ ҡоҙоҡҡа әүерелде. Күпме генерал, полковник унда кеҫәләрен ҡалынайтты (ғәзиз улдарыбыҙ ғүмере бәрәбәренә). Улар емерткән ауыл-ҡалаларҙы аяҡҡа баҫтырыуға күпме аҡса йүнәлтелде. Р. ҡадыров Федераль үҙәккә «баш өҫтө» (верноподданный) икәнлеген күрһәтеп, республика башлыҡтарының «президент» атамаһын бөтөрөү инициативаһы менән сығыш яһаны. Әгәр республика башлыҡтары «губернатор» (был юлдар яҙылған мәлдә башҡа варианттар булыуы ла асыҡланды) тип атала икән, республикалар губернаға әүерелдереләсәк тигәнде аңлата кеүек. Ханлыҡ, батшалыҡ, короллек тип аталған дәүләттәр идара итеүсе титулына бәйле бит. Был Рәсәйҙең Төп Законының «Республика-дәүләт булып тора» тигән положениеһын сираттағы тупаҫ боҙоу буласаҡ. Рәсәйҙә милицияны полиция менән алмаштырыу, республика етәкселәрен «губернатор» тип атау, уларҙы РФ Президенты тәҡдиме менән «һайлау» авторитаризмды тағы ла нығытыу, нығыраҡ үҙәкләштереү антидемократияның шыуышып килгән экспансивы тип аңларға кәрәк. Федераль үҙәккә һайлауҙар мәлендә вәкәләттәрҙе беҙ – һайлаусылар – тапшырабыҙ икән, шул вәкәләттәрҙе төбәктәр­ҙең хоҡуҡтарын тын сығарған һайын нығыраҡ ҡыҫа барған быуар йылан кеүек сикләй барырға ҡануни һәм әхлаҡи хоҡуғы юҡ федераль үҙәктең!
Республика ҡоролтайында ла, РФ Дәүләт Думаһында ла халыҡтың «Эт саба тип, бет саба» тигән әйтеменә эйәреүсе халыҡ һайланыусылары табылып тора. Республикабыҙҙы Мәскәү ваҡытына күсереү тәҡдимен әйткән бер депутаттың ниәте 90 проценты Мәскәүҙә йәшәгән олигархтар, финанс королдәре файҙаһына икәнлеге һәр кемгә аңлашылалыр. Улар, Себер һәм Уралдағы управляющийҙары конторалары менән бер үк ваҡытта эш алып барып, капиталдарын арттырыр ине. Ә үҙ участкалары, шәхси хужалыҡтары ярҙамында көн күргән ябай халыҡ Мәскәү ваҡыты менән эшләп ҡайтҡанда, кис еткән булыр ине.
Пенсия йәшенә ҡағылышлы дебаттар тураһында ла бер һүҙ әйтмәксемен. Әлеге көндә халҡы 500-ҙән ашыу 120 ихаталы уртаса ҙурлыҡтағы ауылда 60-лап ир-ат пенсия йәшенә етә алмай донъя ҡуйҙы, төбәктәге өс ауылдан һуғыш йылдарында тыуған өс кенә ир иҫән, ә һуғыштан һуңғы биш йыллыҡта һәм 50-се йылдарҙа тыуған ирҙәрҙең яртыһы тиерлек пенсия йәшенә етә алманы. Пенсия йәшен арттырһалар, пенсия алыусы ир-ат бөтөнләй булмаясаҡ, дәүләткә еңеллек киләсәк инде. Бына ниндәй һөҙөмтәгә килтерә илдәге «үҙгәртеп ҡырыуҙар».

Р. S. ҡотош мәктәбен Дарьино­лағы Партизан мәктәбенең филиалы итеп, 90 бала уҡыған (154 булырға тейеш) урыҫ мәктәбен һаҡлап ҡалмаҡсылар. Юлдан ситтә ятҡан Дарьиноға кеше йөрөмәй. Беҙҙең уҡыусылар­ҙың береһе лә унда 10 – 11-се синыфҡа уҡырға бармаясаҡ. Эргәлә генә ауылыбыҙҙың аҫаба ерендә урынлашҡан Мәләүез ҡалаһының 1-се, 7-се мәктәптәре, 9-сы башҡорт гимназияһы бар. Элек уҡытыу процесының оптимизацияһы тураһында һөйләһәләр, хәҙер директорға расписаниены аҡса экономиялау өсөн оптималләштерергә ҡушҡандар: физкультура, музыка, рәсем, технология һ. б. дәрестәрҙе икешәр синыфты бергә ҡушып уҡытырға. Унда инде уҡытыусыларҙың эш хаҡы 2000 һумға ҡаласаҡ.

Зөфәр АЛТЫНСУРА,
БР-ҙың мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны.
Мәләүез районы,
ҡотош ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы