«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Дуҫлыҡ ептәрен нығытып



16.11.2010 Дуҫлыҡ ептәрен нығытып

Илеш районының Базытамаҡ урта мәктәбендә туғыҙ ауылдан йыйылған алты милләт балаһы белем ала. Төрлө милләт балалары уҡыһа ла, бында уларҙың һәр береһе матур итеп башҡорт телендә аралаша.
Шуға ла милли матбуғат баҫмаларына яҙылыу мәлендә уҙғарылған республика балалар һәм йәштәр матбуғаты аҙналығында уҡыусыларҙың барыһы ла тиерлек башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларға өҫтөнлөк бирә. Ә инде был мәктәптең «Йәшлек» менән дуҫлығы «Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсында еңеүсе булғас тағы ла нығыны. Нәҡ бына ошо дуҫлығыбыҙ этәргес булды ла инде йәштәр баҫмаһынан килгән ҡунаҡтар менән бергә уҙған матур осрашыуға. Мәктәп коллективы «Йәшлек» гәзите хәбәрселәрен, танылған шағирә Зөһрә ҡотлогилдинаны, район мәғариф бүлегенән килгән ҡунаҡтарҙы бик йылы ҡаршыланы. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа сараға етди әҙерләнгән.
Уҡыусыларыбыҙҙы дәртләндереү маҡсатын ҡуйған был осрашыу айырыу­са йәнле үтте. Гәзиттең әҙәбиәт бүлеге мөдире Мөнир ҡунафин үҙ сығышында «Йәшлек»тең тарихына байҡау яһаны, конкурстар, рубрикалар тураһында һөйләне, балаларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ә инде «Йәншишмә» гәзитенең журналисы, билдәле шағирә Зөһрә ҡотлогилдинаның илһамландырғыс шиғырҙары, ҡыҙыҡлы сығышы сараға тағы ла күркәмлек өҫтәне. Уҡыусыларыбыҙҙа байтаҡ ҡына һорауҙар ҙа йы­йылғайны. Уларҙың һәр береһенә ихлас яуап алдылар, ниндәйерәк рубрикаларға өҫтөнлөк биреүҙәрен, теләктәрен еткерҙеләр.
Осрашыуҙан барыһы ла ҡәнәғәт булып таралышты. Бындай дуҫтарса үткән йылы осрашыуҙар һуңғыһы түгелдер, тип ышанғы килә. Гәзитебеҙҙең асылын аңлаған дуҫтарыбыҙ, әлбиттә, киләсәктә тағы ла артыр.
Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Илеш районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға