«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Ятып ҡалма, атып ҡал!



08.06.2012 Ятып ҡалма, атып ҡал!

Гәзиткә яҙылып, «Йәшлек»-фараз» конкурсында ҡатнашып, бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ
„Йәшлек” гәзите әҙерләгән шәп бүләктәргә эйә булғығыҙ киләме? Әлбиттә, тиерһегеҙ. Улай булғас, тиҙерәк почтаға барып, „Йәшлек” гәзитенә яҙылығыҙ ҙа түбәндәге купонда тәҡдим ителгән буш шаҡмаҡтар­ға биш һанды − „Йәшлек”кә икенсе ярты йыллыҡҡа күпме кеше яҙыласағын фаразлап, тулыһынса исем-шәрифегеҙҙе, адресығыҙҙы, телефон һандарын асыҡ итеп, тултырып яҙып, гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен ҡушып, купонды редакцияға ебәрегеҙ.
Еңеүселәрҙе сепарат, һыу насосы, электр бысҡыһы, инструменттар йыйылмаһы, электр ит турағысы, кеҫә телефоны, термопот, автомобиль йыуыу ҡулайламаһы кеүек бүләктәр көтә.
Бынан тыш, дәртләндереү призы сифатында популяр эстрада йырсылары йырҙарынан торған 50 диск та ҡаралған. Гәзиткә яҙылмағандар бәйгелә ҡатнаша алмай. Интуицияғыҙҙы егеп, тәүәккәлләп, бәхетегеҙҙе һынап ҡарағыҙ, хөрмәтле дуҫтар. Кем белә, бәлки, бүләктәр һеҙҙеке булыр.

Мөхәрририәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға