«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Ун көн тиҙ үтә, ашығығыҙ!



16.04.2013 Ун көн тиҙ үтә, ашығығыҙ!

Ун көн тиҙ үтә, ашығығыҙ!Башҡортостан халҡы илдә матбуғат менән иң дуҫы һанала. Беҙҙә һәр мең кешенең 501-е гәзит-журналға яҙыла. Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, Татарстан­да был күрһәткес – 436, Һамарҙа – 279, Мәскәүҙә матбуғатты мең кешенең ни бары 50-һе генә яҙҙырып уҡый. Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Ирек Ғәлимов белдереүенсә, ваҡытлы матбуғаттың 80 процентын урындағы халыҡ алдыра. Тимәк, был гәзит-журнал биргән мәғлүмәткә халыҡ ышаныс белдерә тигән һүҙ.
Беҙ, әлбиттә, үҙебеҙҙең дуҫтарға тик дөрөҫ мәғлүмәт еткерергә тырышабыҙ. Тик, тормош булғас, барыһы ла була, тигәндәй, гел генә яҡшы яңылыҡ ҡына ла яҙып булмай шул. Хатта гәзит уҡыусылар, ниңә тәнҡит юҡ, тип тә мөрәжәғәт итә.
Булыр, дуҫтар, барыһы ла булыр. Иң мөһиме, һеҙҙең ҡулда “Йәшлек” булһын.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ – әле матбуғатҡа 10 процент ташлама менән яҙылыу ун көнлөгө дауам итә. 21 апрелгәсә “Йәшлек”кә 402 һум 66 тингә яҙылырға өлгөрөп ҡалығыҙ.
Тулы подписка хаҡы – 447 һум 54 тин.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға