«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » ӘГӘР «ЙӘШЛЕК» КИЛМӘҺӘ…



07.02.2014 ӘГӘР «ЙӘШЛЕК» КИЛМӘҺӘ…

Гәзиткә ҡыҙым яҙылғайны. Ғинуарҙан башлап «Йәш­лек»тең бер һанын да алғаным юҡ. Почта ниңә үҙ эшенә һүлпән ҡарай икән? «Йәш­лек», ярҙам ит.

Рафиҡ АЙЫТҠОЛОВ.
Йылайыр районы,
Юлдыбай ауылы.

* * *
«Йәшлек»кә йыл да яҙылам. Яҙылған һайын почта хеҙмәткәрҙәре миңә гәзит килтермәй интектереүҙән ниндәйҙер бер ләззәт ала кеүек тойола. Былтыр почтала эшләүсе ҡыҙҙарға: «Йәшлек»кә яҙҙырығыҙ әле», – тигәйнем, татар телендәге гәзиткә яҙҙырғандар. «Был­тырғы хәл тағы ла ҡабатланмаһын, быйыл мине, оло кешене, ҡабат-ҡабат йөрөтөп интектермәгеҙ инде, баш­ҡортса «Йәшлек»кә яҙылам», – тип, индексын әйтеп, ҡат-ҡат иҫкәрттем.
Яңы йыл башланды, тағы шул уҡ хәл. 1-се, 3-сө һандар килмәне. Район үҙәгендә йәшәйем бит әле. Гәзиткә яҙылған өсөн почтаға аҡса түләйбеҙ. Инде яҙылған ғына баҫмабыҙҙы алып килмәй интектерәләр бит.

Зөһрә ҒАФАРОВА.

Р. Айытҡолов менән З. Ға­фарованың дәғүәләре бу­йынса Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан Рес­публикаһы буйынса идаралығының «ҡыҙыу линия­һы»на шылтыраттыҡ. Улар гәзит уҡыусыларыбыҙҙың мөрәжәғәттәрен тиҙ арала ҡараны – уҡыусыларыбыҙға почтальондар «Йәшлек»тең барлыҡ һандарын да ҡулдарына тапшырған.
Яңы йыл башланыу менән гәзитебеҙҙең килмәүенә бор­солған уҡыусыларыбыҙҙан күп шылтыратыу алдыҡ.
Шуны аңлаһын ине «Йәшлек»кә яҙылыусылар – гәзиттең килеү-килмәүе өсөн редакция ғәйепле түгел, баҫманы таратыу – почтаның яуаплылығында.
Әгәр ҙә гәзиттең ҡайһы бер һандары килмәй ҡалһа, Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына, (347) 276-66-44 номерына шылтыратып, дәғүәләрегеҙҙе әйтеп ҡалдырығыҙ. Һорауығыҙ ҡәнәғәтләндерелмәһә, редакцияға, үҙегеҙ тураһындағы мәғлүмәттәрҙе күрһәтеп, хат яҙығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға