23.08.2011 Гәзит беҙгә һауа кеүек кәрәк
Көтөп алған «Йәшлек» гәзите рухи ихтыяжымды тулыһынса ҡәнәғәтләндерә
Һүҙҙе шунан башлайым әле. Йәштәр баҫмаһында кроссвордҡа дөрөҫ яуап тапҡаным өсөн «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов миңә ҙур бүләк ебәргән. Бүләк кенә түгел ул, аңлаған кешегә оло хазина – беҙ үҫкәндә «халыҡ дошманы, «Тыуған илен һатҡан» тип йөрөтөлгән Зәки Вәлиди тураһындағы фильм. Ғорурланыр кешебеҙ була тороп, беҙ уның тураһында икенсерәк фекерҙә булғанбыҙ. Ә бына фильм күңелдә мәңге онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Икенсе ҙур бүләк – тарихи китаптар. Шулай итеп, шәхси китапханама бай йөкмәткеле китаптар өҫтәлде. Автографлы «күңел йылыһы»н тойоп, рәхмәт уҡып, шатланып ултырам.
«Йәшлек» гәзитен социаль мәсьәләләрҙе хәл иткәндә ҡулланабыҙ. Мәҫәлән, «әсәлек капиталы» һәм уны файҙаланыу тураһында «тура бәйләнеш» хаҡында мәғлүмәт баҫылып сыҡҡас та, күршемде унда бәйләнешкә инергә саҡырҙым. Күптән һалына башлаған йорттарын төҙөп бөтөргә аҡсалары етмәй ине. Бәйләнешкә инеп, консультация алып, капиталды кредитҡа яраҡлаштырып, әлеге көндә йорттарын төҙөйҙәр.
Гәзиттә һәр кемдең үҙенә генә оҡшаған хәбәрселәре барҙыр. Үҙемә Марсель ҡотлоғәлләмовтың яҙмалары оҡшай. Ул тап мин уйлағанса яҙа ла ҡуя. Ә бына Баныу ҡаһарманованың мәҡәләләрен тыныс ҡына уҡый алмайым. ҡайһы саҡта күҙ йәштәренә лә ирек биреп алам, журналистың яҙғандарын тулҡынланып уҡыйым. Йәш кенә булһа ла, ул тормоштоң бөтә ҡатмарлыҡтарын аңлап, ябай халыҡтың мәнфәғәтен яҡлап, тәрән фекерле итеп яҙа белә. Уның эшен хуплап, юғары баһалап: «Афарин!» – тип, аҙна буйы ҡанатланып, шатланып йөрөйөм. Артабан да шундай мәҡәләләр баҫтырып сығарыуыңды теләйем, уңыштар юлдаш булһын!
Гәзиттә баҫылған бөтә материалдар ҙа кәрәкле һәм мөһим. Бына таҡмаҡтар конкурсын ғына алайыҡ. Замана күренештәре, халыҡтың көнкүреше, йәшәйеше, көрсөк, инфляция, эшһеҙлек – барыһы ла шул таҡмаҡтарҙа сағылды. Уларҙы уҡып, оло кинәнес алдыҡ. Әлеге көндә кешеләрҙе күберәк иҡтисади темалар ҡыҙыҡһындыра. Йәшәү рәүеше, мөмкинлегенә беребеҙ ҙә битараф түгел бит. Шуға күрә был тема йәштәр баҫмаһында даими яҡтыртылырға тейеш. Гәзит беҙгә һауа, һәр көн ашаған ризыҡ кеүек кәрәк.
Кроссвордтарҙы ғына ла сисеп, икенсе уйҙарға бирелеп, ауырыу, ҡартлыҡ тураһында онотоп китәһең, йәшлек дәрте өҫтәлә, йәшәү дәрте уяна.
Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар, яңы үрҙәр-бейеклектәр, ғаилә бәхете, оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйем, «Йәшлек»тәр!
Мәрйәм ВӘЛИТОВА.
Нуриман районы,
Яңы Күл ауылы.