05.10.2012 Дуҫтар, һеҙҙең өсөн генә!
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, матбуғат баҫмаларына 10 процент ташлама менән яҙылыу декадаһы башланырға тора. Ул 11 – 21 октябргә билдәләнгән.
Хөрмәтле милләттәштәр, әле эш-мәшәҡәттәрҙең бер аҙ тынып торған сағы – баҡсалар бушап ҡалды, мал-тыуарға ла әҙер ҡураларға инергә ваҡыт, хәҙер һеҙгә рухи ял тураһында уйланырға ла форсат тейә.
“Йәшлек” хаҡында ла онотмағыҙ. Әгәр әлеге декадала яҙылырға өлгөрһәгеҙ, ярты йылға подписка хаҡы сама менән 366 һумға төшәсәк. Был сумманы бер ниндәй тауар хаҡы менән дә сағыштырып тормайбыҙ, бары тик һеҙҙең дөрөҫ аҙым яһауығыҙға ышанабыҙ.
Ә ярты йылға тулы подписка хаҡы − 407 һум 58 тин.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!