29.11.2011 Аңлы милләттәштәребеҙҙең аҡылын туйҙырырлыҡ сығанаҡ
«Яратҡан рестораны булып та, хөрмәт иткән авторы булмаған кеше бәхетһеҙ. Ул ҡорһағын туйҙырырлыҡ урын тапҡан, әммә аҡылын туйҙырырлыҡ нәмә таба алмаған», – тип әйткән Рон Джим. Coca-сola, Xerox, General Motors компанияларының эшен көйләгән эшҡыуар-тренерҙың был һүҙҙәрендә тәрән мәғәнә ята. Ысынлап та, төрлө хәбәр менән донъя тулған заманда үҙ зауығыңа тап килерлек, ә иң мөһиме, файҙа килтерерлек мәғлүмәт сығанағы табыуы ныҡ ҡыйын.
Әле һеҙ был һүҙҙәрҙе уҡыйһығыҙ икән, тимәк, бәхетлеһегеҙ – «Йәшлек» – аңлы милләттәштәребеҙҙең һәр береһенең аҡылын туйҙырырлыҡ сығанаҡ. Тик зиһенегеҙҙе байытыу өсөн уға яҙылыу ғына талап ителә. Әле 2012 йылдың беренсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу дауам итә. Почтаға барыпмы, хат ташыусыға мөрәжәғәт итепме, гәзиткә яҙылырға ашығығыҙ, дуҫтар!
Яңы йылды бер-беребеҙҙе ҡыуандырып, шатлыҡта һәм бәрәкәттә ҡаршы алайыҡ!