RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ер кем ҡулында?

27.11.2010 Ер кем ҡулында?

 Ер кем ҡулында?Ер мәсьәләһенең бер ваҡытта ла телдән төшкәне юҡ. Ер – бөтә дәүләттәрҙең дә төп байлығы. Шуға ла иң ҙур байлыҡты шәхси ҡулдарға тапшырырғамы, дәүләттә ҡалдырып, ҡуртымға ғына бирергәме, тигән һорауҙар күп­тәрҙе борсой. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе киләсәктә нимә көтөүен бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмаҫ. Ер пайҙарын алыу­сылар исемлегенә ингән ха­лыҡтың да күп кенә өлөшө пайға хоҡуғын рәсми теркәргә, унда эш­ләй башларға ашыҡмай. Был ашыҡмауҙың сәбәптәре лә төрлө – ерҙе эшкәртеү өсөн билдәле бер шарттар, техника кәрәк. Ә был инде теләгән бер ауыл кешеһенең ҡулынан килерлек эш түгел. Шуға ла: «Әллә ер пайҙарын инвесторҙарға тапшырырғамы?» – тип баш ватыуҙар ҙа урынлы тойола. Һәр хәлдә, ер буш ятырға, хужаһыҙ булырға тейеш түгел. Был байлыҡ беҙгә Хоҙай тарафынан ҡулланырға, файҙаһын күрергә, тәрбиәләргә бирелгән.
Һуңғы көндәрҙә Башҡортостанда ер мәсьәләләрен күтәреүсе бер нисә сара ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһы Пре­зиденты Рөстәм Хәмитов блог­герҙар менән осрашҡанда ла ер темаһына ҡағылмай ҡалманы. Төбәк башлығы ерҙе һатыуға иғтибарлы һәм бер аҙ хәүеф менән ҡарауын белдерҙе. Уның фекеренсә, ер һатыу йәки һатып алыу мәсьәләһен хәл иткәндә, урындағы йолалар һәм менталитетты ла күҙ уңында тоторға кәрәк. Ауыл ерендәге ер пайҙарының күпләп һатылыу ҡурҡынысы ла бар. Һәр хәлдә, был мәсьәлә бер күҙлектән генә сығып хәл ителергә тейеш түгел.
Шул уҡ ваҡытта ер, тупраҡ бөгөн, булған ҡеүәтен файҙаланып, етерлек файҙа килтермәй. Дөрөҫөрәге, кеше уны үҙе ҡулланмай. Кемдеңдер ер алырға хоҡуғы бар – эшкәртергә мөмкинлеге юҡ. Икенселәр, техникаға эйә булып та, ер участкаларын ала алмай ҡаңғыра. Ә инде ергә хоҡуҡты теркәү өсөн йылдар буйы ҡағыҙҙар артынан йүгереп йөрөү күптәрҙе сығырынан сығарған, бер ҙа аңлап булмаҫлыҡ бер мәсьәлә.
Нимә генә тиһәң дә, ерҙә хужалар эшләргә тейеш. Ер ҡәҙерен урындағы халыҡ нығыраҡ аңлай һәм белә. Минеңсә, был бәхәсһеҙ. Яңыраҡ «Спутник FM» радиостанцияһында сығыш яһап, Салауат ҡала советының тәбиғәт ресурстары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, эшҡыуарлыҡ һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Михаил Васильев менән Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһының Башҡортостан республика комитеты секретары Геннадий Шабаев та ер мәсьәләһенә асыҡлыҡ индерергә тырышты, үҙҙәренең фекерҙәрен еткерҙе.
Михаил Васильев, ерҙе һатыуҙан да һәйбәтерәк юл булмаҫ, тип һанай. Ерҙе ҡуртымға ла оҙайлы ваҡытҡа биреү яҡлы. Ер һатылһа һәм оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға тапшырылһа ла, иң тәүҙә урындағы халыҡтың мәнфәғәтен ҡайғыртырға – ер биргәндә үҙебеҙҙекеләр өҫтөнлөк менән файҙаланырға тейеш, тип һанай. Михаил Васильев, инвес­торҙарҙың да урындағы халыҡ иҫәбенән булыуы яҡшыраҡ, тип билдәләй. Уның сығышында ерҙә ялланып эшләүселәрҙе лә тап урындағы халыҡтан һайлап алырға кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
«Ергә милек хоҡуғы хәл ителмәгән мәсьәлә булып торған шарттар­ҙа кемдең унда нимәлер төҙөргә йәки берәй эш ойошторорға теләге булһын?» – ти Васильев. Ысынлап та, кеше ергә аҡсаһын түгер, йүнәлтер алдынан киләсәктә бер ниндәй ҡатмарлыҡтар булмауын теләй. Һәм был тәбиғи. Бер кем дә хәләл аҡсаһын елгә осорорға, шикле кампанияларға тотонорға теләмәҫ.
Ә бына Геннадий Шабаев, ерҙең һатылыуына бөтөнләй юл ҡуйырға ярамай, тип бара. Уныңса, ерҙе һатыу тураһында һөйләгәндә ваучерҙарҙы иҫкә төшөрөргә кәрәк. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында илебеҙҙә предприятиеларҙы ваучерҙар ярҙамында хосусилаштырыу башланды. Чубайс, ошо ҡағыҙҙар ярҙамында ил баҙарын үҙебеҙҙең тауарҙар менән күмәсәкбеҙ, яңы технологиялар булдырасаҡбыҙ, шәхси ойошмалар илгә күберәк файҙа килтерәсәк, тип инандырҙы. Тик әле һаман да сифатлы техника етештергәнебеҙ юҡ, автомобилдәрҙең дә ситтән килтерелгәндәре күңелгә ятышлыраҡ...
Һөҙөмтәлә бөгөн илдәге, төбәктәге предприятиеларҙың ысын хужаларының кем икәнлектәрен дә белмәйбеҙ тиерлек. «Ер менән дә хәл шулай уҡ буласаҡ», – ти Шабаев. Крәҫтиәндең аҡсаһы юҡ – ер һатылып бирелгән осраҡта улар пайҙар­ға, ерҙәргә хоҡуғын рәсми рәүештә теркәп, һатып ала алмаясаҡ. Ер ҙә, ваучер заманындағы кеүек, ябай ауыл кешеләренә түгел, эре хужа­лар­ға күсеп бөтәсәк. «Ерҙе тауарға әйләндереү менән уны һөҙөмтәле файҙаланыуҙы бутарға ярамай», – тине партия вәкиле. Шулай уҡ Шабаев бөгөнгө заманда ресурстар иҫәбенә генә йәшәүебеҙҙе лә телгә алды. Бөгөнгө имен, бай тормош өсөн киләсәктә балаларыбыҙға түләргә тура килмәгәйе.
Ауыл хужалығы буйынса алға киткән Израиль, Голландия, Австралия, Дания кеүек илдәрҙә ерҙең 90 проценты дәүләт ҡарамағында, ул – дәүләт милке. Шуға ла ерҙе шәхси ҡулдарға тапшырыу ғына уны эшләргә мәжбүр итеүҙең берҙән-бер юлы түгел. Бәлки, ауыл хужалығына тағы ла ҙурыраҡ ярҙам күрһәтеү үҙ һөҙөмтәһен бирер?
Геннадий Шабаев фекеренсә, ергә ситтән килгән инвесторҙарҙы табыштан башҡа бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмай. Улар мул табыш алыу маҡсатында ерҙе ныҡлап ашлап, ағыулап бөтәсәк. Урындағы халыҡты эшкә алғансы, бәләкәй эш хаҡына риза булған сит ил кешеләрен яллап, сығымдарын экономияласаҡ.
ҡыҫҡаһы, радиостанцияла ер тураһында фекер алышҡанда ошондайыраҡ фекерҙәр ишетелде. Ерҙе һатыуҙың, шәхси ҡулдарға тапшырыуҙың файҙаһы ла, зыяны ла бар кеүек. Тимәк, ер мәсьәләһен хәл итеү өсөн етди һөйләшеүҙәр алып барырға нигеҙ бар. Әгәр ауыл кешеләре – ерҙең ысын хужалары был ергә хоҡуғын рәсми теркәүҙән баш тарта, унда эшләргә мөмкинлек тапмай икән – ергә хужалар табыласаҡ. Ер пайын, участкаһын алыу ҙур байлыҡ ҡына түгел, яуаплылыҡ та.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Яҡын арала «Йәшлек» ер мәсьәләһенә ҡағылған темаға компетентлы органдарҙы йәлеп итеп, «түңәрәк өҫтәл» ойошторорға ниәтләнә. Ошо айҡанлы һеҙҙән хаттар көтәбеҙ. Ер пайҙарын, участкаларын теркәү, алыу, һатыу, йә булмаһа, ҡуртымға биреү барышында ниндәй проблемалар килеп сыға? Халыҡты нимә борсой? Урындағы етәкселәр, ойош­малар һеҙ ер алырға тырыш­ҡанда ҡаршылыҡтар тыуҙырамы? Ер бирмәйҙәрме? Бөтә ошо һорау­ҙар буйынса ла «Йәшлек»кә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Хаттар көтәбеҙ, дуҫтар! Уларҙың бөтәһенә лә белгестәр яуап бирәсәк.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы