«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Ял мәлендә – гәзит бик шәп ул



09.04.2013 Ял мәлендә – гәзит бик шәп ул

Ял мәлендә – гәзит бик шәп ул Дуҫтар, тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тик һеҙҙең өсөн генә матбуғат баҫмаларына икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу осороноң иң ҡулайлы көндәре етә: 11 – 21 апрелдә 10 процент ташлама менән яҙылыу мөмкинлеге бирелә. “Әйй…” – тип ятып ҡалғансы, почта бүлексәһенә ыңғайлай тороғоҙ, ғаилә бюджетығыҙға файҙа ғына эшләрһегеҙ. Шыпа гәзит-журналһыҙ булмай ҙа инде.
“Йәшлек”кә яҙылыу хаҡы – 447 һум 54 тин. Ташламалы хаҡты иҫәпләүе ҡыйын түгел. Шуныһын онотмағыҙ – гәзитебеҙ аҙнаһына бер тапҡыр 24 бит­лек булып сығасаҡ.
Шул уҡ ваҡытта “Йәшлек”-фараз” конкурсы тураһында ла онотмағыҙ. Артыҡ бер ауырлығы ла юҡ – бирелгән купонға гәзитебеҙҙең буласаҡ тиражын фаразлап яҙаһығыҙ ҙа, телефон номерығыҙҙы, адресығыҙҙы ла өҫтәп, редакцияға ебәрәһегеҙ. Бүләктәрҙе Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов тәҡдим итә. Күптәрегеҙ беҙ­ҙең бик тә ҡыҙыҡлы акциябыҙҙы ла иҫләй­ҙер – еңеүсегә тотош бер көнөбөҙҙө бағышланыҡ, йәғни редакция менән барып, теге йәки был эшендә ярҙам күрһәтә инек. Тап ана шуны тағы ҡабатламаҡсыбыҙ. Кем дә кем “Йәшлек”те сығарыусылар менән яҡындан таныш­ҡыһы, улай ғына түгел, ә беҙҙең эшкә таһыллығыбыҙҙы белгеһе килә, рәхим итегеҙ, әйҙә, мөмкин тиклем теүәлерәк фаразларға тырышығыҙ.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға