14.12.2012 “Йәшлек” уҡыйбыҙ… бал менән
Дуҫтар, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу тамамланыуға бер нисә көн генә ҡалды. ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренә билдәле сәбәптәр арҡаһында “Йәшлек”кә яҙылыуҙы һаман һуҙып йөрөй. Һеҙҙең, әлбиттә, быйыл да беҙгә тоғро ҡалыуығыҙға өмөтләнәбеҙ.
– “Йәшлек” – халыҡтың, ысынлап та, яратып уҡыған баҫмаһы ул, – ти “Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге” дәүләт учреждениеһының генераль директоры, баҫмабыҙ мөхәрририәте ағзаһы, ғөмүмән, гәзиттең яҡын дуҫы Әмир Ишемғолов.
Республиканың “баш умартасыһы” гәзит уҡыусыларының иң-иң әүҙемдәренә нимә бүләк итәсәк тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә! Күҙ алдына килтерегеҙ әле: баллап сәй эсәһегеҙ ҙә, “Йәшлек” уҡыйһығыҙ, ”Йәшлек” уҡыйһығыҙ ҙа, үҙәктең ғәләмәт шәп косметикаһын тотоп, көҙгө алдына килеп баҫаһығыҙ!
Беренсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы –
407 һум 58 тин.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!