«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Бер-беребеҙгә ҡул һуҙайыҡ



23.04.2013 Бер-беребеҙгә ҡул һуҙайыҡ

Бер-беребеҙгә ҡул һуҙайыҡМөғжизәлерәк бер риүәйәттән башлайыҡ әле һүҙҙе.
Бер ваҡыт өс туған юлда китеп барғанда ҡоҙоҡ эсендә ултырған Уңышты осраталар. Аптырағандар, әлбиттә, әммә уның янынан нисек буш ҡына үтмәк кәрәк! Шунан оло ағай килеп, Уңыштан аҡса һораған. Йомарт уңыш ярҙам итмәй буламы! Биреп ебәргән егеткә һораған байлығын. Икенсеһенә матур кәләш кәрәк икән, ул да теләгәнен алып, ҡыуана-ҡыуана ары киткән. Сират өсөнсө туғанға – иң йәш егеткә еткән.
− Һиңә ни кәрәк? – тип һораған Уңыш.
− Ә һинең үҙеңә нимә кәрәк һуң? – егет тә ошондай һорау биргән.
− Мине бынан сығар, − тип үтенгән, ти, Уңыш.
Егет уны сығарған да ары юлланған, ә Уңыш уның артынан йүгергән. Бына шулай, әле лә теге егеткә ҡайҙа барһа ла уңыш эйәреп тик йөрөй, ти. Әлдә Уңыштан уға нимә кәрәклеген һораған!
Дуҫтар, беҙ ҙә һеҙгә кәрәк ваҡытта дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеп, көткән уй-ниәттәрегеҙгә, маҡсаттарығыҙға ирешеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ә инде беҙҙең гәзиттән дә ниндәй­ҙер файҙа, ҡыуаныс алаһығыҙ икән, тағы ла шат булырбыҙ. “Йәшлек”те уҡыр өсөн бары тик уға яҙылырға ғына кәрәк.
Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 447 һум 54 тин. Индексы – 80148.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға