«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » «Йәшлек»тең тоғро дуҫтарына ғына



01.11.2013 «Йәшлек»тең тоғро дуҫтарына ғына

Гәзитебеҙ менән дуҫлығын йылдар буйына өҙмәгән уҡыусыларыбыҙ быйыл үткәргән «Йәшлек»- фараз» конкурсында үҙенең бүләктәрен алып ҡыуанды инде. Улар менән һеҙҙе гәзит биттәрендә лә таныштырып барҙыҡ.
2014 йылдың тәүге яртыһында ла баҫмабыҙҙы алдырыусыларға, «Йәшлек»- фараз» конкурсында ҡатнашып еңеүселәргә шәп бүләктәр әҙерләнек. Һеҙгә тиҙерәк почтаға барып, «Йәшлек» гәзитенә яҙылыр­ға ла, түбәндәге купонда тәҡдим ителгән буш шаҡмаҡтарға биш һанды − «Йәшлек»кә икенсе ярты йыллыҡҡа күпме кеше яҙыласағын фаразлап, тулыһынса исем-шәрифегеҙҙе, адресығыҙҙы, телефон һандарын асыҡ итеп тултырып яҙып, гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен ҡушып, купонды редакцияға ебәрергә генә кәрәк.

Бынан тыш, дәртләндереү призына китаптар ҙа ҡаралған. Гәзиткә яҙылмағандар бәйгелә ҡатнаша алмай. Интуицияғыҙҙы егеп, тәүәккәлләп, бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ, хөрмәтле дуҫтар. Кем белә, бәлки, бүләктәр һеҙҙеке булыр. Аҙна һайын һеҙгә «Йәшлек» тә килер, күптән хыялланған әйбергә лә эйә булырһығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға