07.11.2014 “Тимер шаршау” ҡоролормо?
Рәсәй менән Көнбайыш араһында сиктәр ябылыуын фаразлайҙар
Сәйәсәт менән иҡтисад бер-береһенә бәйләнмәһә, халыҡтың, ниндәй генә сәйәси хәл-ваҡиғалар булмаһын (илгә баҫҡынсы инмәһә, әлбиттә), иҫе китеп бармаҫ кеүек. Яуабы ябай – илдә осон-осҡа ялғап йәшәүселәр күпселекте тәшкил итә, уларға “кеҫә хәле” мөһимерәк. Нисек кенә борсолоулы яңғырамаһын, иртә менән уянып: “Ҡайҙан аҡса табырға?” – тигән һорауҙы биреүселәр етерлек әле. Яңы Рәсәй, тип яңғырауыҡлы һүҙҙәрҙе күп һөйләһәк тә, бәғзе ватандаштарыбыҙға заманса шарттарға барып етергә бик алыҫ. Бында эш уларҙың егәрле-ялҡаулығында ла, атайҙарынан ҙур мал ҡалыу-ҡалмауҙа ла, сослоҡ-зирәклегендә йә һүлпәнлек-бошмаҫлығында ла түгел. Үҫешкән илдәрҙән сама менән 50 – 100 йылға артта ҡалған еребеҙҙә башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. “Быныһы ла үтер…” – тип йәшәүселәр ҙә бар-барлыҡҡа. Көнбайыш тарафынан индерелгән санкциялар арҡаһында Рәсәй магазиндарында оҙон сираттар барлыҡҡа киләсәген дә юрайҙар. Йәнәһе, халыҡты дефицитҡа әҙерләйҙәр. бар шундай фаразсы-белгестәр. Ошонда урта һәм өлкән быуын үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы көрсөктө, талон осорон иҫләп ҡуйыр. “Йәшәнек бит әле…” – тигән һүҙҙәр ишетелер. Шундай ҙа түҙем халыҡ Рәсәйҙән башҡа тағы ҡайҙа бар икән? Бирешмәйбеҙ бит.
“Сәйәсәт өлкәндәр өсөн генә ҡурҡыныс ул”, – тип үҙенсә күңел аса йәш-елкенсәктең күбеһе, күршеләрем әле генә геүләшеп Африка илдәренең береһенән сәйәхәттән ҡайтып төштө, берәүҙәре Ҡытайға китергә йыйына. Нимә ул санкциялар? Кредитҡа батып булһа ла, донъяһын бөтәйткәндәр күпме? Күп һәм улар кәмемәйәсәк тә, сөнки беҙгә Көнбайыш бар ни ҙә, юҡ ни. Ер йөҙө дүрт тарафлы. Беҙҙең олатай-өләсәйҙәр яҡты киләсәккә ышанған, атай-әсәйҙәр ҡулдарына яңғырауыҡлы лозунгылар тотоп шунда юлланған, ә беҙ ниңә бер урында тапанырға тейеш?
Сик буйында бер һаҡсы…
Бөгөн, Рәсәй менән Көнбайыш араһы шаҡтай һыуынғанын күреп, тағы ла “һалҡын һуғыш” башланды инде, “тимер ҡоймалар ҡоролдо” тип фаразларға яраталар. Санкциялар шарттарында байтаҡ ҡына рәсми шәхескә Европаға йә Америкаға сығыу ҙа тыйылып тора. Был шәхсән һеҙҙе ныҡ борсоймо, йәмәғәт? Ғөмүмән, Көнбайышҡа сик ябылыуҙан кем ҡурҡа? Әлбиттә, ҙур түрәләр һәм бизнес вәкилдәре, тиерһегеҙ. Дөрөҫ яуап. “Левада” социологик тикшеренеүҙәр үҙәге асыҡлауынса, ҙур ҡалаларҙа йәшәүсе етәкселәрҙең 62 проценты, “тимер шаршау” ҡоролмаһын ине, тип теләй. Ә эшһеҙҙәр, пенсионерҙар, йорт хужабикәләре был тәңгәлдә, кем әйтмешләй, сәпсим тыныс. Был өс төркөмгә ҡараған халыҡ һаны күпме тип уйлайһығыҙ? Хаҡлы ялдағылар ғына 40 миллиондан ашыу. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй йәниҫәбе һөҙөмтәләре буйынса дөйөм халыҡ һаны 143 миллион кешегә лә тулмай. Шулай булғас, уйлап ҡарағыҙ инде – Көнбайыш менән ара һыуыныу нисә кешене ҡурҡыта? Беҙҙә шундай әйтем киң таралған – “быға тиклем йәшәнек бит әле, артабан да йәшәрбеҙ”. Европа балығын йә алмаһын ашамайынса йәғни. Үҙебеҙҙең баҡсалағы алма мең тапҡыр һутлыраҡ та әле.
Эйе, шундай осор ҙа булды, йәнәһе, кемдер бары тик “импортный”ҙы ғына ҡуллана, ашай, кейә. Һәр хәлдә, был да бик әҙ генә һандағы айырым ҡатламға хас ине.
Шундай мәғлүмәттәр ҙә бар: йәштәрҙең 47 проценты – сит илдә уҡырға һәм эшләргә, 30 проценты йәшәргә теләй.
Беҙҙең Рәсәй кешеһенең һөйләгән һүҙе менән теләге тап килмәй ул. Мәҫәлән, берәү, ошо илдә бер көн дә тормай китер инем, тип яр һалған була. Аҡсаһы ла юҡ түгел. Ә үҙе һаман маҡтаған сит еренә китмәй. Ҡартайҙым инде, ти. Балаларын да ебәрмәй. Сөнки ул – Рәсәй кешеһе. Ниндәйҙер тормошҡа ашмаған маҡсат-хыялы арҡаһында ғына илен әрләй, ташлар инем, ти. Ҡулынан килмәй шул. Кендек нығынған ошонда. Шуға ла Көнбайыш менән ара тағы нығыраҡ һыуынһа ла, күптәрҙең “мыйығы ла һелкенмәйәсәк”. Илдәр сигендә хет Ҡытай стенаһы ҡороп ҡуй. Ябай халыҡ уйынса, беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ туйҙырырлыҡ хәлдә.
Бар икән күрәһеләр…
Ишеткәнһегеҙҙер, Киевта ла, Донбасста ла һайлауҙар үтте. Украина халҡы Юғары Рада составы өсөн тауыш бирҙе. Донецк, Луганск өлкәләрендә йәшәүселәр ҙә, үҙ киләсәген хәстәрләп, һайлау участкаларына килде. Донбасстағы һайлау өсөн Рәсәйгә тағы “эләгәсәк”. Ниңәме? Беҙҙең Сит ил эштәре министрлығы ул сараны ихтирам итеүен, һайлауҙың төбәктәрҙең Киев менән килешеүенә бер аҙым булыуын белдергәйне. Был АҠШ-ҡа оҡшаманы. Ҡушма Штаттарҙың дәүләт департаментында матбуғат секретары Джен Псаки янап та ҡуйҙы: “АҠШ Украинаның көнсығышында үткән сепаратистар һайлауын хупламай. Беҙ, БМО, Евросоюз, Франция, Германия кеүек үк, уны закондан тыш тип иҫәпләйбеҙ. Әгәр Рәсәй һайлауҙы хуплаһа, был аҙымы уға артабан тағы ла айырымланыу килтерәсәк”. Нимә, йәнә санкциямы?
Әйткәндәй, Псаки ханым хаҡында хәҙер беҙҙә көләмәстәр йөрөй. Пентагон бөтә тойғоларын тап ошо вәкиле аша еткерә бит. Уныһы географияла бик һай йөҙә, шаяртыуҙары ла ташҡа үлсәйем, белеме менән дә маҡтана алмай. Уныңса, “зәңгәр яғыулыҡ” Рәсәйгә Украина аша көнбайыш Европанан килә. Тап Псаки ғына интернетта камуфляж кейгән, һаҡаллы, тулы кәүҙәле ирҙең фотоһын күреп, Украинаның Донбассында Рәсәй хәрби кешеһе һуғыша, тип ныҡыша ала. Йәнәһе, ул йөҙ-ҡиәфәтенән таный. Бынан һуң департаментта ла көләләр. Үҙенекеләр. Тағы бер “аҡылы” – майҙа Донецк менән Луганскиҙа референдум үткәс, Псаки ханым, матур мәрйендәрен (муйынына төрлө төҫтә ҙур мәрйен тағырға ярата бит ул) тағып, йәнә трибунаға сыға. “Беҙ референдум һөҙөмтәләрен хупламайбыҙ. Һайлау каруселдәре, алдан тултырылған бюллетендәр, балаларҙың тауыш биреүе хаҡында мәғлүмәттәр булды...” – тип һөйләй ул. Шундағы журналистарҙың береһе (Мэтью Ли, АҠШ-тың “Ассошиэйтед Пресс” агентлығы журналисы, йыш ҡына “уңайһыҙ” һорау биреп аптырата), ниндәй карусель хаҡында һүҙ бара, тигәс тә юғалып ҡалмай: “Мин әҙер тексты уҡыйым, нимә икәнен белмәйем, хеҙмәттәштәремдән һорашырмын”, – тип яуаплай. Бына бит ул “дәрес”кә әҙерләнмәй килеү нимә эшләтә! Уның ҡарауы, Псаки ханым Рәсәйгә йоҙроҡ күрһәтергә ярата. Хәйер, АҠШ флотын Белоруссия ярҙарына “ырғытыусы”нан тағы нимә көтөргә була? Эйе, ул бит, әгәр Белоруссия Украинаға һөжүм итһә, АҠШ-тың алтынсы флотын тап шунда килтерергә вәғәҙәләне. Йөрөһөн әйҙә, Белоруссия ярын эҙләп.
Ә был ваҡытта…
Бынан ун бер ай ҙа ике аҙна элек башланған “Евромайҙан” менән бөтә донъяны бутаған Украинала хәҙер ни барғанын да теүәл генә әйтеп булмай. Тыныслыҡ юҡ инде ул. Бөгөн бында кемдең кем менән һуғышҡанын да белерлек түгел. Мәҫәлән, бынан бер нисә көн элек кенә “Майҙан” активистары менән Донбасста махсус операцияларҙа ҡатнашыусылар һуғышып киткән. “Талаш алмаһы” (боронғо грек мифологияһында “иң матурға” тип яҙылған алтын алма өсөн өс алиһә ғауғалашып китә) – Киевтағы шәхси предприятие. Уны кем һаҡларға тейешлеген асыҡлай алмайынса, “бәрелешкәндәр”, хатта атышҡандар. Ҡулдарында, утлы ҡоралдан тыш, бейсбол күҫәктәре, бысаҡ, “Молотов коктейле” һалынған шешәләр булған. 42 кеше ҡулға алынған. Әлеге объекттың аныҡ ҡына хужаһы ла юҡ икән, бәхәстәр әллә нисәмә йыл буйына бара, имеш.
Бөгөн Украинала, үкенескә күрә, “хужаһыҙ” йорттар ҙа күптер инде. Кемгәлер был, бәлки, ҡулайлылыр ҙа. Ғөмүмән, ҡан ҡойош ойоштороп, ҡайһы бер биләмәне НАТО өсөн бушатыу тураһында ла хыялланыусылар барлығы хаҡында мәғлүмәт ишетелеп ҡалғайны.
Альянстың сентябрь башындағы саммитында, Көнсығыш Европала мөмкин тиклем “күренергә” кәрәк, тигән ҡарар ҡабул иткәйнеләр бит. Маҡсаттарына ынтылалар инде. НАТО-ға ни, ҡайһы илдәр араһына “тимер ҡорған” ҡоролоуы бер ни түгел, үҙенә генә урын табылһын. Ә инде атырға һәр саҡ ҡорал әҙер. Украина ваҡиғаларына һылтанып, күптән булып үткән “һалҡын һуғыш” алымдарына кире әйләнеп ҡайтырға ла тырыша НАТО, йәғни күп биләмәгә “ултырып” ҡалырға теләй. Рәсәй сигендәге, әлбиттә. Асыҡ әйттеләр бит: Көнбайыш өсөн Рәсәй – хәүефле ил.
Әйткәндәй
Ошо айҙа Рәсәй менән АҠШ Президенттарының осрашыуын да фаразлайҙар. Киләһе аҙнала Пекинда Азия – Тымыҡ океан иҡтисади берлегенең (АТЭС) саммиты уҙа. Тап ошо сарала әлеге ике лидер, нисек тә ваҡыт табып, һөйләшергә тейеш. Ҡытайҙа мөмкинлек булмаһа, Австралияла “ҙур егерме” йыйыны ла үтәсәк, бәлки, шунда күрешергә насип булыр. Һәр хәлдә, Путин менән Обаманың осрашыу-осрашмауы байтаҡ ҡына мәсьәләне хәл итеү юлына аҙым булыр, тип күҙаллана. Яҙмыштан уҙмыш бармы икән – Көнбайыш менән араға тимерҙән шаршау ҡоролормо, әллә үҙ һүҙле Рәсәйҙе еңә алмайынса, ҡул һелтәрҙәрме?
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе