«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Гәзит тә уҡырһығыҙ, бүләк тә оторһоғоҙ!



26.04.2013 Гәзит тә уҡырһығыҙ, бүләк тә оторһоғоҙ!

Өлкәнәйһәк тә, «Йәшлек»тән айырыла алмайбыҙ, бик яратып уҡып барабыҙ. Рәхәтләнеп уҡыйбыҙ, тиһәк, ҡайһы берәүҙәр аптырап ҡала, йәнәһе, гәзит йәштәр өсөн генә. Һис тә улай түгел. «Йәшлек» – универсаль баҫма. Уның биттәрендә һәр кем үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте таба ала – йәше лә, ҡарты ла.
Беҙ хатта тәүге ярты йыллыҡта килендәребеҙгә лә «Йәшлек»кә подписка бүләк иттек.

Фәниә һәм Шаһивилдан Иҙрисовтар.
Ейәнсура районы,
Иҫәнғол ауылы.

Иҙрисовтарҙан өлгө алайыҡ, милләттәштәр. «Йәшлек» күберәк тираж йыйһын, яратҡан баҫмабыҙ үҙенең дуҫтарын тағы ла арттырһын тиһәк, әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең таныштарыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы гәзиткә яҙылырға өгөтләйек. Бик булмаһа, уларға ярты йылға «Йәшлек»те яҙҙырып, бер изгелек эшләйек әле.
Өҫтәүенә, редакция уҙғарған «Йәшлек»-фа­раз» конкурсында ҡатнашып, хужалыҡта кәрәкле бик шәп бүләктәр оторға ла мөмкинлегегеҙ бар. Бының өсөн гәзитебеҙгә икенсе ярты йыллыҡта күпме кеше яҙыласағын фаразлап, тулыһынса исем-шәрифегеҙҙе, адресығыҙҙы, телефон һандарын асыҡ, тулы итеп яҙып, гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен ҡушып, купонды редакцияға ебәрегеҙ. Еңеү­селәр­ҙе һыу насосы, электр быс­ҡыһы, электр ит турағысы, кеҫә телефондары, термопот, автомобиль йыуыу ҡулайламаһы кеүек бүләктәр көтә. Ә иң дөрөҫ фаразлаусыға «Йәш­лек» коллективы, бүләген тотоп, өмәгә барасаҡ!

«Йәшлек»һеҙ ҡалмағыҙ, дуҫтар!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға