19.06.2012 Кәрәкле «һәнәк»
Бик күп йылдар тормош иптәшем менән һеҙҙең журналды яратып, бер хәрефен дә ҡалдырмай уҡып барабыҙ. Шундай оҫта итеп кәмселектәрҙе төрткөләйһегеҙ, эшкинмәгәндәрҙе семеткеләйһегеҙ, «һәнәгегеҙ» осонан бер нәмә лә ситтә ҡалмай, ғөмүмән, беҙҙең йәшәйешебеҙҙе яҡшыртырға тырышаһығыҙ. Ә бит, ысынлап та, һеҙҙең мәҡәләләрҙе уҡып, карикатураларын күреп, күптәр үҙҙәрен таный һәм яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тырыша. Шуға һеҙгә ҙур рәхмәт әйтке килә, ижад шишмәгеҙ һайыҡмаһын, «һәнәк» остарығыҙ тутыҡмаһын, һәр бер уҡыусығыҙ ай һайын, беҙҙең «һәнәгебеҙ» ҡасан килер икән, тип түҙемһеҙләнеп көтһөн. Ябай халыҡ яратып уҡыған журнал «беҙҙең һәнәгебеҙ» тип әйтелергә лайыҡлы ул.
Иң изге теләктәр, сикһеҙ хөрмәт менән, Фәүзән НАСИПОВ.
Хикмәт
Уйын-көлкө менән йәшәү
Ингән беҙҙең ғәҙәткә.
Көлкө тоғо тормай бушап –
Яҙылғайным "һәнәк"кә.
ҡайһы баҫма эйә тағы
Тап ошондай һәләткә?!
Көлөп, тәртәгә индереү
Һәләте тик "һәнәк"тә.
Хаҡы арзан, йөкмәткеһе
Тора алтын сәғәткә.
"Йә − сәғәт, йә − "һәнәк", тиһәң,
Тарта йәнем "һәнәк"кә.
Көлә-көлә эстәр ҡата,
Фәһемле лә, мәҙәк тә.
Көлкө ғүмерҙе оҙайта –
Бөтә дауа "һәнәк"тә.
ҡартайғайным, йәшәрәм бит,
Йәш кирегә әйләнә.
− Танышайыҡ, әй, егет! − тип,
Һылыу ҡыҙҙар бәйләнә.
...Һораһаң, сер итеп әйтәм
Йәшәреүҙең сәбәбен:
− Балнисҡа бармаһаң, барма,
− Янда булһын "һәнәгең"!
Камил ФАЗЛЫЙ.
Телевизор нимә һөйләй?
Телевизор нимә һөйләй,
Бер тыңлап ҡара икән:
Тормошобоҙ яҡшырғандан-
Яҡшыра бара икән;
Сереп байығандар һаны
Артҡандан-арта икән.
Был йәһәттән хатта АҡШ
Беҙҙән күп артта икән;
Хакимдарҙың ғәмәлдәре
Бары тик аҡтан икән,
Власть һағында тороусының
Эш хаҡы артҡан икән;
«Дом-два»ла кем менәндер
Кемдәрҙер ятҡан икән,
Йырсы Алла сираттағы
Үҙ парын тапҡан икән;
Ә хөкүмәт көнө-төнө
Тик беҙҙе уйлай икән,
Пенсияға биш-алты һум
Өҫтәмә юллай икән.
Әҙәмсә йәшәр ваҡыттар
Беҙгә лә еткән икән.
Шатлыҡтан табын ҡорайым,
Аһ, икмәк бөткән икән!
Киттем кибеткә. Икмәккә
Хаҡ тағы артҡан икән.
Хаҡ арттырған бәндәләрҙе
Ниндәй ҡорт саҡҡан икән?
Телевизорҙы һүндерҙем,
Лутсы ҡарама икән.
Бәй, тормош бит үҙгәрмәгән,
Һаман алама икән...
Фәһемле фекерҙәр
Юҡты-барҙы һөйләүҙә телдең
ғәйебе юҡ.
Әҙҙе йәлләһәң, күпте
юғалтырһың.
Ашығып һөйләмә, тыңларға ашыҡ.
Барыһына ла ярарға тырышыу −
ярамаған эш.
Мотиҡ МОТАҺАРОВ.
Һыуытҡысың һыуытамы?
− Ишеттеңме бер хәбәр, Ишбикә ҡоҙағый?!
− Юҡ әле, ҡушбикә әйкәйем.
− Ишетмәһәң − ишет: кеше алдап байығыусылар күбәйҙе.
− Әйттең хәбәр, улар электән бар инде. Ана, урамға сығып өлгөрмәйһең, фәлән акция, биш һум бирһәң, ун биш итеп ҡайтарабыҙ, тип, мине әллә күпме тишек кәмәгә ултыртып киттеләр.
− Ултыртһалар ҙа һаман шуларға ышанаһың, эйеме?
− Һуң, тәмләп, матурлап алдағас, ышанмай ҡайҙа бараһың!
− Аврора урамында йәшәгән Мәҙинә Уйылданованы ла акцияла ҡатнашырға саҡырғандар...
− Саҡырыу ғына әҙ, улар артыңдан ҡалмай, кеҫәңә төҫлө ҡағыҙҙар тултырып, ҡулыңдағы тоҡсайыңды тотошҡан булып, уң яғыңа, һул яғыңа сығып, барыбер үҙҙәренекен эшләп ҡуя бит.
− Үәт, бер магазинда һыуытҡыс отоу буйынса акция бара, тип, төҫлө ҡағыҙ тотторалар ҙа, бер-ике минуттан ҡайҙалыр шылтыратып, әбейҙең ҡулындағы ҡағыҙҙа яҙылған һанды әйтәләр. Телефондың теге яғында бөтәһенә лә ишетелерлек итеп: "һеҙ һыуытҡыс оттоғоҙ!" − тиҙәр.
− Бына бәхет! Эй, шатланғандыр инде Мәҙинә ҡарсыҡ!
− Әлбиттә!
− Бына бит, ә һин алдау тигән булаһың! Кешеләргә ышанырға кәрәк!
− Өйөндәге иҫке һыуытҡысы насар эшләгәс, Мәҙинә Уйылданова, ысынлап та, ныҡ шатлана. Шулай ҙа акция үткәреүсе әҙәмдәр, һыуытҡыстың берәү генә булыуын, уны килтерер өсөн күпмелер аҡса бирергә кәрәклекте әйтәләр.
− Ыһы, ыһы, улай ҙа булыуы мөмкин, ни тиһәң дә, Өфө − ҙур ҡала. Акцияға эләгеп, бушлай һыуытҡыс эләктерергә теләүселәр күптер...
− Бик дөрөҫ фекерләйһең, ҡоҙағый. Шулай итеп, Мәҙинә ҡарсыҡ тегеләргә ун алты мең һум аҡсаһын тоттороп ебәрә.
− Әттә-тә, шул ҡәҙәр аҡсаны таныш булмаған кешеләргә расписка-ниһеҙ тоттороп ебәргән тиң, ә?
− Һуң, үҙең әйтмешләй, кешеләргә ышаныу тигән нәмәбеҙ бар бит беҙҙең, үҙебеҙ алдай белмәгәс. Хәҙер көндәр буйы подъезд төбөндә ултырып, яңы һыуытҡысын көтә Мәҙинә Уйылданова.
− Бынағайыш, ишетмәһәң − ишет! Битһеҙ әҙәмдәр була бит, әй! Яңғыҙ ҡарсыҡтан алмаһалар...
− Бурҙарҙы полиция эҙләй, ләкин һаман таба алмайҙар икән.
− "Һәнәк"кә яҙырға кәрәктер, ҡоҙағый, исмаһам, халыҡ уҡып, абайыраҡ булыр!
− Эйе, мин дә шундай фекерҙәмен!
Ишбикә менән ҡушбикәнең
һөйләшкәнен
Р. МОРТАЗИНА тыңлап торҙо.
ҡәҙерле көлкө һөйөүсе дуҫтарыбыҙ!
Киләһе ярты йыллыҡта ла һеҙҙе күтәренке күңелле, көләс йөҙлө, шаян һүҙле итеп, мәшәҡәттәрегеҙҙе, борсолоуҙарығыҙҙы бер аҙға ғына булһа ла оноттороп йәшәткебеҙ килә. Бының өсөн һеҙгә бары тик "һәнәк" журналына ваҡытында яҙылып ҡалырға ғына кәрәк. Уға яҙылыу хаҡы бик арзан − алты айға 183 һум 78 тин генә. Тәүәккәлләһегеҙ, һеҙҙе почта бүлексәләрендә ҡолас йәйеп, йылмайып-көлөп ҡаршы аласаҡтар, һеҙгә күркәм көндәр киләсәк – "һәнәк" көлдөрәсәк, көләсәк!
Журналыбыҙҙың индексы − 73456.
Йылмайыу булһын юлдаш!