«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Аң-белем даирәгеҙ киңәйеп тә китер… яҙылһағыҙ



07.05.2013 Аң-белем даирәгеҙ киңәйеп тә китер… яҙылһағыҙ

“Был бит иҫ киткес!” – тип һоҡлана икән берәү. ”Нимә?” – тип аптырай эргәһендә торған икенсеһе. ”Һуң, бынау гәзиттә баҫыл­ған мәғлүмәт!” – тип тел шартлатыуын дауам итә тәүгеһе. Ә тегеһе аңламай ҙа аңламай, сөнки ул күптән инде матбуғат баҫмаларын ҡулына тотҡаны юҡ һәм радио-телевидениенан ишеткәне лә ҡолағынан инеп-сығып ҡына китә. Гәзит тотҡаны иһә ваҡыты-ваҡыты менән ана шул, иҫ киткес тигән мәғлүмәтте ҡабат-ҡабат уҡый ала. Кем әйтмешләй, хәтер төйөнөн яңырта, белем даирәһен киңәйтә. Ниңә насармы ни?!
“Йәшлек” тә һеҙгә йәтеш кенә мәҡәләләрен әҙерләп тора. Почта бүлексәһенә барып, икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылып ҡуйһағыҙ, үкенмәҫһегеҙ. Һеҙҙең хәтер йомғағына урап һалырлыҡ яҙмалар байтаҡ булыр әле алда. Йомғағығыҙ ҙу-ур йомарланыр.
Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 447 һум 54 тин. Индексы – 80148.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға