«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Зиһенем яҡты «Йәшлек» менән!



28.05.2013 Зиһенем яҡты «Йәшлек» менән!

Зиһенем яҡты икән,
Йәшәү дәртем яна икән −
Айырылаһым юҡ «Йәшлек»тән!
Сөнки унда ишетәмен
Республикам,
Халҡым − тын алышын,
− аһ-зарын,
− бөтмәҫ илһам көсөн,
− хайран моң-көйөн,
− рухи ныҡлығын.
Гәзитте беренсе һанынан бирле алдырып уҡыйым, ул саҡта йәш инем, хәҙер олоғайып барам. «Йәшлек» − мәңге аманатына тоғро. Ҡайһы бер башһыҙ түрә­ләр­ҙең ярамаған ҡылығын тәнҡит аша үткәрә.

Сәғиҙә МӨХӘРРӘМОВА.
Мәсетле районы,
Йонос ауылы.

“Йәшлек”кә яҙылыу хаҡы – 447 һум 54 тин.
Индексы – 80 148.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға