«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » «Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ»



08.06.2012 «Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ»

 «Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ»
Бөрйән районының Мораҙым ауылына барғас, тау башында урынлашҡан мәктәпте күргәс тә, һүҙҙә генә түгел икән, бындағы уҡыусылар ысынлап та белем үрҙәренә артыла икән, тигән уй тыуҙы. „Үргә ыҙаланып менһәгеҙ ҙә, өйөгөҙгә ҡыш санала ғына шыуып төшәһегеҙҙер әле”, − тип шаярттыҡ мәктәптән ҡайтып килгән балалар­ҙы. Ауылдың йөҙө булған белем усағында йәш, берҙәм, матбуғат менән дуҫ уҡытыусылар коллективы эшләй булып сыҡты. Мораҙым мәктәбенә килеүебеҙҙең маҡсаты бөтә коллектив менән „Йәшлек”кә яҙылыусыларға яратҡан баҫмаларының бүләктәрен тапшырыу ине.
Мәктәп директоры Гөлмирә Таңғатар ҡыҙы Ғәлина етәкләгән коллективта 13 уҡытыусы эшләй, 63 бала белем ала. „Гәзитегеҙгә йыл да дәррәү яҙылып торабыҙ. Үҙебеҙ тураһында хәбәр иткән юҡ ине. Быйыл, тәүәккәлләп, конкурста ҡатнашырға булдыҡ. Йөкмәткеһе күңелгә ятҡас, „Йәшлек”те яратып уҡыйбыҙ. Унда сыҡҡан файҙалы, фәһемле мәҡәләләрҙе дәрестәр­ҙә файҙаланабыҙ”, − тип һөйләй мәктәп директорының уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары Гөлнур Ғәлимйән ҡыҙы Мөхәмәтйәнова.
Мәктәп уҡыусыларының ҡаҙаныштары етерлек – мораҙымдар район, төбәк-ара кимәлдә үткәрелгән спорт ярыштарында һынатмай, шахматсылар, саңғысылар командаһы гелән алдынғы урындарҙы яулай. Төрлө мәҙәни сараларҙа ла мәктәп уҡыусылары – конкурс призерҙары. Белем усағының үҙенең бай емеш-еләк, йәшелсә баҡсаһы бар. Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан мәктәп участкаһында бар нәмә лә уңа. Мәктәп ашханаһына йыл әйләнәһенә етерлек кәбеҫтә, картуфты, ҡарағат, ҡурай еләгенән ҡайнатмаларҙы үҙҙәре әҙерләй, артып ҡалғаны көҙгө йәрмин­кәләр­ҙә һатыуға сығарыла. Мәктәп бюджетын байытыу ниәтендә быйыл дарыу үләндәре йыйып, шуны һатыуға сығармаҡсылар.
Мораҙымдар тағы ла бер һөйөнөслө ваҡиға кисергән – быйыл мәктәп базаһында балалар баҡсаһы асылған. Хәҙер эшләгән әсәй­ҙәргә сабыйҙарын ҡайҙа ҡуйырға тип борсолаһы түгел. „Белем алыу өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар, тик мәктәптең спорт залы булмауы ғына уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. ҡышҡыһын уҡыусылар физкультура дәрестәрен тышта үткәрергә мәжбүр”, − ти уҡытыу­сылар.
Бөтә коллективтары менән гәзитебеҙгә яҙылған матбуғат дуҫтарына редакциянан бүләккә алып барған „Йәшлек”тең логотибы төшөрөлгән футболкалар бик тә оҡшаны. „Район кимәлендә үткәрелгән спорт ярыштарында үҙебеҙҙең командаға берҙәм форма таба алмай инек. Хәҙер һеҙҙе лә рекламалап, „Йәшлек” футболкалары менән генә сығыш яһарбыҙ инде”, − тип һөйөнөп хушлашып ҡалды улар.

З. ЙӘҺҮҘИНА.
В. ХӘБИРОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға