18.06.2011 Дуҫлыҡ һынала торған мәл
«Йәшлек»тең дуҫтары тотош республикаға һибелгән инде ул. ҡайһы ғына тарафҡа өндәшһәк тә яуап алыу мөмкинлегенә эйәбеҙ, рәхмәт төшкөрө! Гәзитебеҙгә оҙаҡ йылдар тоғро ҡалғандар ҙа, дуҫтарыбыҙ сафына яңыраҡ килеп ҡушылғандар ҙа байтаҡ. Бына, туғандар, әле бәйләнеште тағы ла нығытыу, тоғролоҡто һынау осоро. Ул тамамланыуға табан бара. Баҫмаға яҙылыу ваҡытын әйтәбеҙ: подписканың һуңғы аҙнаһы, донъя мәшәҡәттәренә сумып, «Йәшлек»кә яҙылырға онотманығыҙмы?
Һеҙҙең өсөн генә йәнә бер тапҡыр хаҡтарыбыҙ хаҡында мәғлүмәт еткерәбеҙ. Баҫмабыҙ был юлы арзанайҙы – 80148 индекслы (шишәмбе һәм шәмбе һандары) гәзитебеҙгә яҙылыу хаҡы – 351 һум 72 тин. Шәмбе һанын ғына алдырырға теләүселәргә 16144 индекслы «Йәшлек» 294 һум 18 тингә төшәсәк.
Ысын дуҫтарҙы барлау үҙебеҙгә лә күңелле.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!