«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » «78 йәштә Өфөнө тәүгә күрҙем, «Йәшлек»кә рәхмәт», –



28.05.2013 «78 йәштә Өфөнө тәүгә күрҙем, «Йәшлек»кә рәхмәт», –

ти еңеүсебеҙ Вәғиз Оморҙаҡов
«78 йәштә Өфөнө тәүгә күрҙем, «Йәшлек»кә рәхмәт», – «Йәшлек»-фараз» конкурсы еңеүсеһе − Әбйәлил районының Буранғол ауылынан Вәғиз Оморҙаҡовты бүләген алырға телевидениеға саҡырырға тейеш инек. Әммә билдәле сәбәптәр арҡаһында килеп сыҡманы. Беҙҙең өсөн уның бүләк алыу маҡсаты менән үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр Өфөгә килеүе яңылыҡ булһа, Матбуғат йортона аяҡ баҫып, шәхсән үҙенең ҡулына термопотты тапшырыуыбыҙҙы оло мәртәбәгә һананыҡ. Гәзитебеҙҙе ғүмере буйына алдырып уҡыған, тырыш хеҙмәте менән районында абруй ҡаҙанған, өлгөлө ғаилә башлығы булған тоғро дуҫтарыбыҙҙың инселәгән бүләктәребеҙҙе отоуы күңелгә икеләтә ҡыуаныс өҫтәй.
− Үҙ ғүмеремдә баш ҡалабыҙға тәүге тапҡыр килеүем әле. Машиналар себендән дә күп бит. Яғыулыҡты нисек еткерәләрҙер? Йәшеллек, ауылдағы сиҙәм юҡ, газлы һауа тынсыу, − ти Вәғиз олатай, Өфөнө тәүге күреү кисерештәре менән уртаҡлашып.
З4 йыл малсылыҡта эшләгән, һауын һыйыр­ҙар көткән Вәғиз Оморҙаҡов – Буранғол ауылының абруйлы аҡһаҡалдарының береһе.
– Мал йәнле кеше мин. Ғүмер буйы тиерлек «22-се партсъезд», «Амангилде» совхоздарында көтөүсе булып эшләнем. Әле лә атта һыбай йөрөйөм. Өс баш йылҡы малым бар. Хеҙмәтемде яратып башҡарҙым. Малдарға әллә ниҙә бер сыбыртҡы менән киҙәнә торғайным. Килде бит заманалар. Хәҙер мал көтөргә ауылда көтөүсе таба алмайбыҙ. Кеше килмәй, − ти олатай, борсолоп.
Вәғиз Оморҙаҡов намыҫлы һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн күп һанлы маҡтау ҡағыҙы, миҙал менән бүләкләнгән, почетлы малсы исеменә лайыҡ булған.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул әле лә бесән саба, баҡса тултырып йәшелсә-емеш ултырта.
Тормош иптәше Факиһа инәй менән 56 йыл татыу ғүмер кисереп, һигеҙ балаға ғүмер биргәндәр.
− 80-де ваҡлауығыҙға ҡарамаҫтан, әле лә ишле мал аҫрауығыҙ, бесән сабыуығыҙ менән һеҙ йәштәргә биргеһеҙ. Эшегеҙ ҙә еңел булмаған. Әүҙем тормош алып барыуығыҙҙың сере нимәлә? – тип ҡартлыҡты сигендереп йәшәгән еңеүсебеҙҙән һорамайынса булдыра алмайым.
− Икенсе яртың, ҡанатың булған хәләл ефетең менән бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп, тиң, татыу йәшәүҙә. Парлы ғүмер − бәхетле ғүмер. Булғанына шөкөр итеп йәшәнек. Донъя малы артынан ҡыуманыҡ. Әле лә алған пенсияларыбыҙ үҙебеҙгә етә. Һаулыҡта, именлектә, балаларҙың, ейәндәрҙең ҡыуаныстарын күреп йәшәргә яҙһын, − ти ул.
− «Йәшлек»-фараз» конкурсында гелән ҡатнашаһығыҙ, буғай. Яҡынса тиражды фаразлай алғанһығыҙ…
– «Йәшлек»те күптән алдырабыҙ. Уҡыһаң, гәзиттәге бөтә нәмәләр ҙә оҡшай. Спорт яңылыҡтарын, хоккейҙы даими күҙәтеп барам. Әбейем менән, йырлап, смотрҙарҙа ла ҡатнашабыҙ. Был юлы фараз-купонды уның исеменә ебәрәм әле. Еңергә насип итһә, ул да Өфөнө килеп күрер, − ти Вәғиз олатай, тағы ла конкурста ҡатнашырға ниәтен белдереп.
Бына шулай, эштә лә, тормошта ла һынатмаған, рухи байлыҡты матди байлыҡтан өҫтөн ҡуйған дуҫтарыбыҙға бүләктәр йәл түгел. Сөнки баҫмабыҙҙың яҙмышы тоғро уҡыусыларыбыҙға бәйле.


З. ЙӘҺҮҘИНА.
А. БАЙМӨХӘМӘТОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға