«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Онотмаҫһың, дуҫым, ышанам…



17.05.2013 Онотмаҫһың, дуҫым, ышанам…

Ҡыҙыҡ ҡына бер төш күрелде. Имеш тә, ике бала талаша. Һе, ниндәй ҡыҙығы булыр бының, тимәй тороғоҙ. Балалар бөгөн нисегерәк бәхәсләшә? “Ә минең велик текә”, ”Миндә айфон бар”, ”Беҙҙең машина һеҙҙекенән…” һ.б., һ.б. Бындайҙар ялҡытып та бөткән, бер төрлө. Баяғы төштә бит бөтөнләй икенсе булды. Балалар әрепләште-әрепләште лә, береһенең: ”Ә беҙҙә “Йәшлек” гәзите бар!” − тигән һөйләме менән бәхәс шып туҡтаны. Икенсе бала аптырап ҡалды, күҙҙәре ҙурайҙы. “Ул беҙҙә лә буласаҡ!” – тине лә йүгерҙе өйө янына. Атаһы менән әсәһе, балаҡайҙың еңелгәнен күреп, почтаға “һыпыртты”.
Шәп төш бит, ә!
Дуҫтар, онотмаҫһығыҙ ул. Июлдән һеҙгә “йыуан”, йәғни 24 битлек гәзитебеҙ килер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға