«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » Һеҙҙең өсөн генә!



19.11.2011 Һеҙҙең өсөн генә!

Һеҙҙең өсөн генә!
«Йәшлек»тең тоғро дуҫтары, 2012 йылдың беренсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу дауам итә. Беҙҙең менән дуҫлығығыҙҙың ныҡлығын дәлилләп ҡуйғанһығыҙҙыр, тибеҙ. Әле гәзитебеҙгә яҙылып өлгөрмәһәгеҙ, оҙаҡҡа һуҙмай ғына почта бүлексәһенә инеп сы­ғығыҙ, йә хат ташыусыға мөрәжәғәт итегеҙ. Тиҙҙән тыуасаҡ яңы йылда бергә булырыбыҙға ышанабыҙ.
Шулай уҡ тап һеҙҙең өсөн генә «Йәшлек»-фараз» конкурсын быйыл да үткәрергә булдыҡ. Тиражды юрап-күҙаллап, ғаиләгеҙ «көшөлөгө»нә өлөш индерегеҙ. Һеҙҙе матур бүләктәр менән дә ҡыуандырырбыҙ. Конкурс шарттары хаҡында 3-сө биттә аныҡ яҙылған.
Ә почтальондар өсөн тәғәйен конкурс башланыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Хат ташыу­сылар күптән, ең һыҙғанып, «Йәшлек»те таратыу маҡсатынан йүгереп йөрөп эшләй. Һис юғында, беҙҙең гәзит һанын арттырыуға өлгәшкән был һөнәр эйәләрен бик тос ҡына дәртләндереү премиялары көтә.
Бөгөн кеҫә телефонынан кем генә һөйләшмәй икән. Бәләкәй балаларҙан алып өлкән инәй-бабайҙарға тиклем һәр береһенең ҡулына йәтеш кенә итеп килеп «урынлаша» бит ул. Ошоно иҫәпкә алып, «Йәшлек» бары һеҙҙең өсөн генә дежур телефон булдырҙы.
Гәзит уҡыусыларыбыҙҙан «Мин нисек Яңы йыл ҡаршыланым» конкурсына ла хаттар көтөп ҡалабыҙ. Иң шәп мажара «һөйләүсе»гә яңы йыл табынын ҡороп та бирербеҙ, насип булһа.
Бергә булдыҡ,
бергә ҡалайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға