22.05.2012 Әллә атлай, әллә оса был апай!
Зилдә Рамаҙанова “Йәшлек“те 25 йыл буйы тарата
Байым ауылына Әбйәлил районында ғына түгел, республикала иң күп “Йәшлек” гәзитен таратыусыларҙың береһен күрер өсөн юлланғайныҡ. Һөҙөмтәлә уңған хат ташыусы ғына түгел, һоҡланғыс шәхес менән дә танышырға насип булды.
Беҙ эҙләп килгән Зилдә Рамаҙанова почтала 25 йыл тирәһе эшләй инде. Шуғалырмы икән, атлап түгел, осоп йөрөй, Байым ауылының яртыһын “һә” тигәнсе урап та сыға. Элеккенән ҡалған ғәҙәт инде – почта ташыусыларға халыҡ хәбәрен һөйләп тә, әңгәмәләшеп тә ҡалырға тырыша, уңған апай күңелендә улар өсөн дә йылы һүҙ табыла.
– Почта таратҡанда көнөнә биш саҡрым ара үтәм. Шөкөр, халыҡ гәзит-журналдарҙы алдырыуҙан туҡтамай, хаттар ҙа килә. Элек кешеләр бер-береһенә хаттарҙы күп яҙһа, хәҙер, башлыса, төрлө ведомстволарҙан ебәрелгән хаттарҙы таратабыҙ. Ауылдың яртыһына почтаны мин ташыйым. Дөйөмләштереп әйткәндә, көн аша тиерлек 70 – 80 дана “Йәшлек” гәзитен таратам, – ти Зилдә Рамаҙанова.
Орсоҡ кеүек өйрөлөү ҡанына һеңгән апайҙың – беҙҙең менән һөйләшеп торған арала ғына ла хужалығында байтаҡ эш башҡарып өлгөрҙө. Ә хужалыҡ яңғыҙы тиерлек донъя көткән ҡатын өсөн ярайһы ғына – эре баш малдарҙан тыш, ике бейә лә бар. Зилдә Рамаҙанова шул бейәләрҙе һауып, көн һайын ҡымыҙ бешә. Уңған апайҙың батырҙар эсемлеген беҙ ҙә тәмләп ҡараныҡ – бик шәп, ошоға өҫтәп әйтерлек һүҙ ҙә таба алмаҫһың! Юлда сарсап йөрөгән журналистар өсөн генә түгел, Зилдә апайҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн дә ҡәҙерле был эсемлекте ауылдаштары ла үҙ иткән. Шуға ла хат ташыусыбыҙ ҡымыҙҙы үҙ ғаиләһе өсөн генә әҙерләмәй, һатырға ла етештерә. ҡыҫҡаһы, ул – замана эшҡыуары. Нисек өлгөрәлер инде – аңламаҫһың, шул уҡ хужалығында 50-нән ашыу себеше лә сырҡылдаша, баҡсаһында алмағастары, сейәләре һәм башҡалары ла сәскә ата бит әле.
“Йәшлек” гәзитенең тоғро дуҫы, хат ташыусы Зилдә Рамаҙанованың тағы ла бер матур шөғөлө бар – ул гөлдәр үҫтерә. Йорто гөлдәр батшалығы кеүек – 20 йыллыҡ финиктар, хуш еҫ бөрккән лимон ҡыуаҡтары һәм башҡа бик күп үҫемлектәр күҙҙең яуын алып тора. Һәр гөлөнөң ҡылыҡ-фиғелдәрен ятлап бөткән, һәр гөлөн сабыйылай ҡәҙерләп кенә тәрбиәләй. Улары ла, хужабикәнең уңғанлығына ишара булғандай, гөрләшеп сәскә атып ултыра.
Хат ташыусыларҙың эше еңелдән түгел – халыҡ менән туранан-тура эшләргә, төрлө аңлатыу эштәре алып барырға, ҡар-ямғырға ҡарамай ауыл буйлап йүгерергә лә тура килә.
– Эшләй башлаған ваҡытта аяҡтар һыҙлағандай тойола ине. Шөкөр, хәҙер, киреһенсә, тын алыштары киңәйеп, аяҡтар яҙылып киткәндәй булды. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тигән бит ололар, – ти Зилдә апай.
Почта эше уңғандарҙы ғына үҙ итә. Зилдә Рамаҙанова подписка осоронда һәр кемгә айырым ҡарау яҡлы. Мөмкинлеге булмағандар киң матбуғат сараларына яҙылыу өсөн аҡсаны ваҡлап та түләй, башҡа төрлө ярҙам да күрһәтелә. Иң мөһиме – кешеләр яратҡан баҫмаларынан айырылмаһын, ә матди тотҡарлыҡтарҙы төрлөсә хәл итергә була.
Зилдә Рамаҙанова кеүек кәрәк саҡта нәзәкәтле, кәрәк булһа, сая ла була белгән кешеләр һәр эштә лә үҙ урынын таба. Республика гәзит-журналдарын таратыуға үҙ өлөшөн индергән һәр почта хеҙмәткәренә лә рәхмәт һүҙҙәрен ошо һүрәтләмәбеҙ аша еткерге килә. Сөнки уның кеүек тырыш хат ташыусылар беҙҙе халыҡ менән яҡынайта.
Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.