«Йәшлек» гәзите » Гәзиткә яҙылыу » МӘЛӘҮЕЗДӘ БАЙРАМ БУЛДЫ, КҮҢЕЛДӘРГӘ ӨМӨТ ТУЛДЫ



14.05.2011 МӘЛӘҮЕЗДӘ БАЙРАМ БУЛДЫ, КҮҢЕЛДӘРГӘ ӨМӨТ ТУЛДЫ

МӘЛӘҮЕЗДӘ БАЙРАМ БУЛДЫ, КҮҢЕЛДӘРГӘ ӨМӨТ ТУЛДЫКесе йомала Мәләүездең ҡала мәҙәниәт һарайында Матбуғат байрамы үтте. Был матур сараны Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапхана хеҙмәткәрҙәре менән икенсе йыл уңышлы эшләп килгән “Матбуғат-сервис” ойошмаһы бергәләп ойошторҙо. Байрамға республикабыҙҙа башҡорт телендә нәшер ителгән гәзит-журналдарҙың баш мөхәррирҙәре, журналистары, ҡала йәмәғәтселеге, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡыусылар саҡырылды.
– Бөгөнгө сараның маҡсаты – икенсе ярты йыллыҡҡа матбуғат сараларына яҙылыу кампанияһын йәнләндереү, улар­ҙың тиражын арттырыу. Уңайлы мәлдән файҙаланып, үҙебеҙ яратып уҡыған гәзит-журналдарҙың биҙәлешен, дизайнын, сифатын, журналист материалдарының йөкмәткеһен яҡшыртыу буйынса баш ҡаланан килгән абруйлы ҡунаҡтар менән кәңәш ҡороу, – тине, байрамды асып, Мәләүез ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Николай Рузанов.
Уҡыусылар менән йәнле һөйләшеү урындағы һәүәҫкәр артистар әҙерләгән концерт программаһы менән үрелеп барҙы.
Мәләүез тарафтарында “Йәшлек”тең дә тоғро дуҫтары бихисап. Шуларҙың береһе – гәзитебеҙ менән даими хәбәрләшеп торған даими авторыбыҙ Лена Хәйруллина. Ул беҙҙең баҫма үткәргән төрлө конкурстарҙың еңеүсеһе лә. Байрамда Ленаға редакцияның Маҡтау грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
Байрам матур үтте, ул ыңғай һөҙөмтәләрен бирер, тип өмөтләнергә генә ҡала.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.

Мәләүез ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға